03.04.2017 Һуҡмағыбыҙ ҡасан оло юлға сығыр?
Диалектикала һандың сифатҡа әйләнеү законы бар. Экологияға арналған йыл быуат башынан бирле өсөнсөгә әйләнеп ҡайта.
Бәлки, уның ҡабатланып тороуы яйлап булһа ла аңыбыҙға экологик мәҙәниәтте һеңдерә барыр? Исемле йылда Рәсәйҙә экологик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә 300 миллиард һумға яҡын аҡса тотоноласаҡ. Тормош алға барған һайын, ул проблемалар арта һәм ҡатмарлаша ғына. Әҙәм балаһына көнкүрешен, ялын, ижадын, хеҙмәт шарттарын уңайлыраҡ, сифатлыраҡ, еңелерәк итергә тырышыу хас. Бер яҡтан был – прогрестың этәргес көсө. Миҙалдың икенсе яғында – шуның һөҙөмтәһе: ер, һыу, һауаның етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарынан зыян күреүе. Хәйер, алдынғы Европа илдәрендә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм яңынан ҡулланыу яйға һалына. Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмда йорттарҙы йылытыу өсөн яғыулыҡ һатып алынмай, ә ҡый-ҡалдыҡ ҡына тотонола. Швейцарияла, үҙҙәренең көнкүреш ҡалдыҡтарын тулыһынса эшкәртеп бөтөп, сит илдәрҙән һатып алыуҙы хәстәрләйҙәр. Беҙҙең өсөн был ғәмәлдәр әкиәт кеүек яңғырай. Хәйер, Рәсәй тураһында һүҙ йөрөтмәгәндә лә, үҙебеҙҙең республикала ла ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу тәжрибәһе бар. Ул Стәрлетамаҡта ойошторолдо, ләкин артабан закон, тәртип, система кимәленәсә үҫешә алмауы үкенесле.
Быйылғы исемле йыл айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә төп иғтибарҙы йүнәлтеүҙе күҙҙә тота. Илдә уларға ҡарата халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы арта, сәбәбе – экологик туризмдың йәйелдерелеүе. Ҡурсаулыҡтарҙы үҫтереү, солоҡ ҡортон һаҡлау буйынса Башҡортостанда етди саралар планлаштырыла. Урмандарҙы йәшәртеү, ишәйтеү ҙә – мөһим йүнәлеш. Гүзәл тәбиғәтебеҙ ҡосағында ял ойоштороу, туристарҙы йәлеп итеүҙе алдынғы индустрия кимәленә күтәреү – заманса дәүләт сәйәсәтен үткәреүҙе талап иткән өлкә. Был мәсьәләләр "Юлдаш" радиоһында тиҫтә йылдан ашыу "Йәшел бишек" программаһында яҡтыртыла килде, ә быйыл "Экоһуҡмаҡ" тип аталған айлыҡ радиожурналда сағылыш таба. Экологик мәҙәниәтебеҙ, аңыбыҙ әле тар һуҡмаҡ хәлендә генә. Халыҡтың тирә-яҡ мөхит торошо, тәбиғәттең хәленә ҡағылышлы проблемаларҙы алға ҡуйыуы шул һуҡмаҡтың тиҙерәк оло юлға әйләнеренә өмөт тыуҙыра. Тапшырыуҙы айҙың һәр дүртенсе дүшәмбеһе иртәнге 11 сәғәт 15 минутта һәм киске 9-сы 15 минутта тыңлағыҙ. Яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта ла тыңларға мөмкин.
Адресы: юлдашфм.рф
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»