RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ейәнсураның “Ейәнсура”һы

07.06.2017 Ейәнсураның “Ейәнсура”һы

Ейәнсураның “Ейәнсура”һы
Башҡорт эстрадаһына яңы йүнәлеш биргән “Каруанһарай”, “Ант”, “Аҡйондоҙ”, “Рух” төркөмдәренең тарихы үткән быуаттың 90-сы йылдары башына барып тоташа. Ә бына Ейәнсура районының Самаҙы ауылында 1985 йылда уҡ башҡортса йырлаған айырым төркөм барлыҡҡа килә.
Үҙәк каналдан барған “Иртәнге почта” тапшырыуын ҡарарға ярат­ҡан Наил Юлдашбаев 8 – 9-сы кластарҙа уҡығанда уҡ башҡорт йырҙарын гитарала уйнап, заманса эшкәртеп башҡарырға хыяллана башлай. Был хыялын күрше йортта йәшәүсе Мөнир Ҡарабаев менән дә бүлешә. Ике егет ҡайын туҙынан барабан, фанеранан гитаралар эшләп ҡарай, “Кино”, “Машина времени” төркөмдәренең йырҙарын өйрәнә. Ул ваҡытты һәр кем хәтерләйҙер: гитарала уйнаған егеттәрҙе ауыл халҡы ҡала шпанаһы образында ҡабул итә. Шуғалыр ҙа бәләкәй ауылда, гармунда, баянда уйнаған егеттәр булһа ла, гитара менән ҡыҙыҡһыныусылар юҡ тиерлек. Наил менән Мөниргә ата-әсәһе был уйын ҡоралын алып биреү тураһында уйламай ҙа. Мәктәпте тамамлағас, Наил тәүге эш хаҡына ябай ғына гитара һатып ала. Самаҙының гитара менән ярайһы ғына булышҡан берҙән-бер ир-уҙаманы Факил Исхаҡов егеттәргә аккорд­тар­ҙы алыу, тауыш сығарыу буйынса тәүге дәрестәр­ҙе бирә. Ҡалғанын инде улар үҙҙәре уйнап өйрәнә.
Наил Юлдашбаев әрме хеҙмәтенән ҡайтыу­ға Мөнир бер нисә егет менән сәхнәлә сығыш яһай башлаған була. Мәҙәниәт йортонда эшләүсе Факил Исхаҡов уларҙы ябай ғына булһа ла музыка ҡоралдары менән тәьмин итә. Шулай итеп, Самаҙы ауылының йыр-моң яратҡан, яңы идеялар менән янған талантлы егеттәре Даян Дәүләтбаев (һуҡма инструменттар), Наил Юлдашбаев (соло-гитара), Фәтих Ҡылысбаев (синтезатор), Мөнир Ҡарабаев (вокал, бас-гитара) бер төркөм булып, сәхнәне яуларға юлға сыға. 1985 йылдың 8 марты була ул. Легендар “Машина времени” төркөмөнөң “Реки и мосты” йырын яңғыраталар.
Артабан егеттәр башҡорт телендә репертуар туплауға тотона. Иң тәүҙә ул йылдарҙа үтә лә популяр булған “Ялан сәскәләре”, “Туй күлдәге”, “Ҡайтауаз” йырҙары өйрәнелә, Мөнир “Афғанстан” тип аталған тәүге йырын ижад итә. Йәш төркөмдөң даны бөтә районға тарала.

Наил ЮЛДАШБАЕВ, төркөмдөң етәксеһе:
– Дүрт йыл буйы беҙ төркөмгә исем ҡушыу тураһында уйламаныҡ. Халыҡ араһында “Кино”, “Самаҙы”, “Зианчура егеттәре” тип йөрөтә торғайнылар. 1989 йылда райондарҙа “Аҡтирмә” мәҙәни үҙәктәре эшләй башланы. Район үҙәге Иҫәнғолда үткән концертҡа саҡырыу алғас, үҙебеҙгә исем уйларға тотондоҡ. Тап шул саҡта Зианчура атамаһын Ейәнсураға үҙгәртеү тураһында бәхәстәрҙең ҡыҙған мәле ине. Быға үҙ өлөшөбөҙҙө индереү маҡсатында төркөмдө “Ейәнсура” тип атаныҡ. Үҙебеҙгә әллә ни ҙур маҡсаттар ҡуймағайныҡ, булғанына шатланып ижад иттек. 80-се йылдарҙың популяр йырҙарын да, “Порт-Артур”, “Шәл бәйләнем”, “Шахта” кеүек халыҡ ижады өлгөләрен дә, шаян таҡмаҡтарҙы ла башҡарҙыҡ. Мөнир төрлө көнүҙәк темаға йырҙар ижад итте. Бер нисә йылда ҙур концерт ҡуйырлыҡ репертуар тупланыҡ. 7 – 8 йылда райондың барлыҡ ауылын икешәр тапҡыр концерт менән урап сыҡтыҡ. Самаҙы ауылында аҙнаһына 2 – 3 көн тере тауышҡа йәштәр өсөн дискотека ойоштора инек. Тирә-яҡ ауыл йәштәренең йөк машиналарына тейәлеп килгәне булды. Һуҡма инструменттарҙа уйнаусы Даян төркөмдән киткәс, уны Рәсүл Татлыбаев алмаштырҙы. Ул мәрхүм булғас, Рәиф Хәмиҙуллин килде. Мөнирҙең тауышы үҙенсәлекле яңғырай, барлыҡ репертуарҙы уға яраҡлаштырып һайлай инек. Кантри стиле өҫтөнлөк итте, бәлки, шул үҙенсәлек менән дә халыҡты ылыҡтыра алғанбыҙҙыр.
1992 йылда музыка ҡоралдарын яңырттыҡ. Шул йылда районға гастроль менән “Ант” төркөмө килде һәм беҙгә “Йәшлек” гәзите ойошторған “Урал моңо” фестивалендә ҡатнашырға тәҡдим итте. Быға тиклем ҙур сәхнәгә сығыу ниәте булмаһа ла, был тәҡдимде күтәреп алдыҡ. Тиҙ арала “Борсолма, дуҫҡай”, “Яҙ йыры”, “Күрше ҡыҙы Гөлнара” йырҙарын кассетаға яҙҙырып, почта аша конкурсҡа ебәрҙек.
1993 йылда “Урал моңо”нда ҡатнашырға теләк белдереп, 150-нән ашыу кеше йырҙарын ебәргән була. Жюри ағзалары уларҙың 70-ен 2-се турға саҡыра. Ә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк гала-концертҡа тик 16 ғына бәйгесе эләгә. Улар араһында “Ейәнсура” егеттәре лә була. Әйтергә кәрәк, башҡа райондар хакимиәттәре үҙҙәренең йырсылары өсөн махсус сәхнә костюмдары тектертә, транспорт бүлә. Тик самаҙылар ғына бындай иғтибарҙан мәхрүм була. Гита­ралар, синтезатор йөкмәп, “Ика­рус” автобусында һигеҙ сәғәт килгән, ябай күлдәктәрҙә сәхнәгә сыҡҡан егеттәр һынатмай. Улар 1-се дәрәжә лауреат исемен алып ҡайтып китә. Конкурстан һуң “Күрше ҡыҙы Гөлнара” йыры бер нисә ай рәттән хит-парадта тәүге урынды биләй. Егеттәр төрлө төбәктән килгән һөйөү хаттарына, ҡотлау открыткаларына күмелә. Шул уҡ йылда уларҙы Йылайыр районында үткән Башҡорт йәштәре йыйынында сығыш яһарға саҡыралар. Башҡортостан телевидениеһы бер нисә йырға клип төшөрөргә тәҡдим итә. Йырсылар Винер Абдуллин, Лилиә Букеева, “Каруанһарай” төркөмө бергә концерттар менән гастролдәргә саҡыра. Сибай ҡалаһы, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондары, Ырымбур өлкәһе “Ейәнсура” төркөмөнөң концерттарын үҙҙәрендә лә ойошторорға теләк белдерә. Ҡыҫҡаһы, егеттәр алдында бар ишектәр ҙә асыла. Рәхәтләнеп ижад ит кенә кеүек...
Тик саҡырған ергә йөрөү өсөн юл сығымдарын ҡаплау кәрәк. Яңы ғына өйләнгән егеттәр иңенә ғаилә мәшәҡәттәре ята. Етмәһә, ауыр 90-сы йылдар. Район мәҙәниәт бүлеге ярҙам итергә теләмәй, киреһенсә, ауыл мәҙәниәт йортонда эшләгән бер нисә егет эштән бушатыла. Улар үҙҙәрен урап үтер юлы булмаған таш стена алдында торғандай хис итә. Ҡыҫҡаһы, егеттәр өсөн сәхнә “ҡиммәтле ризыҡ”ҡа әүерелә. Төркөмдөң ауыр хәлен күреп-белгән район шәхестәре ваҡытлы матбуғат биттәре аша мәҙәниәт бүлегенә асыҡ хат менән дә мөрәжәғәт итеп ҡарай, бағыусылар эҙләй. Тик алға китеш булмай, көткән ярҙам да күрһәтелмәй.
1995 йылдың июнендә Самаҙы ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрелә. Шул көндө “Ейәнсура” төркөмө ҙур концерт программаһы менән сығыш яһай һәм эшмәкәрлеген туҡтата. Мөнир Ҡарабаев бөгөн – фән кандидаты, Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡытыусы булып эшләй. Наил Юлдашбаев Иҫәнғол ауылының 3-сө мәктәбендә балаларға белем бирә, район һәм республика баҫмаларында ҡыйыу фекерле мәҡәләләр менән йыш сығыш яһай. Фәтих Ҡылысбаев – Иҫәнғол ауылында, Рәиф Хәмиҙуллин Өфө ҡалаһында йәшәй. Егеттәр йырҙан, сәхнәнән алыҫлашҡан кеүек тойола. Әммә уларҙың дуҫтары, туғандары, һаман да һағынып һөйләгән тамашасылары төркөмдөң тағы ла бергә сығыш яһауын өҙөлөп көтә. Әйткәндәй, Наил Юлдашбаевтың улы Тимур бөгөн дуҫы Дәмин Ҡыуатов менән “Үрмәксе” төркөмө ойоштороп, ярайһы ғына уңышлы сығыш яһай. “Ҡош юлы” фестивалендә ҡатнашыусылар улар менән бер нисә йыл элек үк танышты. Был йәш егеттәр “Ейәнсура” төркөмөнөң биш йырын тергеҙеп, ҡабат сәхнәгә сығарҙы. Көслө алҡыштарға, ҡушылып йырлауҙарға ҡарап, “Ейәнсура” төркөмөнөң бөгөнгө йәштәр өсөн дә ят түгеллеген аңлар­ға була. Бәлки... Бәлки, тарих тәгәрмәсе үткәндәргә алып ҡайта алмаҫ, әммә үткән йылдарҙың йырсылары тағы ла бер сәхнәгә күтәрелер?..

Гөлнур ҠЫУАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы