23.09.2016 “Юлдаш” тәҡдим итә: “Телһөйәр”
"Юлдаш" радиоһы тулҡындарында донъя күргән "Телһөйәр" рубрикаһы туған башҡорт телен яратыусы, үҙ телендә аралашыусы, уны тағы ла нығыраҡ өйрәнергә, тел байлығын арттырырға теләүсе тыңлаусы өсөн әҙерләнә.
Көндәлек тормошта башҡорт телендә аралашҡан, яҙышҡан кеше лә ул байлыҡты үтә лә самалы ҡуллана. Аҡыл эйәләренә тиң зыялыларыбыҙ төҙөгән һүҙлектәрҙә лә туған телебеҙ хазинаһының бик аҙ өлөшө теркәлгән. Ә ни тиклем гүзәл, тәрән, моңло ул беҙҙең тел! Башҡа телдәрҙә булмаған мәғәнәле һүҙҙәре күпме уның! Ә ни тиклем яңғырашлы был һүҙҙәр! Ошо һүҙҙәр тулыһынса телмәребеҙгә инеп, һөйләшебеҙҙә ҡулланылып, яҙған мәҡәләләребеҙҙә, тапшырыуҙарыбыҙҙа яңғыраһасы. Уларҙың күбеһе телмәрҙән бөтөнләй төшөп ҡалған, ҡайһылары айырым төбәктәрҙәге һөйләштәрҙә генә осрай йәки иҫкергән иҫәпләнә, онотолғандары ла бар. һуңғы йылдарҙа күп һүҙ телмәребеҙгә кире ҡайтарылды, әлбиттә, руссанан тәржемәләрен ҡуллана башланыҡ. Был исемлекте тағы ла киңәйтеү, тап үҙебеҙҙең һүҙҙәрҙе телмәргә индереү маҡсатында эшләнгән сығарылыштарыбыҙҙа һүҙҙәр аңлатмаһы өсөн З. Ураҡсин етәкселегендә төҙөлгән "Башҡортса-русса һүҙлек" ҡулланыла.
Тапшырыуҙы тыңлап барыусылар үҙҙәре үк, ҡабатлауға бер аҙ ваҡыт бүлгәндә, һүҙҙәр тупланмаһының артыуын, үҙ телен белмәүселәрҙә туған телде өйрәнеү теләге тыуыуын, киң ҡулланышта булмаған, хаҡһыҙ онотолған һүҙҙәргә, һүҙбәйләнештәргә ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килеүен белдерә.
Һөйләгәндәребеҙ урынлы, телмәребеҙ бай, һүҙебеҙ татлы булһын, милләттәштәр.
"Телһөйәр" рубрикаһын "Юлдаш" тулҡындарында һәр дүшәмбе 9 сәғәт 17 минутта һәм 20 сәғәт 45 минутта тыңлай алаһығыҙ.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»