RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

11.01.2017 “Мәҙәни майҙан”

“Мәҙәни майҙан”Беҙҙең халыҡ йыр-бейеүгә айырыуса маһир моңло халыҡтарҙың береһе. Әммә бөгөн башҡа яҡҡа иҫкән ел, икенсе төрлө үҫеш йүнәлеше, ҡанундар (иҡтисад, баҙар, етеш көнкүреш артынан сабыу) күп осраҡта рухи ҡиммәттәребеҙҙе юғалтыуға, кешенең күңел донъяһы ярлыланыуына, ә милләтебеҙҙе милләт иткән шәхестәребеҙгә ҡарата иғтибар кәмеүгә килтерҙе. Билдәле ижадсылар­ҙың да эше коммерцияға нигеҙләнде, сараһыҙҙан аҡса эшләүгә ынтылыуға, ошо үлсәмдең алдан йөрөүенә этәргес булды.

Урынһыҙ ҙа, урынлы ла, кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә, көткәндә лә, көтмәгәндә лә иғтибарҙы йәлеп итергә тырышҡан, күңел ҡәлғәһенә оялаған, күҙ эсенә инеп барған иғландар иҫәпһеҙ хәҙер. Ә милли мәҙәниәтебеҙҙе сағылдырған театр тамашалары, концерт залдарының ысын рухи байлыҡ бүләк итер кисәләре, нәфис һүҙ менән таныштырыр әҙәби-шиғри саралар, осрашыуҙар хаҡында ябай тыңлаусының белмәй ҙә ҡалыуы мөмкин.
"Юлдаш" радиоһында көн һайын 7 сәғәт 45 минутта яңғыраған "Мәҙәни майҙан" рубрикаһы рухи байлыҡ көҫәгәндәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртып әҙерләнә һәм коммерция булмаған саралар мәғлүмәттәрен яҡтырта. Баш ҡалала, республикала, күрше өлкәләрҙә тәҡдим ителгән тамашалар тураһындағы алхәбәрҙәр менән мәҙәниәт усаҡтары һәм тамашасы араһында күпер һалыуға ла булышлыҡ итә. Рубрикабыҙҙа тыңлаусыбыҙ иғтибарына лайыҡ тип иҫәпләнгән, уның зауығын тәрбиәләгән, рухын байытҡан тамашалар тураһында ғына мәғлүмәт бирелә. Ә был мәҙәниәт усағы коллективына ла яуаплылыҡ өҫтәй, сараның кимәлен дә күтәреүгә булышлыҡ итә, тамашаның бәҫен дә арттыра. Көндәлек сығарылышыбыҙҙың дауамын интернет селтәрендә "Мәҙәни майҙан" төркөмөндә, көнөндә биреп барылған мәғлүмәттәр теҙмәһе рәүешендә лә күрә алаһығыҙ.
Ысын сәнғәт һәм яһалмалыҡ буталған, буш мәғлүмәт күбәйгән, рухи сиктәр юйылған заманда йәшәйбеҙ. Бындай шарттарҙа тамашасының ялын хәстәрләгән, күңел донъяһына матур орлоҡтар һалырға тырышҡан, бушҡа ваҡыт әрәм итеүҙән аралаған сығарылыштарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Нурия КИНЙӘБАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы