RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Талантҡа бай Буранбай

30.03.2017 Талантҡа бай Буранбай

Талантҡа бай  Буранбай
Баймаҡ егете, ҡайҙа ғына эшләһә лә, тыңлаусыларын яңынан-яңы йырҙары менән һөйөндөрөп торасаҡ

Уны баш ҡалала үткән төрлө концертта, йәштәр өсөн үткәрелгән байрамдарҙа йыш осратырға мөмкин. Интернет селтәрендә иһә йырҙары көндән-көн популярлыҡ яулай. Буранбай АҠҠУЖИН әүҙемлеге, таланты менән ижад майҙанында үҙ тамашасыһын, тыңлаусыһын тапты, тип ышаныслы әйтергә була.

– Буранбай, ҡасандан ижад менән ҡыҙыҡһынаһың?

– Йырға һөйөү бала саҡтан уҡ бар. һәр ваҡыт йырсыларға ҡарап һоҡлана торғайным. Уларҙың йырлауы, кейенеүҙәре, ҡыланыштары һәм сығышынан һуң тамашасыларҙың алҡыштары – быларҙың барыһы ла минең хыялыма әйләнде һәм күңелемдә һөйөү уятты. Баймаҡ районының Йомаш ауылында ябай ғына ғаиләлә тыуып үҫтем. Әсәйемдең көлөп һөйләүе буйынса, әле саҡ тотоноп, ай-тай торғанда уҡ телевизорҙан төрлө башҡортса йыр яңғыраһа, күлдәгемде һуҙып, итәк итеп бейеп маташҡанмын. Бала сағымда әсәйем ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йорто директоры булып эшләне һәм уның артынан ҡалмай бергә йөрөнөм. Сөнки унда миңә ҡыҙыҡ була торғайны: төрлө музыка ҡоралы, музыканттар, йырсылар. Ауыл­даштарым ҡуйған концерттарҙы иҫем китеп, донъямды онотоп ҡарай торғайным. Беренсе тапҡыр үҙем сәхнәгә “Байыҡ” бейеүе менән биш йәшемдә сыҡтым. Оялдым, атайымдың гармунда уйнауы ғына көс бирҙе. Башланғыс кластарҙа уҡыған саҡта дәрес ваҡытында эстән көйләп ултырып, онотолоп йырлап ебәргәнем өсөн уҡытыусыларҙан әрләнә инем. Туғыҙ йәшемдә гармунда уйнарға өйрәндем, район кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, йыл һайын тиерлек “Иң йәш гармунсы” номинацияһында еңеү яуланым. Һуңынан инде ҡурайҙа уйнарға өйрәндем, мәктәп ансамбленә йөрөнөм. Атайым менән әсәйемә рәхмәтлемен, ҡыҙыҡ­һыныуымды күреп, ниндәй уйын ҡоралы һораһам да, гел алып бирҙеләр. Мәктәпте тамамлап, Өфөгә килгәс, аранжировкалар эшләү менән мауығып киттем. Һирәкләп үҙем дә йырҙар ижад итә башланым.

– Әлеге ваҡытта ҡайҙа белем алаһың?

– Башҡорт дәүләт университетының Эш­ҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге фа­культетында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм технологияһы профиле буйынса белем алам. Буласаҡ һөнәрем – эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге мәғлүмәттәрҙе һаҡлау, йәғни информацияны һаҡлау. Әлеге мәлдә диплом эше яҙам. Ә магистратураны Хоҡуҡ институтында тамамларға теләгем бар.

– Һин Баймаҡ ерендә үҫкәнһең, унда халыҡ йырҙарына иғтибар ҙур. Уларҙы башҡара­һыңмы?
– Әлбиттә. Халыҡ йырҙарын бәләкәйҙән тыңлап үҫтем. Кис етһә, атайым гармунда уйнар, әсәйем таҡмаҡтар, бәйеттәр, оҙон көйҙәрҙе йырлар ине, мин һоҡланып тыңлап ултырам. Шулай ҙа уларҙы ҙур сәхнәләрҙән башҡарғаным юҡ, бының өсөн ныҡлы әҙерлек кәрәк. Хыялым бар, төрлө эксперименттар эшләп ҡарарға була. Мәҫәлән, берәй халыҡ йырын заманса аранжировка менән башҡарырға. Хәҙер бит күп йырсы шулай йырлай һәм халыҡ уны йылы ҡабул итә.

– Уҡыу, йыр, конкурстар, концерттар... Барыһына ла нисек ваҡыт еткерәһең?

– Үҙемдең көн режимын алдан билдәләйем. Сөнки ҡайһы саҡ шул тиклем ваҡиғалар күбәйә, буталып китергә була. Ҡул ҡаушырып, буш ултырырға яратмайым. Уҡыуға ваҡытымдың күп өлөшөн бүләм, уға яуаплы ҡарайым. Мин әле йәш, белем алыр, һөнәргә өйрәнер ваҡытым. Бөгөн белемлеләр заманы, технологияларҙы, сит телдәрҙе күберәк белгән һайын мөмкинлектәр ҙә арта бара. Илһам да бит һорап килмәй, уйламағанда йырҙар яҙыла, күңел сәхнәгә тартыла. Шуға күрә ижадҡа ла ваҡытты сикләмәйем. Кон­церттарға килгәндә инде, аҙна һайын йәштәргә арналған сараларҙа, кисәләрҙә сығыш яһайым. Уларҙың күбеһе ял көндәренә тура килә, уҡырға ҡамасауламай. Һуңғы ваҡытта төрлө конкурста ҡатнаша башланым. Интернет селтәре аша ижади бәйгеләрҙе күҙәтеп барам. Яңыраҡ Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты үткәргән “Етегән” асыҡ республика конкурсында “Мөхәббәт йыры” номинацияһында Гөлшат Йосопова менән бергә еңеү яуланыҡ.

– “Йәшлек-шоу”, “Етегән” кеүек эстрада конкурстары менән бер рәттән, һине “Ҡош юлы” фестивале буйынса бард-йырсы булараҡ та беләбеҙ...

– 9-сы класта уҡыған саҡта беҙҙең мәктәптә гитара түңәрәге асылды. Минең гитарам юҡ ине, бар ауылды ҡыҙырып йөрөп эҙләнем. Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ булғанғамы, был ҡоралда уйнарға еңел өйрәндем. Шул йылда “Ҡош юлы” фестивале иғлан ителде һәм үҙем ижад иткән ике йырҙы башҡарып, видеояҙмаһын конкурс­ҡа ебәрҙем. Унда “Иң йәш гитарасы” номинацияһын яуланым.

– Киләсәктә үҙеңде кем итеп күрәһең? Йыр һинең ғүмерлек юлдашыңмы?

– Йырҙан, ижадтан айырылырға иҫәбем юҡ. Ҡайҙа ғына булһам да, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, ижадыма кире яҡтан тәьҫир итмәҫ тип уйлайым. Киләсәктә лә яңынан-яңы йырҙар яҙып, тыңлаусыларымды, тамашасыларымды ҡыуандырып торасаҡмын. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә теләйем. Хыялдарым ҙур, ниәттәрем изге. Барыһы ла яҡшы булыр, тигән өмөт менән йәшәйем.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы