RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Зирәк”, йәғни белемлене көтә бүләк

17.01.2017 “Зирәк”, йәғни белемлене көтә бүләк

“Зирәк”, йәғни белемлене көтә бүләк
Бына инде күп йылдар “Юлдаш” тулҡындарында “Тамыр” студияһының “Зирәк” уйыны елә һәм йомробаш малай менән ҡыҙҙарға бүләктәрен өләшә.

“Зирәк” радиоуйын булараҡ эфирға 2006 йылдың 23 ғинуарынан сыға. Беренсе алып барыу­сыһы – Рәзил Гәрәев. Ә 2009 йылдың ғинуарынан башлап уйындың дилбегәһе минең ҡулда. Мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән радиоуйын шишәмбе киске сәғәт һигеҙенсе ун минутта “йәнле” форматта үтә. Зирәк исемен яуларға теләгән һәр бала эфир телефонына шылтыратып, өс һорауға яуап бирергә тейеш. Беренсе һәм икенсеһендә ярҙамға өсөнсө вариант яуап бирелһә, өсөнсө һорауҙа варианттар юҡ.
Һәр аҙна уйын яңы, ҡыҙыҡлы темаларға арнала: тәбиғәт, техника, мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм башҡалар. Мәктәп уҡыусылары өсөн бигерәк ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә уйынды балалар һағынып көтөп ала тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Эфир башланыу менән, республикабыҙҙың төрлө төбәгенән шылтыратыуҙар яуа башлай.
Уйында ҡатнашыусылар араһында балалар баҡсаһына йөрөүселәр ҙә, уҡыусылар ҙа, хатта өлкән йәштәгеләр ҙә осрай. Һорауҙар күберәк мәктәп уҡыусыларының белеменә нигеҙләнеп ҡорола. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: балалар аралашыр­ға бик ярата. Һорау бирер алдынан мин иң беренсе мәктәптәге эштәре, өй хәлдәре менән ҡыҙыҡһынам. Улар ихлас итеп үҙҙәре хаҡында һөйләй, шатлыҡ-ҡыуаныстары, уңыштары менән уртаҡлаша, борсоған һорауҙарын бирә. Икенсе районда йә ауылда йәшәгән олатай-өләсәйҙәренә сәләм ебәрәләр. “Беҙгә бүләк кәрәкмәй, уйында ҡатнашыу үҙе бер кинәнес”, – тип әйтеүселәр ҙә бар. Шундай дуҫтарыбыҙ булғанда, артабан да тырышып эшләргә, яңы, ҡыҙыҡлы темаларға мөрәжәғәт итергә теләк ҙур. “Юлдаш”ты тыңлаусы зирәктәр менән осрашыуҙар яңы башланып торған йылда ла күңелле һәм фәһемле булыр, тип өмөтләнәм.

Фәрхәт ҒӘЙНЕТДИНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы