31.01.2017 “Улым тыуғас, йырҙар яҙа башланым”
йәки Йырсы тамашасыларына ниндәй бүләк әҙерләй?
Кеше йыр тыңлағанда үҙенең күңеленә бал булып һеңерлек моңға, тормошона ауаздаш һүҙҙәргә һәм ошо ике төшөнсәне бер итеп еткереүсе йырсының тауышына иғтибар итә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Резидә ӘМИНЕВА был яҡтан тамашасы һөйөүенә мохтаж түгел. Сөнки һәр башҡарған йыры йөкмәткеһе, яңғырашы менән дә матур, башҡарыу оҫталығы ла юғары. Ә инде һәр кемдең күңеленә инеп оялаған дуэттар өсөн дә ижадташ дуҫты дөрөҫ һайлай белгән. Бөгөн уның менән йыр сәнғәте тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Һеҙҙең Фәрүәз Урманшин менән тәүге тапҡыр дуэт башҡарыуығыҙға 15 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Яңынан-яңы йырҙар, гастролдәр, танылыу һәм популярлыҡ... Был дуэттың уңышы нимәлә?
– Ысынлап та, үҙемдең иң тәүге ҙур концертымды әҙерләгән ваҡытта Сибайҙан Өфөгә эшкә күсеп килеүсе Фәрүәз менән дуэт йырлап ҡарарға булдыҡ. Икебеҙ ҙә эш кешеһе, репетициялар үткәрергә әллә ни ваҡыт та булманы, шулай ҙа ҙур ихласлыҡ менән йырланыҡ. Тауыштарыбыҙҙың тембры, моңдоң тап килеүе лә, йырҙарҙың тормошсан, матур булыуы ла ҙур роль уйнаны. Хәҙер инде икебеҙ ҙә авторҙар тәҡдим иткән йырҙарҙы тәү сиратта, дуэт менән башҡарырлыҡ йыр түгелме, тип ҡарайбыҙ. Аҙаҡ ҡына яңғыҙ башҡарыу тураһында уйланабыҙ.
– Тәүге осорҙа һеҙҙең турала бик күп имеш-мимеш йөрөнө. Хәҙер радиолағы әңгәмәләрҙән, гәзит-журналдарҙағы мәҡәләләрҙән тик сәхнә пары ғына булыуығыҙҙы тамашасы беләлер инде?
– Һаман да беҙҙе, ғаилә пары икән, тип уйлаусылар күп. Быға өйрәнеп бөттөк инде, һәр концерт һайын тиерлек беҙҙе тик ижади дуҫлыҡ бәйләүен, икебеҙҙең дә айырым ғаиләһе булыуын аңлатып үтәбеҙ. Шул осраҡта ла ышанмаусылар табыла. Йырҙағы мөхәббәтте сәхнәгә сығарыу өсөн образға инеп, хисләнеп башҡарғанға тамашасылар күңеленә бер бөтөн булып ингәнбеҙҙер ул.
– Ижад юлығыҙҙы башлауға 30 йыл да уҙған. Ә ҙур сәхнәгә юл нисек башланғайны?
– Мин Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә, Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова класында уҡыным. Ул үҙенең студенттарына исемле артистар менән бергә концерттарҙа сығыш яһарға тәҡдим итә торғайны. Беҙҙең өсөн был оло ижад мәктәбе булды. Сәхнәнең матурлығын, тәмен татырға ярҙам иткән уҡытыусыма рәхмәтлемен. Шул осорҙа уҡ Ғәлиә Солтанова, Фәрит Бикбулатов менән бер рәттән сәхнәлә сығыш яһау бәхете тейҙе. Ә училищены тамамлағас, Әсхәт Насиров етәкселегендәге “Азамат” вокаль-инструменталь ансамбленә эшкә урынлаштым. Оло сәхнәгә юл шунан башланды.
– Училищела кемдәр менән бергә уҡынығыҙ?
– Беҙҙең курс бик талантлы, сәхнәгә тоғро йырсыларҙы сығарҙы. Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, Татарстандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Шакирова, Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Хима Йәнбирҙина, Харис Шәрипов менән бергә уҡыным.
– Һеҙ “Юлдаш” радиоһында музыкаль мөхәррир булып эшләйһегеҙ. Күңелегеҙҙә, филармонияла, бик булмаһа,берәй ансамблдә йырлаһам, ҙурыраҡ уңыштарға ирешер инем, тигән үкенес юҡмы?
– Уҡытыусым Флүрә апай миңә бик урынлы кәңәш биргәйне. “Ҡатын-ҡыҙ гел генә юлда йөрөй алмаясаҡ, ғаиләһен, балаларын ҡарарға кәрәк. Ышаныслы булыр өсөн тағы ла бер һөнәр ал”, – тигәс, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамланым. Ысынлап та, кейәүгә сыҡтым, тәүге ҡыҙыбыҙ Алина тыуҙы. Гастролгә йөрөргә мөмкинлек булмай башлағас, 1995 йылда радиоға эшкә күстем. Эш менән ижадты бер тигеҙ алып барырға тырышам. Бәлки, төп эшем йыр менән генә бәйле булһа, уңыштар күберәк булыр ине. Әммә бәләкәй генә аҙымдар менән булһа ла алға барам, йырҙарымдан айырылмайым, ижад итәм.
Радио фонды бай, мәшһүр йырсыларҙың яҙмаларын тыңлау – үҙе бер дәрес, тәжрибә. Үҙемде үҫтереү өсөн этәргес тә булып тора. Онотола башлаған әҫәрҙәрҙе тыңлаһаң, уларҙы ҡабат сәхнәгә сығарғы килә. Бик күп талантлы йәштәр бар арабыҙҙа, уларҙың ижады менән танышам, яңы исемдәр асам. Матур йырҙар, талантлы кешеләр өсөн ҡыуанып, һөйөнөп, эшемдән йәм табып йәшәйем.
– Тәүге йырығыҙҙы ҡасан ижад иттегеҙ? Күңелегеҙҙең моңһораған саҡтары йыш буламы?
– Улым менән ялда ултырған саҡта нисектер йырҙар яҙа башланым. Һүҙҙәре менән бергә лә яҙылды, төрлө авторҙың матур шиғырын уҡыһам да, күңелдә көй тыуа ине. Нисек тыуыуын аңлатып булмай, күңелдең түренән ниндәйҙер ҡөҙрәт менән урғыла ул. Бер осраҡ ныҡ иҫемдә ҡалды. Ҡыштың матур кисендә талғын ғына ҡар яуа. Үҙем ошо миҙгелдә тыуғанғамы икән, ҡыш айҙарын ныҡ яратам. Автобусҡа ултырып өйгә ҡайтып барам, тәҙрә аша бейей-бейей яуған ҡарға ҡарап, күңелдә йыр тыуҙы.
Күк көмбәҙе асылған саҡ,
Фәрештәләр елпей ҡанат.
Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа...
Ундай саҡ мәл генә, аҙаҡ йыр бөтөнләй онотолорға мөмкин. Тиҙ генә телефонымды алдым да, диктофонын тоҡандырып, шым ғына йырлай башланым. Эргәмдә ултырған егет яман итеп ҡарап алды ла, ситкә күсеп ултырҙы. Бәлки, ул мине иҫәргә һанағандыр, бәлки, эскән ҡатын, тип тә уйлағандыр инде. Әммә минең өсөн ул саҡта кешенең нимә уйлауы түгел, ә йыр мөһимерәк ине. Был йыр әле минең репертуарымда, концерттарымда йырлап торам.
Йырҙар, Аллаға шөкөр, ижад ителә. Уларҙы үҙем дә, һеңлем Зәбирә лә, ижадташ дуҫтарым Фәрүәз Урманшин, Венера Рәхмәтуллина, Гөлшат Арыҫланова ла башҡарып тора. Венера менән йырға бәйле бик күңелле хәл булды. Вәлит Илембәтов һүҙҙәренә “Рәхмәтлемен” тигән йыр ижад иткәйнем, сәхнәгә сығарырға яй тапмай йөрөйөм. Концертта башҡарырға матур йыр кәрәк ине, тип Венера миңә мөрәжәғәт итте. Үҙем йырлағым килһә лә, был йырҙы нисектер ҡапыл ғына уға бирергә булдым. “Хоҙайға рәхмәт әйтеп, ошо йырҙы башҡарһаң, тормош юлың һәр ваҡыт матур барыр”, – тип изге теләктәремде еткерҙем. Һәм, күп тә үтмәй, ул бала тапты. Мин йырҙың ҡөҙрәтен шулай күрәм.
– Сәхнәгә сыҡҡан һайын йырҙың йөкмәткеһен йөрәк аша үткәреп, күңелдән кисереп башҡарыу һаулыҡҡа зыян килтермәйме? Ни тиһәң дә, эстрадала ла, халыҡ ижадында ла һағышлы йырҙар күберәк бит...
– Йыр һайлағанда күберәк үҙемдең кисерештәремә, тормошома яҡын булғандарын алырға тырышам. Уларҙағы һағыштар ҙа, шатлыҡтар ҙа – үҙемдең кисерештәр. Шуғалыр ҙа ул йырҙарҙы башҡарыу миңә еңеллек бирә, күңелемә дауа алам. Йыш ҡына, йырҙарың һағышлы, тип әйтеүселәр була. Йылдар үтеү менән тормоштоң асылын, мәғәнәһен аңлай башлайһың икән. Нисек кенә булмаһын, тормош дауам итә. Кеше һәр ваҡыт өмөт менән алға барырға тейеш. һуңғы ваҡытта репертуарымда күңелле йырҙар ҙа күбәйҙе.
– Һеңлегеҙ Зәбирә лә матур йырлай, сәнғәт юлын һайлаған. Атай-әсәйегеҙ ҙә талант эйәһелер, моғайын....
– Эйе. Әсәйем дә, атайым да матур йырланы. Ғаиләлә бер малай, алты ҡыҙ үҫтек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым менән ағайым мәрхүм булды, әсәйем, Аллаға шөкөр, иҫән-һау. Ҡыҙҙарҙан барыбыҙ ҙа йырлайбыҙ, осрашҡанда яратҡан йырҙарыбыҙҙы күмәкләп башҡарабыҙ. Зәбирә менән бик йыш гастролгә бергә йөрөйбөҙ. Уның менән тауыштарыбыҙ ҙа, тышҡы ҡиәфәтебеҙ ҙә, хатта кейемдәребеҙ ҙә бер аҙ оҡшаш. Шуға күрә беҙҙе йә игеҙәктәр тип, йә әсәле-ҡыҙлы тип уйлайҙар. Шуға бәйле ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып тора.
– Апай булараҡ, уның ижадын тәнҡитләгәнегеҙ булдымы?
– Ул – үҙ эшен белгән, өлгөргән йырсы, минең тәнҡит һүҙем кәрәкмәй. Ижад юлы матур бара, оҙаҡ йылдар ире, музыкант Марс Ишморатов менән бергә Нефтекама филармонияһында эшләнеләр. Ә инде репертуар һайлағанда кәңәш һораһа, белмәгәндәрен өйрәтәм, ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙермен.
– 7 февралдә Өфө ҡалаһында тамашасыларҙы матур концерт программаһы менән ҡыуандырырға йыйынаһығыҙ. Шул турала ла ентекләп һөйләп үтһәгеҙ ине...
– Эйе, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк “Хистәремде әйтеп бирер өсөн...” тип аталған концертымда ижадымды, йырҙарымды үҙ иткән тамашасыларҙы көтөп ҡалам. Унда ижадташ дуҫтарым Фәрүәз Урманшин, бик күп башҡарған йырҙарымдың авторы Флера Шәрипова, йырсы Роза Аҡкучукова, шулай уҡ мин ижад иткән йырҙарҙы башҡарыусы яҡташым Венера Рәхмәтуллина ҡатнашасаҡ. Тамашаны “Юлдаш” радиоһының иң сәсән егеттәре Йәмил Ишмөхәмәтов менән Филүс Ҡасимов алып бара.
– Ә яңы дуэттар буласаҡмы?
– Барлыҡ серҙәрҙе лә асып бөтмәй торайыҡ. Шулай ҙа бер нисәүһен әйтеп үтергә була. Хәсән Усманов менән күп йылдар элек “Гелән һағынам” тигән йырға клип төшөргәйнек, уны бер тапҡыр ҙа концертта йырларға тура килмәне. 7 февралдә тәүге тапҡыр ҙур сәхнәлә башҡарыласаҡ. Йырсы Рауил Харисов менән беренсегә дуэт йырлаясаҡбыҙ. Фәрүәз менән дә йырҙар премьераһын әҙерләнек. Ҡалған сюрприздарҙы концертҡа килгән тамашасылар үҙҙәре күрер.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Һаулыҡ, ғаилә именлеге, тормошта һәм ижадығыҙҙа тик уңыштар ғына насип булһын!
Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»