RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Урал батыр” барҙа ил үлмәҫ!

17.02.2017 “Урал батыр” барҙа ил үлмәҫ!

“Урал батыр” барҙа ил үлмәҫ! Мәләүез районының Нөгөш ауылында “Урал батыр” эпосын һөйләүселәр байрамы уҙҙы
Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы – “Урал батыр” эпосы үҙендә баһалап та бөткөһөҙ аҡыл, көс, һөйөү көсө туплаған, йыһан кеүек тәрән ауыҙ-тел ижады өлгөһө булып тора. Уның меңәр йылдар дауамында халыҡ хәтерендә һаҡланып, беҙҙең көнгә килеү етеүе – үҙе мөғжизә. Ошо сәбәпле үҙен башҡорт тип иҫәпләгән һәр кеше эпосты белергә, хәтерендә тоторға бурыслы. Ошо йәһәттән үлемһеҙ әҫәрҙе тасуири һөйләү буйынса саралар үткәреү – бик изге эш.

9 февралдә Башҡортостандың күркәм һәм ҙур тарихлы урынында – Мәләүез районының Нөгөш ауылында “Урал батыр” эпосы байрамы үтте.
Сараны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы 2012 йылдан бирле ойоштора. Әйткәндәй, Нөгөшкә тиклем ошондай байрам Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Әбйәлил, Яңауыл райондарында булды. 21 февралдә иһә Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡытыусылар, студенттар, республиканың йәш сәсәндәре ҡатнашлығында шундай сара уҙасаҡ.
Нөгөштәге осрашыу “Башҡор­тостан” милли паркы идараһы бинаһында үтте. Был урын тиктәҫкә генә һайланмаған – 2017 йыл Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Быйыл шулай уҡ Рә­сәйҙең ҡурсаулыҡтар системаһын булдырыуға ла бер быуат тулды.
– Беҙ был байрамды милли парк биләмәһендә тәүгә үткәрәбеҙ, – ти парк директоры урынбаҫары Лилиә Сол­тангәрәева. – Ки­лә­сәктә лә матур традицияға әүерелер тип ышанабыҙ. Эпоста Нөгөш Уралдың улы икәнлеге, тәбиғәтте һаҡлау тураһында әйтелә. Шуға күрә лә Нөгөш исемен йөрөткән урында йыйылыуыбыҙ, унда эпосты уҡыу, йолаларҙы атҡарыу бик мәслихәт эш булып тора.
Байрам башында Нөгөш мәктәбенең спорт секцияһы тәрбиәләнеүселәре милли көрәштә сығыш яһаны. Элек батырҙар ҡышҡыһын да көс һынашҡан: бөгөнгө үҫмерҙәр ҙә һынатманы, ҡарлы майҙансыҡта бер-береһен билдән атып бәрҙе генә. Аҙаҡтан бар ҡунаҡтар түңәрәкләп тороп, тәбиғәтте данлап, ҡояш йүнәлешендә әйләнде.
Артабан барыһы ла тамаша залына – байрамдың төп өлөшө үтәсәк урынға йүнәлде. Тәүҙә барыһының да иғтибарына “Аҡбуҙат” эпосынан Нөгөш мәктәбе уҡыусылары әҙерләгән Һәүбән һәм Тарауыл ҡарттың, Һәүбән менән Алтын өйрәктең осрашыуы тәҡдим ителде.
“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүҙә төрлө йәштәге 35-тән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, шағирҙар, пенсионерҙар, шулай уҡ Баш­ҡортостан Дәүләт Йыйы­лышы – Ҡоролтай депутаттары Вячеслав Аброщенко, Ру­фина Шаһапова, “Баш­ҡор­тостан” милли паркы директоры Владимир Кузнецов, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты директоры Василий Мар­тыненко, телевидение алып барыусыһы Булат Кәримов, шағирә Мәрйәм Күсмәева бар ине. Күршеләге Һәргәй, Боһорман, Иштуған ауылдарынан да ҡунаҡтар килгәйне. “Башҡортостан” милли паркы директорының ғилми эш буйынса урынбаҫары, байрамды ойошто­роу­сы һәм алып барыусы Лилиә Солтангәрәева, йола буйынса, эпостан өҙөк һөйләгән һәр кемгә “ҡот яулығы” таратты.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе, филология фәндәре докторы Розалия Солтангә­рәеваның сығышы осрашыуҙың иң сағыу күренешенә әйләнде. Ул “Аҡбуҙатты маҡтау” тип исемләнгән өлөштө башҡарҙы. Сәсәниә бик оҫта итеп ат кешнәүен, Аҡбуҙаттың матурлығына таң ҡалыуҙы, уға өмөт бағлауҙы күрһәтә алды.
Байрам һуңында бөтәһе лә түңәрәккә теҙелеп, “Ҡайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом!” – тип һамаҡлап түңәрәктә әйләнде. Аҙаҡтан ҡунаҡтар Урал батыр хөрмәтенә һуйылған ҡорбан һарығы ашынан ауыҙ итте.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотолары.

“Урал батыр” барҙа ил үлмәҫ!










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы