RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәскәүҙә уҡыуым менән ғорурланам

04.08.2017 Мәскәүҙә уҡыуым менән ғорурланам

Мәскәүҙә уҡыуым менән ғорурланамСтәрлетамаҡ актеры нимәгә үкенә?
Быйыл Мәскәүҙең М. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы (институты) актер бүлегенә Башҡортостандың һәләтле йәштәре ҡабул ителде. Шул айҡанлы, 2007 йылда был уҡыу йортон тамамлаған, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артисы Рәсил СЫНБУЛАТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Рәсил, һеҙҙең нәҫелдә артис­тар бармы? Нисек ваҡытында Мәскәү студенты булып киткәйнең?
– Көйөргәҙе районының Яҡшем­бәт ауылында, ябай ғаиләлә тыуып үҫтем. Нәҫелебеҙҙә артистар бөтөнләй юҡ, әсәйем – хисапсы, атайым механизатор булып эшләне. 7-се класта уҡығанда уҡ атайыма эйәреп тракторҙа эшләй торғайным, шуға күрә буласаҡ һөнәрем техника менән бәйле булыр тип уйланым. Мәктәп йылдарында бейеү, театр түңәрәктәренә йөрөнөм, әкиәттәр сәхнәләштерә инек. Дуҫтарымдың гел, артист бул, тип әйткәне хәтерҙә. Апайым педагогия институтында уҡый ине, мәктәпте тамамлағас, мине, һәйбәт уҡый­һың, тип үҙе уҡыған ергә алып килде. Бер аҙ уйлағандан һуң, балалар менән эшләй алмаясаҡмын, тип был уҡыу йортонан баш тарттым һәм документтарымды аграр университетҡа тапшырҙым. Тәүге имтихан химия фәненән ине, белемем “өслө” билдәһенә баһаланды. Әллә ни ҡайғырмай ғына ауылға ҡайттым, тракторсы булып эш башларға ниәтләйем үҙемсә. Август айында ауыл хакимиәте башлығы килеп, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға барырға тәҡдим итте. Ҡыҙыҡ булып китте, ни булһа ла булыр, тип сығып киттем һәм өс йыл буйы студент һурпаһы һемер­ҙем. 2001 йылда уҡыуҙы тамамлап, тыуған ауылымда ең һыҙғанып эш башланым. Бер йыл үткәс, әрме хеҙмәтенә әҙерләнә инем инде, үҙем юғары белем тураһында ла уйланам, Мәскәү театр училищеһына курс йыйыуҙары тураһында ишетеп ҡалдым. Студент йылдарында театр “ене” ныҡлы ҡағылғайны миңә, дәртләнеп киттем. Конкурсты үтеүемә шатланып йөрөгәнем бөгөнгөләй иҫемдә, ни тиһәң дә, Мәскәү тиклем Мәскәүгә юл тотасаҡмын бит! Курстың иң оло студенты инем, уҡыу башланыу менән староста итеп һайландым. Шулай итеп, ауыл малайынан Мәскәү студенты булып кителде.

– Шулай ҙа, уҡып ҡайтҡас, төрлө фекерҙәр булды. Һеҙҙең мәктәпте урындағы халыҡ ҡабул итә алырмы, тигән һүҙҙәр ҙә ишетелгеләне...
– Беҙ уҡырға инеү менән Мәскәү театрҙарының спектаклдәренә йөрөй башланыҡ. Һуңғы курста уҡығанда уларҙа ҡатнашырға ла тура килде. Башҡортостан менән Мәскәү театрҙары ныҡ айырыла. Спектаклдәрҙе аңлай алмай йонсой инек. Кешеләр илап ҡарай, ә мин битараф ҡалам, ҡабул итә алмайым. Биш-алты тапҡыр ҡараған тамашалар булды. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, тәжрибә туплағас ҡына мәғәнәһенә төшөнә башланым. Ә уҡыуҙы тамамлап ҡайтҡас, биш йыл буйы баш ҡала спектаклдәренән һуң, бындағы театрҙы ҡабул итеүе ауыр булды. Ысынлап та, театрҙар кеүек үк, студенттар араһында ла айырма ҙур. Беҙҙең менән бер йылда Өфө сәнғәт академияһын тамамлаған актерҙар менән ара­лаш­ҡанда ла был күҙгә салына ине. Кемдең белеме шәп, йәки, кем оҫтараҡ уйнай, тигән бәхәс асырға теләмәйем, һәр актер таланты һәм тырышлығы менән алдыра. Ә дөйөм театр сәнғәтенә килгәндә, унда Мәскәү тәжрибәһе лә, Өфөнөкө лә, Стәрлетамаҡтыҡы ла кәрәк.

– Беҙҙең тамашасы Мәскәүсә ҡуйылған спектаклдәргә әҙерме?
– Бәлки, йәш быуынды, балалар­ҙы тәрбиәләп булалыр. Ауыл, бәләкәй ҡала, ҙур ҡала менталитеты бер-береһенән ныҡ айырыла. Шуға күрә урындағы халыҡты тәрбиәләрлек, уйландырырлыҡ, уларҙың тарихына, бөгөнгөһөнә тап килерлек спектаклдәр ҡуйырға тейешбеҙ. Беҙҙең республикала – 54 район, һәр береһендә үҙҙәренсә һөйләшәләр. Һәр райондың тиҫтәләгән ауылы бар, уларҙың һәр береһенә ниндәйҙер айырым характер хас, кешеләре лә төрлө. Театрҙар менән дә шулай уҡ: һәр береһенең үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы бар.

– Мәскәү мәктәбе һине ысын актер итә алдымы?
– Актер булып эшләрлек нигеҙ һалды, ә ысын актер булыр өсөн тәжрибә, талант, төрлө пландағы ролдәр, тырышлыҡ һәм режиссер кәрәк. Диплом алып ҡына: “Мин бынамын тигән актер!” – тип күкрәк һуғыу ахмаҡлыҡ булалыр. Мәскәүҙә уҡыуым менән ғорурланам, бындай бәхет бик һирәк актерҙарға эләгә. Биш йыл биш ай кеүек кенә үтеп китте. Хәҙерге аҡылым менән уҡытыусыларымды тыңламаған осраҡтарға, ялҡауланған саҡтарыма үкенәм. Быйыл барасаҡ студенттарға был йәһәттән кәңәш биргем килә: һәр уҡытыусының дәресен йотоп, үҙҙәренә һеңдереп ултырһындар ине. Тормошта ул ныҡ ярҙам итә.

– Буласаҡ ҡатының менән дә Мәскәүҙә танышҡанһың, тиҙәр...
– Эйе, Мәскәү мине ғаиләле итте. Юлиәнең ата-әсәһе Ишембай райо­нының Ҡолғона ауылынан, үҙе Салауат ҡалаһында тыуған. Мәскәү дәүләт матбуғат университетында уҡый ине. Диплом алған йылда өйләнештек. Сәнғәт донъяһына бөтөнләй ҡыҫылышы юҡ. Тәүге һөнәре буйынса хисапсы, банкта эшләй. Әлеге ваҡытта декрет ялында. Студент йылдарында уҡ минең менән бергә спектаклдәргә йөрөнө, сәнғәтте ярата. Үҙенең кемгә кейәүгә сыҡҡанын аңлап хәл итте. Эшемдең бар нескәлектәрен белә, аңлай, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ике ул үҫтерәбеҙ.

– Ә ни өсөн уҡыуҙы тамамлағас, Өфөлә түгел, ә Стәрлетамаҡ театрында эш башларға булдың?

– 2007 йылда, уҡыуҙы тамамлап ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ театрының ул ваҡыттағы директоры Таһир Тимерхан улы Искәндәров Алмас Туҡтаров менән икебеҙҙе үҙенә эшкә саҡырҙы. Ғаилә ҡорған саҡ, ә ҡайнымдар бында йәшәгәс, Көйөргәҙегә лә яҡын, тип саҡырыу­ҙы ҡабул иттем. Мәҙәниәт техникумында ла уҡығас, миңә был ҡала яҡын.

– Икегеҙ ҙә Мәскәүҙә уҡыған­һығыҙ, унда ҡалырға теләк булманымы?

– Булды, шулай ҙа тыуған илгә изге бурысты ҡайтарырға кәрәк, тип ҡарар иттек. Башҡортостан беҙҙе уҡытты, һөнәр бирҙе. Театрҙар көтә ине. Стәрлетамаҡта төпләнгәнгә үкенмәйем: яратҡан эшем, ғаиләм, аралашыр дуҫтарым бар.

– Аралашырға яратаһыңмы?
– Эйе, һабаҡташтар, хеҙмәттәштәр, туғандар. Кешеләр менән күберәк аралашҡан һайын уларҙы өйрәнәһең, беләһең. Ниндәйҙер образ өҫтөндә эшләгән саҡта шуны ҡулланып та ебәрәм.

– Режиссер булырға теләк юҡмы?
– Ауыл мәҙәниәт йортонда эшләгәндә үк Ибраһим Абдуллиндың “Тиле йәшлек” спектаклен сәхнәләштергәйнем. Әле лә тыуған яҡтар­ға ҡайтҡан саҡта ярҙам итеүҙән баш тартмайым. Еңеүҙең 70 йыллығына “Әсә хөкөмө” драмаһын ҡуйып, Яҡшембәт мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре “халыҡ театры” исемен яуланы. Башҡорт лицей-интернатында ла театр түңәрәге алып барҙым, тик әлегә ул эште ташлап торҙом, ваҡыт еткереп булмай. Режиссер булараҡ – тәжрибә, эшләргә теләк бар. Әммә һигеҙ йыл студент һурпаһын эстем бит инде, тағы ла белем алырға мөмкинлек юҡ әлегә. Актер булараҡ тәжрибә туплағас, тормош күрә биргәс, бәлки, ул теләк тә тормошҡа ашыр.

– Һин шулай уҡ “Сируси”, “Бәхет ҡошо” сериалдарында ла, “Кү­ңелле йәшәйбеҙ” проектында ла уйнаның. Кино һәм театр сәнғәте айырыламы?

– Әлбиттә. Ниндәйе еңел, тип һораһағыҙ, киноны атар инем. Яңылышлыҡтарҙы төҙәтергә була, бер нисә дубль эшләйһең. Ә спектакль уйнағанда, туҡтап: “Ғәфү итегеҙ, тамашасылар, мин был ерҙә шулай әйтергә тейеш инем”, – тип әйтеп булмай бит. Театр йыйнаҡлыҡ, яуаплылыҡ талап итә, үҙ-үҙеңә талапсан булырға кәрәк. Һүҙҙәрҙе ятлағанда ла, көндөкөн көнгә уйнайһың. Ә спектаклдәген күңелгә һеңдерергә кәрәк, уны йылдар буйы уйнайһың. Ауырыраҡ булһа ла, театр­ҙың үҙенең тәме бар. Тамашасынан килгән энергетиканы тояһың, тере аралашыу барлыҡҡа килә. Ә киноға төшә башлаһаң, театр онотола, камера өсөн эшләй­һең. Ике сәнғәт тә миңә яҡын, айырылғыһыҙ кеүек.

– Мәскәү – уҫал ҡала, тиҙәр...
– Курсташтар, беҙҙе ҡурсалап, әсәйҙәрсә хәстәрлек күрһәтеп торған Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсина булғас, уның уҫаллығын һиҙмәнем. Бәлки, япа-яңғыҙ булһаң, ауырҙыр, ә беҙ бер ғаилә кеүек йәшәнек. Таныш булмаған мөхиттән ҡурҡырға кәрәкмәйҙер. Ауырлыҡтар кешене сыныҡтыра, характер булдыра. Бик тә ауыр булһа, тыуған яҡта көткән кешеләр бар бит...
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар һиңә!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Әйткәндәй
БР Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһының актер бүлегенә башҡорт студенттары ҡабул ителде. 70-тән ашыу абитуриент араһында кисәге мәктәп уҡыусылары ла, Өфө дәүләт сәнғәт институты, башҡа юғары уҡыу йорттары студенттары ла бар ине. Өс этаптан торған ижади имтиханды уңышлы үтеп, 17 кеше студенттар исемлегенә инде. Улар Дмитрий Георгиевич Кознов курсында белем аласаҡ, курс кураторы һәм башҡорт теле уҡытыусыһы итеп филология фәндәре кандидаты Рәсимә Миңләхмәт ҡыҙы Алламора­това
Мәскәүҙә уҡыуым менән ғорурланам










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы