RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

07.06.2017 «Мәскәү һөйләй»

«Мәскәү һөйләй»
Хәтерләйһегеҙме? Иртәнге сәғәт 7. Гимн. Башҡортостан радиоһы менән йоҡо асыла, көн башлана ине. Кухня стенаһына беркетелгән радио күптәр өсөн берҙән-бер яңылыҡтар һәм мәғлүмәт сығанағы була торғайны. Ә дикторҙың “Мәскәү һөйләй” тигән һүҙҙәренән һуң эфир тулҡындарына сыҡҡан яңылыҡтарҙы ишетһәң, һинең алдыңда бөтә донъя асылғандай тойола ине.

“Юлдаш” каналында сыға башлаған “Мәскәү һөйләй” тапшырыуының исеме тап ошо бала саҡ хәтирәләренән килә. Программа герой­ҙары – Рәсәйҙең баш ҡала­һында йәшәүсе ватандаштарыбыҙ. Тап­шырыу барышында улар­ҙың тормошо, уй-маҡсаттары асыла, күргән-кисергәндәре баш­ҡаларға фәһем бирерлек итеп бәйән ителә. Мәскәүгә ни өсөн күсергә булғандар, ҙур ҡалала ниндәй ҡатмарлыҡтар аша үтергә тура килгән, ил баш ҡалаһына күсеү тыуған ереңде ҡалдырыуға тиңме, унда башҡорт телен һаҡлап ҡалыу еңелме – тапшырыу ҡунаҡтары ошо һорауҙарға яуап бирә.
Мәскәү – үҙ эсенә 12 миллиондан ашыу кешене һыйҙырған, донъялағы иң ҙур ҡалаларҙың береһе. Бында килеп, тормош юлын яра алған, һынып ҡалмаған, үҙ телен юғалтмаған, бәләкәй Ватанының мәҙәниәтен, спортын, ғилемен күтәреүгә өлөш индергән һәр кеше герой исеменә лайыҡ. “Мәскәү һөйләй” тапшырыуында Гөлназ Ғә­лимуллина ҡунаҡтарын мегаполистың ығы-зығыһынан бер аҙға айырып, тормош фәлсәфәһенә бәйле әңгәмә ҡора. Гөлназ Мәскәүҙә бишенсе йыл йәшәй. Юлдаш телеканалында башҡортса-инглизсә барған “Тат­лы Смайл” авторы һәм алып ба­рыусыһы, документаль фильмдар режиссеры булараҡ билдәле. Рәсәйҙең баш ҡалаһында шулай уҡ фильмдар эшләүен дауам итә, фотограф һөнәрен дә үҙләш­тергән.
“Геройҙарҙы табыу ауыр түгел. Һәр кешенең тормошо кино төшөрөрлөк, – ти Гөлназ. – Яҡташта­рыбыҙ Мәскәүҙә бик күп, тик бөтәһе лә башҡортса һөйләшмәй. Улар ҙур ҡалаға килеп телен юғалтыусылар түгел. Киреһенсә, тыуған еренән алыҫта йән-ҡан тартыла башлай, башҡорт телен, мәҙәниәтен өйрәнә башлаусылар күп. Тапшырыуҙа ундай геройҙар ҙа буласаҡ”.
Программа әлегә айына бер тапҡыр, һуңғы шәмбеһендә сыға. Эфир ваҡыты – иртәнге сәғәт 10-сы 15 минут һәм киске 10-сы 15 минут. Геройҙарҙың тығыҙ эш графигын күҙ уңында тотҡанда, был бик уңайлы ваҡыт. Әлегә йәйге тапшырыуҙар әҙерләнә. Бар республикаға гөрләп һөйләп торған “Юлдаш” радиоһында донъя күргән тапшырыуҙа бөтәһе лә ҙур теләк һәм шатлыҡ менән ҡунаҡ булырға ризалаша. “Мәскәү һөйләй” тапшырыуы улар өсөн – тағы ла бер тапҡыр тыуған еренә сәләм еткереү һәм ватаны менән бәйләнешкә инеү мөмкинлеге.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы