27.03.2017 "Йырҙар менән еңдем һынауҙарҙы"
Гел йылмайып, шаян һүҙ һөйләп йөрөгән кеше тормошта тик бәхетле мәлдәр генә кисергән кеүек тойола. “Исемһеҙ” халыҡ йырсыһы Бибисара АЗАМАТОВА (халыҡ артистарынан айырмалы рәүештә, һәр концерты, гастроле аншлаг менән үткән йырсының әлегә хатта атҡаҙанған тигән исеме лә юҡ):
“Был донъяның ҡәҙерҙәрен белеп,
Йәшәргә лә әле йәшәргә!” – тип юҡҡа ғына йырламайҙыр. Сөнки ул – тормошонда әллә нисә тапҡыр үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан кеше.
1) Бала саҡтан юҡлыҡты күреп үҫтем. Аяғыма кейергә ботинка булмау сәбәпле, 1-се класҡа уҡырға, Октябрь байрамы үтеп, ҡар төшкәс кенә барҙым. Төпләнгән быймам бар ине, ҡышҡыһын шуны кейеп йөрөнөм. Әсәйем һауынсы булып эшләгәс, күберәк мине өләсәйем ҡарап үҫтерҙе. Йәшләй ҡул араһына индем, эш менән ризыҡ, аҡса табып булғанын белдем. Яҙ етһә, ялан аяҡ тау-урмандар гиҙеп, йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы йыйҙым. Өләсәйем бешергән һарына бутҡаһының тәме һаман да телем осонда һаҡлана. Йәй буйы еләк, муйыл йыйып, Баймаҡ баҙарында биҙрәһен ун һумдан һата торғайным (тиҙерәк тултырыу өсөн емеште үҙ-үҙемдән йәлләп ашаманым. Хәҙер ҙә кинәнеп ашай алмайым). Көҙ көнө кешегә бәрәңге ҡаҙышырға йөрөнөм, аҙаҡҡы көн ярҙам өсөн уның ике биҙрәһен үҙемә бирәләр ине.
Әсәйем, төн етһә, күп эштән ярылып бөткән ҡулдарын содалы һыу менән сайып, майлап бәйләй ҙә, шәм яҡтыһында теген эшенә ултыра. Мин уның янында йырлай-йырлай кейәүгә сығасаҡ ҡыҙҙарға бирнә өсөн таҫтамалдар, ҡулъяулыҡтар сигәм. Уҫаҡтан үреп эшләнгән, һыланған текмәлә бер йыл ер иҙәндә йәшәнек. Әммә минең өсөн был йорт затлы һарайҙарҙан да ҡәҙерлерәк булып ҡала.
2) Уҡырға теләгем ҙур булды. Ауылдың башланғыс мәктәбен тамамлағас, ярты йыл 25 саҡрым араны аҙна һайын йәйәү йөрөп, Таулыҡай ауылында, аҙаҡ Баймаҡта уҡыным. Ул саҡта бүренән ҡамалғаным да булды. Уҡыу йылы тамамланғас, документтарымды район мәғариф бүлегенә алып барып тапшырҙым. Йәй аҙағында Сибай интернатына уҡырға ебәрҙеләр һәм унда 8-се класҡа тиклем белем алдым. Бейеү ансамбленә йөрөнөм, йырланым. Саңғыла йүгереү буйынса беренсе разряд яҡланым. Сибайҙа уҡыуым менән ғорурланам. Унда минең характерыма, киләсәгемә нигеҙ һалынды, тип әйтергә була. Йәйге ял йыл һайын колхоз эшендә үтте.
Мәктәпте тамамлағас, хирург булырға теләп, дауаханаға санитарка булып эшкә урынлаштым (эш стажы булғанда, рабфакка уҡырға алалар ине). Яңы тыуған сабыйҙың үлемен күргәс, был теләгемдән һүрелдем. Район комитетынан яңы асылған һыра заводына комсомол ойошмаһы секретары итеп эшкә ебәрҙеләр. Төндәр буйы ултырып, аҙна эсендә машинкала баҫырға өйрәнгәнем хәтергә уйылып ҡалды.
Ситтән килгән белгестәр бер аҙ эшләп ала ла, Баймаҡ ерен үҙһенмәй, тыуған яҡтарына кире ҡайтып китә ине. Урындағы кешене уҡытайыҡ тип, райондан мине Одессалағы тиҙләтелгән курсҡа уҡырға ебәрҙеләр. Аҙаҡ ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамланым. Уҡып ҡайтҡас, мастер вазифаһынан директорға тиклем күтәрелдем. Тәүгеләрҙән булып республикала атҡаҙанған аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәре тигән юғары исемгә лайыҡ булдым.
3) Буш ваҡытым аш-һыу араһында үтә, бешеренергә яратам. Бала саҡтан өләсәйемдән ҡурмас ҡыҙҙырырға, һағыҙ ҡайнатырға өйрәнеп, урам балаларын һыйлай торғайным. 3-сө класта уҡығанда уҡ тәүге тапҡыр майлы икмәк бешерҙем.
Ғаилә менән йыйылғанда балаларҙы бишбармаҡ, ҡоймаҡ менән һыйлайым. Дуҫтарымдың да кемеһе ниндәй ризыҡ яратҡанын белеп бөткәнмен. Хәҙер күптәр яратып ашаған ҡытай, төрөк ризыҡтарына иҫем китмәй. Үҙебеҙҙең милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәм. Тултырма, ҡаҙы тултырыу, ҡаҙ ҡаҡлау, ҡамыр ризыҡтары һәйбәт килеп сыға. Юлда йөрөгәндә, ҡунаҡта ниндәйҙер ят ризыҡ менән һыйланғанда, рецебын мотлаҡ һорап алам. Тормоштоң әсеһен күп татығанғамы икән, әсе ризыҡтарҙы яратмайым. Сөсө ҡорот, сөсө икмәк – минең өсөн яратҡан ризыҡ. Гастролгә мотлаҡ үҙем бешергән ризыҡтарҙы алып сығам. Әсәйем, һәр ваҡыт ашты яҡшы кәйеф, яҡты уйҙар менән бешер, тип өйрәтте. Шул саҡта ғына ул тәмле һәм шифалы була.
4) Һыра заводында эшләгәндә, агитбригада ҡуйған концерттарҙа ҡатнаша башланым. 1968 йылда Рәшиҙә Туйсина менән бергә Урал аръяғы райондары буйлап тәүге гастролгә сыҡтым. Шул уҡ йылда райондың 30 йыллығына ҡарата телевидениела махсус тапшырыу эшләгәйнеләр, унда “Йәш нараттар”, “Матур гөлөм” йырҙары менән сығыш яһаным. Уны ишеткәс, Заһир Исмәғилев яңы асылған Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға саҡырҙы. Әсәйем, әртис тормошо сиған тормошо кеүек, тип ризалыҡ бирмәне.
Шулай ҙа яҙмышыма һуңлап булһа ла йырлап йәшәү яҙған булып сыҡты. Кешеләр аҡса йыйып, ҡатлы-ҡатлы йорттар һала, затлы машиналар ала. Ә мин яңы йырҙар яҙҙырам, сәхнә костюмдары тектерәм, концерттар ҡуям. Сәхнәгә һуң сыҡҡас, гастролгә бергә йөрөгән йәш йырсылар: “Уны халыҡҡа мин сығарҙым”, – тигән маҡтаныу һүҙҙәре лә әйткән. Әммә бер ваҡытта ла кешегә эйәрмәнем, кеше эҙенән барманым. Таланты булмаған кеше популяр йырсы менән гастролгә йөрөп кенә танылыу яулай алмай. Яҙған сәғәтем еткәс, йыр менән генә йәшәр мәлем башланды.
5) 1957 йылда беҙ ҡалпаҡлы радио алдыҡ. Төш мәлендә Фәриҙә Ҡудашева, Мәғәфүр Хисмәтуллин кеүек билдәле йырсыларҙың концерты яңғырай, аҙаҡ ул тынып ҡала. Бала аҡылым менән, йырсылар ҡалпаҡ аҫтында ултыра, мине ишетәләр, тип уйлайым. “Ә хәҙер, Фәриҙә апай, мин йырлайым!” – тип, урындыҡҡа баҫам да белгән йырҙарҙы йырлай торғайным.
1988 йылда легендар йырсы менән яҡындан танышыу бәхете тейҙе. Ул миңә доға уҡып, йырсы булырға фатиха бирҙе. Йыл һайын теплоходта ойошторолған “Өфө – Болғар – Ҡазан – Өфө” сәйәхәтенә саҡырып, сығыштар яһата ине. Рәхмәтем сикһеҙ, шуға ла, рухы шат булһын тип, һәр аҙнаның кесе йомаһында белгән доғаларҙы уға бағышлайым.
6) Мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып йөрөгән тәүге мөхәббәтем менән ғаилә ҡороу бәхетен татыным. Тик яҙмыш һынауҙарына ҡаршы торорлоҡ көс юҡ: йәшләй генә юлдарыбыҙ айырылды. Үҙем үгәй атай ҡулында үҫкәс, балаларыма ундай тормошто теләмәнем. Тәҡдимдәр булһа ла, башҡаса ғаилә ҡороу тураһында уйламаным.
Ике ҡәҙерле ҡыҙым, уларҙан да татлыраҡ ике ейәнем бар. Ҡыҙҙарым Альбина менән Эльвира мәктәптә эшләй. Йырға таланттары бар, әммә ниңәлер уларҙа сәхнәгә сығырға ынтылыш булманы. Оло ейәнем Марат, Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, “Роснефть” компанияһында эшләй. Ә кесеһе Арыҫлан әле балалар баҡсаһына ғына йөрөй. Улар – минең тормошомдоң мәғәнәһе лә, һынауҙар алдында ебеп ҡалмаҫҡа көс биреүсе лә, ауыр саҡта йыуатыусы ла, шатлыҡтарыма һөйөнөүсе лә.
7) Мин донъяға көләпәрә менән тыуған сабыймын. Өс йәшем тулмаҫ борон, бейә һауған өләсәйем абайламай ҡалған, урман араһына инеп юғалғанмын. Барлыҡ йәйләү кешеләре сығып, эҙләп, өсөнсө көн тигәндә табып алғандар. Юл буйлап барғанымды бер көтөүсе ағай тау башынан күреп ҡалған. Был осраҡты яҙмыш ҡөҙрәте тип ҡабул итәм: бер ҡасан да барған юлымда аҙашманым, ситкә тайпылманым.
Яҙмыш миңә ниндәй генә һынауҙар ҡуймаһын, Аллаһы Тәғәлә һәр ваҡыт уларҙы үтергә көс бирҙе. 25 йәшемдә тәнемдең 80 проценты бешеп, биш айға яҡын ҡуҙғала ла алмайынса дауаханала яттым. Үҙәк буйым зарарланып, тауышым бер аҙ ҡарлығып ҡалды. Иҫән ҡалыуым һәм моңло тауышымды юғалтмауым өсөн Аллаға рәхмәтлемен. 2001 йылда юл һәләкәтенә осраным, бала табыр алдынан ғына һыуға бата яҙҙым. Шундай һынауҙар үткәнгә лә тормошто яратам. Һәр йәшәгән көнөм менән бәхетлемен, кешеләр менән ихлас аралашыу күңелемә рәхәтлек бирә. Йырҙар менән һынауҙар ҙа еңел үтелә, яраланған йәнгә дауа ла табыла.
Ҡыҫҡаһы, йәшәйем һәм йырлайым!
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»