02.02.2017 “Юлдаш” килен төшөрә
“Юлдаш” радиоһында әлегә тиклем ишетелмәгән һәм күрелмәгән ваҡиға – беҙ килен төшөрәбеҙ! Геройҙарыбыҙ – Лира һәм Азат. Улар бер-береһен бала саҡтан яҡшы белә. Икеһенең дә олатай-өләсәйҙәре Мәләүез районының Аптраҡ ауылында йәшәй. Улар янына ял итергә ҡайтып йөрөгән йәштәр дуҫлашып китә, дуҫлыҡ хистәре оло мөхәббәткә әүерелә. Күмертау ҡалаһы ҡыҙы Лира Мөҡсимова әле Өфө авиация техник университеты студенты, 4-се курста белем ала. Мәләүез егете Азат Һөйәрғолов иһә “Газпромнефтехимсалауат” ойошмаһында машинист булып эшләй. Йәштәрҙең яратҡан шөғөлдәре, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары күп. Шул иҫәптән улар радио тыңларға ла ярата. Шуға ла Азат яратҡан радиоһы үткәргән концертта һөйгәненә өйләнешергә тәҡдим яһарға була ла инде. Былтыр үткән “ЮлдашХит” концертында уның сәхнәнән әйтелгән: “Лира, мин киләсәк тормошомдо һинең менән бәйләргә теләйем. Миңә кейәүгә сығырға ризаһыңмы?” – тигән һүҙҙәре бар тамашасыны аптыратты ла, һоҡландырҙы ла. Һәр хәлдә, концертҡа килеүселәр егеттең ҡыйыулығын, кейәүгә сығыу тәҡдименең үҙенсәлекле булыуын баһаланы. Лира ла бындай тәҡдимдән баш тарта алманы. Ғашиҡтар көнөндә “Юлдаш” радиоһы тура эфирҙа уларҙы ҡауыштырырға һәм туй үткәрергә ниәтләй. “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Юлдаш” радиоһының асыҡ төркөмөндә Азаттың Лираға тәҡдим яһаған мәлен мәңгеләштергән видеояҙма 7 мең “лайк” йыйһа, тура эфирҙа йәштәрҙе өйләндерәсәкбеҙ. Йәштәргә бәхет теләп, уларға “лайк”тар ҡуйығыҙ. Тулы мәғлүмәт “Юлдаш” радиоһының “Бәйләнештә” социаль селтәрендә.
Гүзәл ЗАРИПОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»