07.10.2016 “Китап донъяһы”
«Китапһыҙ өй – тәҙрәһеҙ бүлмә», «Китап уҡымаған әҙәм – сәскә атмаған үлән» кеүек ҡанатлы һүҙҙәрҙе халыҡ телендә йыш ишетәбеҙ.
Ысынлап та, күңелең теләгән әҫәр йәнгә рухи аҙыҡ бирә. Шуға ла үткән йыл беҙҙең каналда «Китап донъяһы» тигән рубрика асылғайны. Халыҡ һорауы буйынса быйыл уның күләме ҙурайтылды һәм тапшырыу айына ике тапҡыр сығасаҡ. Әле эфирҙа Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Аҡбулатованың китаптарына күҙәтеү яһалды. Уның әҙәби майҙанда эре аҙымдар яһауы – «Яҙылып бөтмәгән китап», «Янған аттар» романдары – киң ҡатлам уҡыусылар күңеленә хуш килде. Әҙәбиәтсе Гөлфирә Гәрәева: «Бөгөнгө прозаиктарыбыҙ Т. Ғиниәтуллин, Н. Мусин, Т. Ғарипова, Ә. Әминев, Р. Камал, Г. Ғиззәтуллина һ.б. араһында Фәрзәнә Аҡбулатова – иң йәше. Әҙибәнең ижады өлгөрөп еткән, быуынға ултырған, тормошҡа ҡарашы осҡорланған, йәшәйеште фәлсәфәүи күҙлектән тороп байҡау, баһалау юғарылығына күтәрелгән мәле. Киләсәктә лә милли прозабыҙ кимәлен билдәләрҙәй аҫыл әҫәрҙәр яҙырына өмөтөбөҙ ҙур», – тигән фекерен белдерҙе. Әҙибәнең күңел көмбәҙендә тарихи роман баҙлай.
Йылайыр районында йәшәп, әүҙем ижад итеүсе Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның гәлсәр күңелендә «Мәрхәмәтле булһын яҙмыш» тип аталған өсөнсө китабы өлгөрҙө. Уға, шулай уҡ башҡа прозаиктарҙың сағыу әҫәрҙәренә лә тиҙ арала байҡау булыр.
Шағирә Таңһылыу Ҡарамышева бер-бер артлы ике китабы менән шатландырҙы. Үҙе әйтмешләй, береһе – «Мәңгелек сәфәр» – аҡыл менән, икенсеһе – «Көҙ йәйе» – йөрәк менән яҙылған. Ысынлап та, тәүгеһендә, исеменән үк күренеүенсә, кеше йәненең мәңгелеге, бәндәнең күктәрҙән бирелгән асылы тик изгелеккә, яҡшылыҡҡа ҡоролған булыуы раҫлана. Уҡыусылар был китаптың тормошта юғалып ҡалмаусылар, көслө рухлылар өсөн тәғәйен булыуын күреп ҡыуаныр, тигән өмөттәбеҙ. Ә «Көҙ йәйе»ндә әбейҙәр сыуағына бәрәбәр яҡты кисерештәр өҫтөнлөк итеүе, китап көтөлмәгән поэтик табыштарға ифрат бай булыуы хаҡында һөйләрбеҙ.
Шулай уҡ драматургиябыҙҙағы яңы исемдәр, әҙәби-эстетик зауыҡ менән һуғарылған пьесалар ҙа күҙ уңында булыр.
Китап яратҡан кешене тормош ҡытыршылыҡтары, төрлө проблемалар ҡурҡытмай. Киреһенсә, сәм уята, йәшәү һуҡмаҡтарын табырға өйрәтә, еңеүгә илһамландыра. Башҡорт, рус, донъя әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәре хаҡында йыл әйләнәһе хәбәрҙар булырға теләһәгеҙ, «Китап донъяһы»на рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Әнисә Муллағолова.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»