14.11.2016 “Ике йондоҙ”
Сентябрь айынан тәүге аҙымдарын башлаған "Ике йондоҙ" тапшырыуының хикмәте шунда – уны беҙ күнеккәнсә радио хеҙмәткәрҙәре түгел, ә студияға ҡунаҡ дәрәжәһендә килергә өйрәнгән билдәле шәхестәр үҙҙәре ойоштора! Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Сәлимгәрәева менән Риф Сәйфуллин – тапшырыуҙы башлап ебәреүселәр. Радио тыңлаусыларҙы ошо һуҡмаҡтарға, халыҡ теле менән әйткәндә, тап уларҙың еңел аяҡтары менән әйҙәнек.
Архангел районының Муллаҡай ауылы егете, 19 йәшлек Риф һәм Дәүләкән районының Хөсәйен ауылы ҡыҙы 18 йәшлек Рәмилә, Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар факультетында белем алып йөрөгәндә, 3-сө курстан һуң ғаилә ҡорорға тигән ҡарарға килә. Ижади пар ҡолас йәйеп, тырышып, мөкиббән китеп, төрлө- төрлө ролде уйнап, ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырып, белгестәрҙең юғары баһаһына өлгәшә. Шулай ҙа улар өсөн иң мөһиме тамашасының ихтирамын яулау булғандыр.
Актер хеҙмәтенә тәрән инанып, һөнәрҙәренә башкөллө сумалар, был хаҡта уларҙың артист тормошонан бер генә хәлде һөйләп үтеү ҙә етә… Беренсе бәпестәре тыуыу менән, ай ярымлыҡ сабыйҙарын алып, гастролгә сығып китә улар. Гастролдең һуңғы көнөндә Хәйбулла районының бик матур Ғәлиәхмәт ауылында баланы клуб директорының бүлмәһендә онотоп ҡайтып китәләр.
Сәйфуллиндарҙың ғаилә тормошонан тағы бер мәрәкә икенсе балалары, ҡыҙҙары Айһылыу менән бәйле. Әлеге көндә музыкант булараҡ Нью-Йорк, Париж ҡалаларын, Япония, Ҡытай һ.б. бик күп илде гиҙеүсе Айһылыуҙы һоратырға бер заман Мәскәү егете килеп төшә. Нурмөхәмәт хәҙрәт рус егетенән: "Мосолман динен ҡабул итәһеңме?" – тип һорағас, егет бер беҙгә ҡарай, бер муллаға… Һәм йәштәр, никахлашмайынса, береһе Мәскәүгә, икенсеһе Петербургҡа китеп барҙы, тип иҫләй ике йондоҙ.
Икәүҙән-икәү ултырып, күҙгә-күҙ ҡарашып, бар күңелдәрен асып, иркенләп һөйләшә алмаған Риф ағай менән Рәмилә апай ғәм халыҡ алдында тағы ла ниндәй серҙәре менән уртаҡлашыр? Быны 26 ноябрҙә 10 сәғәт 10 минутта һәм ҡабатлауын киске сәғәт 9-сы 10 минутта "Юлдаш"ты тыңлаусылар үҙ ҡолаҡтары менән ишетһен әйҙә!
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»