07.02.2017 Йырсылар ҡар көрәй, саңғы шыуа, Шифа бит ул саф һауа
“Йәшлек” гәзите иғлан иткән “Саф һауала” фотоконкурсы бик ҙур популярлыҡ яуланы. 20 көндә ике йөҙҙән ашыу фото килде. Тимәк, балалар компьютер артында ғына ултырмай, ә тышта уйнауҙы ла хуп күрә.
Хәйер, өлкәндәр ҙә ҡарҙа уйнарға, сана шыуырға, саф һауала эш менән булырға ярата. Бына башҡорт эстрадаһы йырсылары ла, концерттарҙа сығыш яһауҙан тыш, ҡышты саңғы шыуып үткәрә икән. Ҡайһы берҙәре, һыуыҡ тейҙереп, хатта тауышын да юғалта яҙған, тиҙәр. Бик оҙаҡ йөрөгәндәр, ахырыһы, донъяларын онотоп.
Ғайсар МИНДЕҒОЛОВтЫ, ҡыш малайы, тиҙәр. Беренсенән, ҡыш айында тыуған йырсы 9 ғинуарҙа тыуған көнөн билдәләне. Икенсенән, аҡ миҙгелде ныҡ ярата. Дуҫтары араһында тимераяҡта йөрөү буйынса уға етеүсе юҡ. Тәүге тапҡыр боҙға сыҡҡанда уҡ, ғүмер буйы шыуған кеше кеүек, дөрөҫ һәм шәп итеп йөрөп киткән. Боҙҙоң ныҡлығын тикшергәндә йығылмаған да, йәрәхәтләнмәгән дә. Шунан бирле Ғайсар был спорт төрөн үҙ итә. Өфөнөң һәр бер боҙ майҙансығына йөрөп сыҡҡан, хәҙер аҙнаһына мотлаҡ 2 – 3 тапҡыр “Аҡбуҙат” ипподромы янындағы һырғалаҡҡа йөрөй. Йырсыға ҡустыһы быйыл тыуған көнөнә өр-яңы тимераяҡ бүләк иткән.
Әйткәндәй, арбаңды – ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, тигәнде ишеткәнегеҙ бармы? Ғайсар йәй көнө лә спорт менән дуҫлығын юғалтмаҫ өсөн үткән аҙнала гантелдәр һатып алған. Боҙ иреп бөтөүгә, улар менән күнекмәләр эшләй башлаясаҡ.
Билдәле ғаилә пары Илнур ЮЛАМАНОВ менән Альбина КИЛДЕЙӘРОВАның быйыл саф һауанан ингәне лә юҡ тиергә була. Улар былтыр Чесноковка ҡасабаһында яңы йорт төҙөп сыҡҡан. Быйыл ҡар йыш һәм мул яуыу сәбәпле, улар ишек алдын таҙартыуҙан бушамай. 7 сутый ерҙең бер осона – ғаилә башлығы, икенсе башына Альбина тора ла (ҡулдарында көрәк, әлбиттә), ҡарҙы һелтәй-һелтәй, бер-береһенә табан баралар. Осрашҡас, ҡосаҡлашып ял итә улар. Саф һауа, бушлай фитнес һәм романтика!
Йырсы Гөлсинә МӨХӘМӘҘИЕВА менән уның ире, музыкант Марат САҘРИЕВ элек саңғыла йөрөргә, тау шыуырға яратҡан. Был һөйөү әле лә бар, әммә ҡыҙҙары Әминә бәләкәй булыу сәбәпле, ваҡытлыса туҡталып торғандар. Шулай ҙа улар көн аша тиерлек саф һауаға сығып, ғаилә менән ял итергә ваҡыт таба. Яңы йыл осоронда ғына өйҙәре эргәһендәге урманда тиҫтәгә яҡын Ҡыш бабай һыны эшләгәндәр.
Быйылғы ҡарҙан йырсы, ҡурайсы Заһир (БАЙЫҠ) ШӘЙӘХМӘТОВ та тамам йонсоған. Яңы йылдан бирле көн һайын ҡар көрәп, яратҡан шөғөлөнә – саңғы шыуырға ваҡыты әҙ ҡала икән. Ғәҙәттә, йырсы улы Бәхтиәр менән шихан тауҙарына – саңғыла, Ташлыға тюбинг шыуырға йөрөй. Шулай уҡ тимераяҡта ла ярайһы ғына тиҙлек менән елдерә ала. Һыуыҡтан ҡурҡып, бурандан өркөп, өйҙә ята торған нәҫелдән түгел билдәле йырсы.
Сабина КУЧАЕВА күптән түгел, һыуыҡ тейҙереп, ауырып китә яҙған. Сөнки әхирәте менән ҡарҙа аунай-аунай бик оҙаҡ уйнап йөрөгән. Кем белә, бәлки, бала сағын иҫкә төшөрөп, ҡар ҙа ашағандыр әле. Баллап мәтрүшкәле сәй, ҡоротлап һурпа эсереп, Сәриә апай саҡ ҡыҙын шәбәйтеп алған. Хәҙер инде ул ең һыҙғанып ижадҡа тотонған, ошо арала йырсы Илнур Рамаҙанов менән бергә республика буйлап гастролгә сығасаҡ. Берәй ерҙә уйнап, ҡабат ауырып китмәһен өсөн егеткә Сабинаны күҙ яҙҙырмай ҡарап йөрөргә тура киләсәк.
Ә бына “Йәшлек-шоу” конкурсының өр-яңы еңеүсеһе Сәйет СӘЙЕТҒӘЛИН Өфөлә йәшәп, спорт менән дуҫлығын юғалта яҙған. Шулай ҙа саф һауала йөрөргә форсат сығып ҡына тора. Салауат районының Урмансы ауылында йәшәүсе ата-әсәһе янына бик йыш ҡайтып, утын ярып, ҡар таҙартып, мал ҡарашып китә. Һаулыҡ өсөн дә файҙалы, яҡын кешеләренә лә ярҙам. Шулай ҙа төрлө көй ижад итеп, аранжировкалар эшләп, көн оҙоно тиерлек компьютер артында ултырған йырсыны дуҫтары әленән-әле тау шыуырға саҡырып ҡына тора.
Ысын булһа, Сәйет тыуған ауылында практика үткән саҡта бәләкәй малайҙар менән ныҡ дуҫ булған. Гитарала уйнап, йырлап йөрөгән инглиз теле уҡытыусыһын улар ауыл буйлап санала ла һөйрәп йөрөгән. Ысынмы, юҡмы, белмәйбеҙ, әммә редакцияға фото килде.
Саңғыла йүгереү буйынса һәр мәктәптең үҙ чемпионы була. Йырсы, композитор Рәдиф ЗАРИПОВ – шундай чемпиондарҙың береһе. Ул хәҙер ҙә яратҡан шөғөлөн ташламай, аҙнаһына унар саҡрым аралыҡҡа йөрөп килә. “Ҡышҡы урмандың сихри тынлығы күңелемдә моң яралта”, – ти Рәдиф. Шуға ла уның йырҙары матур, моңло һәм күңелде елкетерлек булалыр.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»