RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һеҙҙә нимә? Беҙҙә – отпуск!

01.08.2017 Һеҙҙә нимә? Беҙҙә – отпуск!

Һеҙҙә нимә? Беҙҙә – отпуск! Эстрада “йондоҙ”ҙары бесән саба, емеш-еләк йыя
Йәй – ял мәле. Һәр кем хыялында ҡышҡыһын уҡ йә ауылға, йә диңгеҙ буйына, бик тә булмаһа, бер нисә көнгә тәбиғәт ҡосағына йыйына башлай. Аҡса туплана, ярашлы кейем алына, юлдаштар табыла. Һәм отпуск башланыу менән: “Һаумы, ял!” – тип иркен итеп тын ала. Башҡорт эстрадаһы “йондоҙ”ҙарына ла ял итер мәл етте. Ижад миҙгелдәре ябылды, һабантуй байрамдары тамам. Тимәк, алда ял!
Ҡыш буйы тамашасыларҙы яңы йырҙары менән ҡыуандырып торған, әүҙем ижад иткән йырсыларҙың бер нисәүһе менән, йәйге ялға уй-ниәттәрен белешеп, бәйләнешкә индек.

Йырсы, композитор Рәил ӨМӨТБАЕВ сәйәхәт итергә ярата. Йыл һайын тигәндәй төрлө илде барып күрә, йәйге ялын диңгеҙ буйында үткәрә. Былтыр Туниста ял иткән, быйыл Төркиәгә йыйына. Мөмкинлек сығыу менән Кавказ тауҙарына барып ҡайта. Шулай уҡ ғаиләһе менән Башҡортостан буйлап та сәйәхәт итә. Шүлгәнташ мәмерйәһе, “Асы”, “Танып” шифаханалары, Талҡаҫ күле – Өмөтбаевтарҙың яратҡан ял урыны.
– Сәйәхәт итергә яратһам да, сит ерҙәрҙән тыуған яғымды, милли аш-һыуҙы, дуҫ-туғандарымды һағынып ҡайтам. Йәшәһен Башҡортостан! – тип яҙа йырсы.

“Бүреләр” төркөмө солисы Илшат АБДУЛЛИН тыуған яғында, Баймаҡ райо­нының Төркмән ауылында ял итергә ярата. Һыу инә, бала саҡ дуҫтары менән аралаша, шаулы ҡала тормошонан арынып, тәбиғәт ҡосағында була. Туған­дарына бесән сабыша, көтөү көтөргә лә сыға, картуф та утай. Шулай уҡ төрлө ҡала буйлап сәйәхәт итергә лә ваҡыт табырға тырыша. Күптән түгел Ҡазанда булған, Салауат ҡалаһында концерт ҡуйған.
Әйткәндәй, Илшат, көн торошоноң насар тороуына ҡарамаҫтан, һыу инеү миҙгелен июнь уртаһында уҡ башлап ебәргән!

Лилиә ИШЕМЙӘРОВА, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
– Беҙҙең отпуск августа ғына башлана. Әлегә аныҡ ҡына пландар юҡ, шулай ҙа бөтә ғаилә менән Абхазияға барып ҡайтырға ниәтләйбеҙ. Аҙаҡ инде мотлаҡ Ейәнсура районында йәшәүсе әсәйем янына ҡайтабыҙ. Был беҙҙең матур йола, йыл һайын тиерлек ауылда ял итәбеҙ. Йәшерәк саҡта йәйге ял гастролдәр менән үтә ине. Хәҙер, улдарыбыҙ бәләкәй булғас, уларҙы ҡалдырып йөрөгө килмәй.
Былтыр Лилиә Ишемйәрова ире Урал Мортазин менән йәйге ял мәлендә Ейәнсура районы буйлап хәйриә концерттары ҡуйҙы. Йыйылған аҡсаны ул тыуған ауылы Иҙелбәктәге мәҙәниәт йортон төҙөкләндереүгә тапшырған. Әммә быйыл йырсы ныҡлы ял итергә ниәтләй. Отпускыһы тамамланыу менән яңы альбомын әҙерләй башлаясаҡ, декабрь айында үтәсәк концертына ла репертуарын яңыртырға йыйына.

Мәскәү ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе Айҙар ХӘМЗИН йәй миҙгелен көтөп ала. Бала сағының иң сағыу ваҡиғалары ла ошо мәл менән бәйле, сөнки 22 июль – уның тыуған көнө. Тик быйыл Айҙарға ял эләкмәй – ул ижад менән мәшғүл. Йырсыларға йырҙар яҙа, аранжировкалар эшләй. Шуға күрә күберәген Мәскәүҙә буласаҡ. “Мөм­кинлек сығыу менән тыуған Өфөмә ял итергә ҡайтам. Бындағы парктар, баҡсалар саф һауа менән ҡаршы ала. Бер ниндәй диңгеҙ ҙә кәрәкмәй. Быйыл ямғыр күп яуасаҡ, тип вәғәҙәләй синоптиктар. Тимәк, минең кеүек ҙур ҡалала йәшәүселәргә еңел буласаҡ. Йәйге йылы ямғырҙы яратам!” – ти Айҙар.

Сибай филармонияһы артисы Альберт САЛАУАТОВҡа май айында ҡатыны Гөлшат Батырхан исемле баһадир ул бүләк иткән. Ғаилә Алтын ҡасабаһындағы шәхси йорттарының ихатаһын тултырып ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса ултыртҡан.
– Быйыл хужалыҡты ҡалдырып, бәләкәй бала ла булғас, сәйәхәт итеп йөрөп булмаҫ. Бер аҙнанан отпуск башлана, бергәләшеп Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында йәшәүсе ҡәйнәмдәргә ҡунаҡҡа ҡайтырға ниәтләйбеҙ. Бесән әҙерләшеп, ихата-ҡаралтыларын йүнәтешеп, бер аҙ ярҙам иткәндән һуң Талҡаҫ буйында ял итербеҙ, моғайын. Минең өсөн йылға йәки күл булһа, ял өсөн етә. Балыҡ ҡармаҡларға, һыу инергә яратам. Форсаты сығыу менән ҡармаҡтарымды алам да, машинаға ултырып, балыҡҡа һыпыртам. Һөйөклө ҡатыным термосҡа сәй әҙерләп, колбаса, ҡыяр-помидор, сөсө икмәк, 4 – 5 йомортҡа бешереп, ашарға һалып ебәрә. Тик мин ҡармаҡтар­ға әүрәп, донъямды онотам. Ебәргән ризыҡтар “ҡуян күстәнәсе” булып өйгә кире ҡайта. Балыҡ ҡурып, мул табын ҡороп, ғаилә менән һыйланабыҙ.
Диңгеҙ буйына барырға хыял бар, оҙайлы сәйәхәттәр бер нисә йылдан булыр, Алла бирһә. Батырхан үҫә бирһен дә.

– Гастролдәр менән йыл һайын сит илдәрҙә, Рәсәйҙең төрлө төбәгендә йыш булырға тура килә. Юл йөрөү ҙә арыта, шуға күрә йәйге ялымды тыуған яғым Бөрйәндә үткәрәм. Ғаиләбеҙ менән баҡса һатып алдыҡ, бәлки, быйыл йәй шунда үтер. Емеш ағастарыбыҙ бик күп, уңыш мул булыр­ға оҡшай. Уларҙы йыйып эшкәртер өсөн дә ваҡыт кәрәк. Йыл һайын ижадташ дуҫтарым үҙҙәре менән гастролгә саҡыра, һуңғы арала уларҙан баш тартам. Тауыш та ял итергә тейеш, – ти йырсы, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы Венера ЮЛГИЛДИНА.

Һеҙҙә нимә? Беҙҙә – отпуск!
Һеҙҙә нимә? Беҙҙә – отпуск!
Һеҙҙә нимә? Беҙҙә – отпуск!
Һеҙҙә нимә? Беҙҙә – отпуск!
Һеҙҙә нимә? Беҙҙә – отпуск!
Һеҙҙә нимә? Беҙҙә – отпуск!














Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы