RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ике һандуғастан тыуған бейеүсе

15.02.2017 Ике һандуғастан тыуған бейеүсе

Ике һандуғастан тыуған бейеүсеАртист балаһы мотлаҡ артист булырға тейеш, тигән фекер йәшәй ябай халыҡта. Йыр сәнғәтендә яңы “йондоҙ” ҡабыныу менән уның фамилиялаштарын барларға тотонабыҙ, ата-әсәһе хаҡында ҡыҙыҡһына башлайбыҙ. Ә бына Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Нәсимә һәм Азамат Тимеровтарҙың улы Урал йыр сәнғәтенән бик алыҫҡа китеп, бейеп йөрөй икән. Бөгөн уның менән шул турала әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Урал, ике йырсының улында йырсы булыу теләге булманымы?
– Булды, әле лә бар. Тик мин йыр сәнғәтенә яйлап ҡына, ныҡлы әҙерлек менән килергә теләйем. Өйҙә фортепиано бар, атай-әсәйем ме­нән бергә шөғөлләнәм. Дуҫ­та­рымдан заманса стилдәге йырҙар­ҙы өйрәнәм, электрон синтезаторҙа аранжировкалар эшләү менән ҡыҙыҡһынам. Хыялым – ультра-заманса йыр яҙҙырып, уны дәртле бейеү менән оҙатып сығыш яһау. Әле башҡорт эстрадаһында бер кемдең дә мин теләгәнсә сығыш яһағаны юҡ. Көнбайыш стиле күңелемә яҡын.
– Ә йырға талантың бармы?
– Хәҙер бөтөнләй йырлай белмәгән, тауышы, моңо булмаған кешеләр компьютер ярҙамында йыр яҙҙыра ла, йырсы тигән исемде күтәреп йөрөй. Мин ундай аҙымға бармаҫмын тип уйлайым. Сәхнәлә тере тауышҡа йырлағанда оятҡа ҡалырлыҡ булһам, йыр яҙҙырам, тип маташмаясаҡмын. Шуға күрә әле эҙләнәм, талантымды үҫтерәм.
– Артист балалары, ғәҙәттә, сәхнәлә һәм сәхнә артында үҫә. Һинең концертта сығыш яһағаның, гастролдәргә йөрөгәнең булдымы?
– Ғаиләбеҙ менән Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондары буйлап концерт ҡуйып йөрөүебеҙ хә­тер­ҙә. Шул саҡта “Һунарсы” бе­йеүен башҡара торғайным, йырланым да. Репертуарымда “Любез­ники-любизар”, “Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма” кеүек йырҙар булды. Үҫә килә, гастролдәр ваҡытында миңә тағы ла ике вазифа өҫтәлде: билеттарҙы йыртып, залға тамашасылар­ҙы индерә инем һәм концерт башланғансы кассеталар һаттым. Унда-бында һағыҙ, туңдырма өсөн 5 – 10 һум аҡса йәшереп ҡалдыра торғайным. Ә әсәйҙәр гастролгә минһеҙ сыҡҡан саҡта беҙҙе өләсәйемдәр ҡараны.
– Ә һөнәр һайлаған саҡта сәнғәт юлын һайларға теләгең булманымы?
– Бала саҡта булды, аҙаҡ, атай менән әсәйҙең тормошон аңларлыҡ йәшкә етә башлағас, ул хыялдар юҡҡа сыҡты. 7-се класта уҡығанда инде, ниндәйҙер ойошманың йәки фирманың етәксеһе булырға теләк барлыҡҡа килде. Минең менән бергә ул теләк тә үҫеште, камиллашты, хәҙер, тормошомдоң төп нигеҙе булараҡ, һаман да күңелдә йәшәй. Шуға күрә, мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетының дәүләт-муниципаль идаралыҡ факультетына уҡырға индем. Белем ала-ала, “хужа” кешенең эше күңелһеҙ һәм эс бошорғос бер төрлө икәнен аңланым һәм бейеүгә ылыҡтым. Күрәһең, миндәге артист ҡаны үҙен нығыраҡ һиҙҙертә башлағандыр.
– Электән бейей инеңме?
– Сибай ҡалаһында йәшәгән саҡ­та уҡ “Ирәндек” лицейының ансамблендә шөғөлләндем. Дәрес булараҡ та уҡыу программаһында мотлаҡ бейеү булды. Төрлө ярыштарҙа урындар яуланыҡ, әммә күңелдә бейеүсе булараҡ сәхнәгә ынтылыш булманы. 2007 йылда ғаиләбеҙ менән Өфөгә күстек, Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназияға уҡырға барҙым. Бында ныҡлап футбол менән ҡыҙыҡһындым, күнекмәләргә йөрөнөм. Сочи, Ҡазан ҡалаларында үткән ярыштар­ға барҙым, үҙемдән 4 – 5 йәшкә өлкән малайҙар менән тиң уйнай торғайным. Спорт мәктәбенә уҡыр­ға барырға тип уйлана башлағайным инде, атай-әсәйем ҡаршы төштө. Ҙур кластарҙа уҡығанда инде дүрт йыл рәттән “20-се централ” КВН командаһында уйнаным. Тап шул мәлдә заманса бейеү менән ҡыҙыҡһына башлағайным, сираттағы уйында робот хәрәкәттәре менән сығыш яһаным. Тама­шасылар залында “7-медиа” ижад төркөмө булған, улар миңә аҙаҡ башҡорт футболкаһында ролик төшөрөргә тәҡдим итте. Ул клип интернет селтәрендә һаман да популяр.
– Ҡустың Арыҫландың ниндәй таланты бар?
– Арыҫлан – бар яҡтан да килгән, егәрле, талантлы егет. Бына ул, исмаһам, артист буласаҡ һәм атай-әсәйҙең юлын дауам итәсәк. Әле уға 12 йәш, Ғәзиз Әлмө­хәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында уҡый, саксофонда, ҡурай­ҙа, клавишалы инс­тру­менттарҙа уй­най, йырлай, ми­нән бе­йергә өйрәнә. Сәнғәт юлынан ки­тергә хыяллана.
Мин ҡустым тыу­ғансы иркә малай булып йөрөнөм. Иғтибар кә­мегәс, бер аҙ күңел төшөнкөлөгөнә лә бирелеп алдым. Аҙаҡ уның өсөн күңелемдә яуаплылыҡ тойғоһо барлыҡҡа килде.
– Ә һин музыка мәктәбендә уҡыныңмы?
– Эйе, өс йыл баян класында уҡыным. Унда барғансы уҡ, ноталарҙы белмәһәм дә, ишеткән бер көйҙө башҡара торғайным. Мине тура 3-сө класҡа алдылар, мәктәп оркестрында уйнай башланым. Тик сольфеджио дәрестәрен яратманым, шуға ла уҡыуға күңел һүрелде. Һәм мин, өс йыл уҡығас, музыка мәктәбен ташланым.
– Заман бейеүҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҡасан уянды?
– 2011 йылда интернет селтәрендә Маркус Скотт исемле бейеүсенең видеояҙмаларын ҡарағас, миндә уның кеүек бейеү теләге уянды. Өйҙә, үҙемдең бүлмәмдә, көҙгөләр ҡуйып, тегеләй-былай бөгөлөп, һығылмалылыҡты арттырып, өйрәнә башланым. Ул ваҡытта 11-се класта уҡый инем, аҙаҡ КВН фестивалендә сығыш яһау булды. Университетҡа уҡырға килгәс, беренсе курс студенттарынан: “Ниндәй һөнәрҙәрегеҙ бар?” – тип һорай башланылар. Шул саҡта бейей белеүем хаҡында әйттем. Миңә өс көндән сәхнәлә сығыш яһар­ға ҡушылды. Тәүге тапҡыр, ышанысһыҙлыҡтанмы әллә, быға тиклем ундай стилдә бейеп ҡарамағас, ҡаушауҙанмы, сәхнәгә битлек кейеп сыҡтым. Тамашасылар телефондарына төшөрә башланы, бейеү тамамланғас, залда оҙаҡ ҡына алҡыштар, һыҙғырыуҙар тынмай торҙо. Был уңыш минең тормошомда мөһим роль уйнаны, тип әйтә алам. Үҙем өсөн, бейеү менән етди шөғөлләнергә кәрәк, тип һығымта яһаһам, университет етәкселегенән миңә төркөм төҙөргә тәҡдим булды. Репетициялар өсөн махсус зал бүленде, төрлө ҡалаларҙа сығыш яһарға тәҡдимдәр булған осраҡта, күпселек сығымды уҡыу йорто түләне. Хәҙер инде күптәребеҙ уҡыу йортон тамамланы, әммә зал һаман да беҙҙең ҡарамаҡта.
– Бейеү менән етди шөғөлләнә башлағас, Нәсимә апай менән Азамат ағай хупланымы әллә әрләнеме?
– Атайым тәүҙә быға көлөп ҡараны, аҙаҡ ҡырҡа ҡаршы төштө. Хатта әсәйемде лә үҙ яғына ауҙарҙы. “Бейеү менән тамаҡ туйҙырырлыҡ та аҡса таба алмаясаҡһың. Был стилде бер кем дә аңламаясаҡ, саҡырыуҙар булмаясаҡ!” – тине улар. Хәҙер инде мин ярайһы ғына эш хаҡы алам, төрлө ҡалаларҙа сығыш яһарға тура килһә, атай-әсәйемде ҡыуандырыр өсөн бүләктәр алып ҡайтам. Еңеүҙәр яулай, сығыштар күбәйә башлағас ҡына улар минең был ҡыҙыҡһыныуым менән ризалашты. Әсәйем асыҡтан-асыҡ маҡтай, атайым әйтеп еткермәһә лә, ғорурлыҡ тойғолары кисереүен беләм.
Бейеүгә ҡыҙыҡһыныу минең ҡанымда бар, сөнки әсәйем йәш саҡта бейергә яратҡан, сәхнәләрҙә сығыш яһаған. Ә йыр сәнғәтенә ул һуңыраҡ килгән. Нығыраҡ әсәйемә оҡшағанмын, моғайын.
– Бейеү менән тамаҡ туйҙырып буламы һуң?
– Була. Яратып, күңел биреп эшләгәндә, һәр эш табыш килтерә. Бейеүсе булһаң, сы­ғыш яһап та, бейеүҙәр ҡуйып та, уҡыусылар­ҙы өйрәтеп тә килем алырға була.
– Үҙ бейеү мәктәбеңде асырға теләгең бармы?
– Бар һәм уны тормош­ҡа ашырыу өсөн план да төҙөлгән. Алдан маҡ­тан­ғым килмәй, шулай ҙа ниәттәремде әйтеп үтергә мөмкин. Минең уҡытыусы булараҡ танытмам бар, әммә эште башлар өсөн ниндәйҙер күләмдә капитал булырға тейеш. Шулай уҡ кредит, һалым, бинаны арендалаған өсөн, ярҙамсыларға эш хаҡы түләп, эш алға бармаясаҡ. Шуға күрә башланғыс база булдырыу өсөн, уҡыуымды тамамлағас, сит илдә эшләп ҡайтҡым килә.
– Һин Өфө малайымы әллә Баймаҡ ҡаны үҙен һиҙҙертәме?
– Мин – универсаль кеше. Бай­маҡлыҡ көслө, “прастуй” ауыл малайы һыҙаттары ла бар. Әммә үҫергә, юғарыраҡ күтәрелергә кәрәклеген аңлайым.
– Заманса йырҙарҙы ғына тыңлай­һыңмы әллә атай-әсәйеңдең ижады ла күңелеңә яҡынмы?
– Һәр ваҡыт бер төрлө генә йыр тыңлау ялҡытып китә. Ваҡыты-ваҡыты менән төрлө йырсыларҙы тыңлайым. Атайым башҡарған башҡорт халыҡ йырҙары һәм Юлай Үҙәнбаев ижад иткән “Устарыма һал һин йөрәгеңде” йыры оҡшай. Сәхнәлә атай-әсәйемдең бергә сығыш яһауын ҡарарға яратам.
– Һинең халыҡ артисының улы икәнеңде беләләрме?
– Эйе, бала саҡтан: “Һин бит йырсы улы, әйҙә, йырлап күрһәт әле”, – тип йонсота торғайнылар. Мәктәптән төрлө конкурсҡа йөрөттөләр. 2002 йылда “Ҡаһым түрә” йыры менән “Ирәндек моңдары” конкурсында лауреат булдым, эстрада йырҙарын да йырлай торғайным. Үҫмер ҡорона ингәс, тауышымдың мутация осоро башланғас ҡына йырлауҙан туҡтаным.
– Хәҙер ҡайҙа эшләйһең? Әллә уҡып йөрөйһөңмө?
– Мин әле йырсы Айҙар Ғәлимовтың төркөмөндә бейейем. Башҡорт дәүләт педагогия университетының иҡтисад факультетында магистратурала белем алам.
– Һин шулай уҡ “Ырыу” заманса бейеү коллективын етәкләйһең...
– Эйе, 2015 йылда аграр университет базаһында “Ырыу” төркөмөнә нигеҙ һалынды. Бөгөн унда туғыҙ егет шөғөлләнә, поппинг, анимейшн, хип-хоп стилендә сығыш яһайбыҙ. Күмәк сығыш сәхнәнән матур күренә, эшләүе лә ҡыҙыҡлы. Төрлө идея барлыҡҡа килә, хәрәкәттәр уйлана.
Башлаған саҡта егеттәрҙең күбеһе бындай стилдә бейей белмәй ине. Тиҙ арала өйрәнеп, бейеүҙәр һалып, тәүҙә Өфөлә, аҙаҡ башҡа ҡалаларҙа ла сығыш яһай башланыҡ. Былтыр Белгород ҡалаһында үткән IV Бөтә Рәсәй студенттар ижады фестивалендә 78 вуз араһынан 1-се урынды яуланыҡ.
– Киләсәккә ниндәй хыялдарың бар?
– ТНТ каналындағы “Танцы” проектында ҡатнашырға теләйем. төркөм менәнме әллә үҙем генә барыр­ғамы – әлегә хәл итмәгәнмен. Шулай ҙа ғүмер буйы бейеп кенә йөрөп булмай, ваҡыт үҙенекен ала. Белем алыу, эш урынын булдырыу ҙа мөһим. Уҡыуымды тамамларға, күңелгә оҡшаған эш табырға, бейеү мәктәбе асырға хыялланам.
Ике һандуғастан тыуған бейеүсе










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы