RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Продюсер – ул эшҡыуарлыҡ”

14.08.2017 “Продюсер – ул эшҡыуарлыҡ”

“Продюсер –  ул эшҡыуарлыҡ”
йәки Аҡсаһыҙ йырлап буламы?

Йырсы һәм продюсер бәйләнеше нимә бирә? Эстрадала тәнҡит бармы? Кем нисек хаталана? Был һорауҙарға яуапты йырсы, “Йәшлек-шоу” фестивале лауреаты, буласаҡ продюсер Рәис ҠАНГИЛДИН менән бергә эҙләнек.
– Рәис, белеүемсә, һин продюсер һөнәрен үҙләштерәһең. Ни өсөн тап ошо юлды һайланың?
– Эйе, Өфө дәүләт иҡтисад-сервис университетының продюсерҙар әҙерләү факультетын тамамланым, хәҙерге ваҡытта белемемде камиллаштырыу маҡсатында нефть техник университетының дәүләт һәм муниципаль идара итеү бүлегендә белем алам. Йәш күңел һәр ваҡыт алға, бейеклектәргә ынтыла бит. Мин дә башҡорт эстрадаһында яңы исемдәр асырға, яңы форматтарҙа эшләп ҡарарға һәм шоу-бизнес тигән төшөнсәне тулы ҡеүәттә эшләтергә тигән маҡсат менән ошо йүнәлештә белем алырға, үҙ көсөмдө һынап ҡарарға теләнем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә әлегә шоу-бизнес юҡ. Уны яйға һалғанда бөтә сәйәсәт үҙгәрәсәк, күрше төбәктәрҙең йырсылары ла башҡорт эстрадаһына ынтыласаҡ. Әле Башҡортостан йырсылары татар эстрадаһын яулау маҡсатын ҡуйған кеүек, башҡорт эстрадаһы ла яуланаһы бейеклек булып торасаҡ.
– Йырсы булараҡ йәштәр араһында ярайһы ғына билдәлелек яулап өлгөрҙөң. Ә сәхнәгә юлың нисек башланды?
– Тәүге тапҡыр сәхнәгә йырлап түгел, ә бейеп сыҡтым. Мәктәп йылдарында “Еҙ үксә”, аҙаҡ “Ирәндек” бейеү ансамблдәрендә шөғөлләндем, концерттарҙа ҡатнаштым. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ лицей-интернатының йыр ансамблендә лә дуҫтарым менән йырлап йөрөнөм. Эстрадаға дуҫым Айгиз Иҫән­дәүләтов менән “Тулҡын” төркөмө булараҡ килдек. Тәжрибә туплап, сынығыу үткәс, айырым йырсы булараҡ эш башлау ауыр булманы. Тиҙ арала йәштәрҙән команда туплап, төрлө райондар буйлап гастролгә юлландыҡ.
Мин һәр ваҡыт профессиональ яҡтан үҫергә тырышам, шуға ла был йүнәлештә белем алдым. Продюсер булараҡ, сәнғәттең, мәҙәниәттең бик күп стратегик законын беләм, был шәхси үҫешемә лә йоғонто яһаясаҡ.
– Баймаҡ ере таланттарға бай, бында йырҙың тәмен, бәҫен беләләр. Һинең эстрада йүнәлешендә еңел-елпе йырҙар башҡарыуыңа туғандарың, атай-әсәйең ризаһыҙлыҡ белдермәнеме?
– Нәҫелебеҙҙә таланттар бик күп, барыһы ла йырлай, бейей, тик бер кем дә сәнғәт юлын һайламаны. Йырҙарымды улар тыңлай, әммә әлегә бер кемдең дә тәнҡитләгәне булманы. Һәр хәлдә, аңларға тырышалар. Тәүге йырҙарым йәштәр өсөн махсус яҙылды, шуларҙы хәҙер ҙә башҡарам. Яҡын киләсәктә репертуарым төрлө йәштәге тамашасыларҙың зауығына тап килерлек буласаҡ.
– Продюсер күҙлегенән сығып, башҡорт эстрадаһын нисек баһа­лай­һың? Һуңғы йылдарҙа “Йәшлек-шоу” эстрада фестивалендә ҡат­наш­ҡан йырсыларҙың кемеһен “йондоҙ” итеү өсөн эш башлар инең?
– Башҡорт эстрадаһы йырсылары яңы йырҙар сығара, клиптар төшөрә, тик уларҙы тамашасыларға дөрөҫ итеп еткерә белмәй. Таланттар күп, әммә кеше белмәй икән, ваҡыт үтеү менән юҡҡа сығасаҡтар. Тамашасы йырҙы ишетергә, клипты күрергә, талантты танырға тейеш.
“Йәшлек-шоу”ҙа өмөтлө, талантлы йәштәр булды. Һәр ҡатнашыусы жюриға оҡшарға тырышып сығыш яһай, ә был – уларҙың иң ҙур хатаһы. Йырсы тәү сиратта тамашасы өсөн йырларға тейеш. Хәйер, йәштәр эҙләнеп, төрлөһөнә тотоноп ҡарап, яңылышып, әрләнеп дөрөҫ юлға баҫа, үҙенә тейеш дан-шөһрәтте таба.
– Сәнғәт, йыр, сәхнә ҡанундары буйынса уҡытыусыларың булдымы? Һинең билдәлелек яулауыңда кемдәр мөһим роль уйнаны?
– Әлбиттә, булды. Һәр ерҙә йәш быуынды өйрәткән тәжрибәле оло быуын вәкилдәре булырға тейеш. Минең осраҡта улар бик күп, хәҙер ҙә кәңәштәргә мохтажмын. Апай-ағайҙарҙың һүҙенә ҡолаҡ һала йөрөйөм, үҙемә һығымталар яһайым. Кемдеңдер исемен атап, кемделер онотһам, уңайһыҙ буласаҡ, исемлек менән дә ярты гәзит бите тулыр. Шуға күрә айырым исемдәр­ҙе атап тормайым, уларҙың һәр береһенә рәхмәтлемен, изгелектәрен онотмайым.
– Продюсерға ниндәй һыҙаттар хас булырға тейеш?
– Ул тәү сиратта шоу-бизнес системаһын аңларға бурыслы һәм һиҙемләүе көслө булырға тейеш. Тамашасыға нимә кәрәк икәнен, йырсының мөмкинлектәрен, ниндәй йырҙың хит булып китерен ни тиклем иртәрәк тояһың, проекттарың шул тиклем уңышлы эшләйәсәк.
– Бына бөгөндән башҡорт сәнғәтен шоу-бизнес итер өсөн эште нимәнән башларға кәрәк?
– Ҡасандыр иҡтисад баҙары менән мәҙәниәттең ҡушылыуы донъяла яңы асыш яһаған, һәм был бизнес төрө бөгөнгө көнгә тиклем мәҙәниәтте, сәнғәтте иң бейек үрҙәргә күтәрә. Популяр музыка 20-се быуат башында уҡ үҫешә башлай, фәнни-техник мөмкинлектәр ҙә арта. Мәғлүмәт таратыу өсөн пластинка, кассета, диск, радио, телевидение, хәҙер инде интернет киң файҙаланыла. Шулай уҡ мәҙәниәттең бизнесҡа ҡушылыуы тотош күңел асыу индустрияһын тыу­ҙырҙы, яңы алымдар, һөнәрҙәр, йүнәлештәр барлыҡҡа килде. Бөгөн беҙҙә шул яңы алымдарҙы үҙләштереү етмәй. Продюсер – ул эшҡыуарлыҡ, яңы идеялар эҙләүсе һәм уларҙы тормошҡа ашырыусы. Тәү сиратта көслө, идеялы продюсер үҙәген булдырыу кәрәк. Таланттар күп, уларҙы әйҙәгән “атай” кешенең булыуы шарт. Икенсенән, радио, телевидение форматын үҙгәртеү ҙә ҡамасауламаҫ ине. Һәм тағы ла сифат төшөнсәһен индереү зарур. Йыр, аранжировка, сәхнә, концерттар, йырсы үҙе – быларҙың барыһы ла зауыҡлы, матур, заманса булһа, үҫеш буласаҡ.
– Продюсер тәнҡитсе була аламы, әллә кәңәшсеме? Мәҫәлән, һинең кемделер тәнҡитләгәнең йәки кәңәш биргәнең булдымы?
– Тәнҡитсе айырым йырсының йәки проекттың кире һәм ыңғай яҡтарын эҙләүсе, айырым һөнәр булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең илдә ул бөтөнләй үҫешмәгән һөнәр тиһәм, яңылышмаҫмын. Сит илдәрҙә тәнҡит профессиональ кимәлдә үҫеш алған. Һәр өлкәлә, ашхананан башлап кино сәнғәтенә тиклем – барыһында ла махсус бе­леме булған тәнҡитселәр эшләй. Ә продюсер күберәк кәңәшсе булып тора. уның төп маҡсаты – үҙ проекттарын үҫтереү, уларға та­ланттарҙы, тамашасыларҙы йәлеп итеү.
Урынлы булһа, йәштәргә лә, оло быуын ижадсыларына ла кәңәштәремде, тәҡдимдәремде еткереп торам. Уларҙы тыңлағандарҙың кимәле күтәрелһә, уңышҡа өлгәшһәләр, минең өсөн икеләтә ҡыуаныслы.
– Эстраданы үҫтереү өсөн аҡсаны ҡайҙан алырға? Ижад юлыңды ниндәй капиталға башланың?
– Иң мөһиме – аҡсаны байлыҡ итеп күрмәҫкә кәрәк. Аҡса ул мөмкинлек һәм юллама ғына. Байыр өсөн эшләгән кеше бер ҡасан да байый алмай, тигән фекер менән йәшәйем. Әлбиттә, эстрадала аҡса кәрәк, ул күп ишекте аса. Әммә бындай “йондоҙҙар” бик тиҙ популяр булып китә һәм шулай уҡ бик тиҙ һүнә. Эстраданы үҫтереү өсөн ҙур аҡса кәрәкмәй, ә әҙ аҡса менән дә дөрөҫ эш итә белгән кешеләр кәрәк.
Һәр эште башлар алдынан тәүге иғәнәне һалаһың. Шоу-бизнеста ла шулай уҡ, ни тиклем күберәк һалаһың, шул тиклем күберәк алаһың. Шәхсән үҙем ижад юлымды үҙемдең аҡса менән башланым. Тәүҙә ауыр булды. Бары тик эстрада һәм концерт системаһын аңлай башлағас ҡына һалған көсөмдөң, аҡсамдың һөҙөмтәләрен күрә башланым. Йәш йырсыларҙы күҙәтеп, ҡарап йөрөйөм, ижады, киләһе көндәргә пландары менән ҡыҙыҡһынам. Киләсәктә уларҙың бер нисәүһе менән эшләү өсөн финанс мөмкинлегем булыр, тип уйлайым.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рәис. Киләсәктә һиңә уңыштар насип булһын!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы