RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Парижда тыуған “йондоҙло” ғаилә

20.09.2016 Парижда тыуған “йондоҙло” ғаилә

Парижда тыуған “йондоҙло” ғаилә
Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлсинә МӘҮЛЕКӘСОВА менән Илдар МАНЯПОВ бөгөн – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының иң сағыу “йондоҙҙары”, төп партияларҙы башҡарыусы әйҙәүсе бейеүселәр. Ике тиҫтә йылға яҡын эшләү дәүерендә улар төрлө образдарҙа Өфөлә генә түгел, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең ҙур ҡалаларында сығыш яһаны. Ромео менән Джульетта, Принц менән Золушка, Зәйтүнгөл менән Йомағол, Зигфрид менән Одетта-Одиллия кеүек ғашиҡ йәндәрҙе сағылдырған был ике бейеүсе – тормошта ла матур пар. Ҡыҙҙары Ренатаға биш йәш.
Ә был мөхәббәт тарихы ҡасан башланған һуң? Ике “йондоҙ”ға бер ғаиләлә йәшәү, бер труппала бейеү ауыр түгелме? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, Гөлсинә менән Илдарҙы әңгәмәгә саҡырҙыҡ. Һүҙ шулай уҡ балет артистарының үҙенсәлекле тормошо тураһында ла барҙы.

– Илдар, Гөлсинә менән тәүге тапҡыр күрешкән көндө хәтерләйһеңме?
– Беҙ икебеҙ ҙә ике йыл айырма менән бер үк хореография училищеһында уҡыныҡ. Уҡырға килгән саҡта миңә 10 йәш ине, ҡыҙҙар менән артыҡ ҡыҙыҡһыныу булманы. Шуға күрә тәүге тапҡыр күреүемде, танышҡан көндө хәтерләмәйем. Яҡындан аралашманыҡ, бары тик бер-беребеҙҙе белә инек. Театрҙа эш башлағас, данлыҡлы хореограф Шамил Әхмәт улы Тереғолов һынамаҡ өсөн генә беҙгә “Аҡҡош күле” балетында төп партияларҙы тапшырҙы. Һәм сәхнә пары булараҡ уңышлы ғына эшләй башланыҡ, шуға күрә бер-бер артлы мөхәббәтле образдарҙы башҡарыу бәхете татыны. Өс йыл дауамында барған репетициялар, гастролдәр, бергә сығыш яһауҙар эҙһеҙ үтмәне: ныҡлап аралаша башланыҡ, дуҫлыҡ яйлап ялҡынлы мөхәббәт хистәренә әүерелде. Хистәр өсөн бейеү сәнғәте ҙур этәргес булды, тип әйтә алам. 2005 йылда Гөлсинәгә дуҫлыҡ тәҡдим иттем һәм өс йылдан һуң ғаилә ҡорҙоҡ.
– Бер һөнәрҙән булыуығыҙ ғаилә тормошонда ауырлыҡ килтермәйме?
Гөлсинә. Һөнәр үҙенсәлектәрен иҫәпкә алһаң, киреһенсә, ярҙам итә. Үҙенсәлекле көн режимы, диеталар, гастролдәр, эштән арып, ҡыл да ҡыбырлата алмаҫлыҡ хәлдә ҡайтҡан кешене башҡа һөнәр эйәһе аңлай аламы ни?
Илдар. Театрыбыҙҙа тормошон башҡа һөнәр эйәләре менән бәйләүсе артистар бар. Аллаға шөкөр, матур йәшәйҙәр. Тимәк, аңлай­ҙар. Ә шәхсән мин ундай тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайым.
– Гөлсинә, Илдарҙың ниндәйҙер ҡылыҡтары менән һине аптыратҡаны булдымы?
– Улар бик күп булды. Илдар тәү ҡарашҡа тотанаҡлы, тыныс кеше булһа ла, мине матур ҡылыҡтары менән йыш аптыратты. Улар араһынан “иң-иңе” тормош ҡорорға тәҡдим иткән көн булғандыр. Францияға Башҡор­тостан мәҙәниәте көндәре уңайынан гастролгә барғайныҡ, Эйфель башняһында ул миңә ҡулын һәм йөрәген тәҡдим итте. Ундағы эмоцияларҙан башым әйләнеп, мәлендә үк кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙем.
– Бейеүҙән тыш башҡа ҡыҙыҡһыныуҙарға ваҡытығыҙ ҡаламы?
Гөлсинә. Юҡ. Барлыҡ булмышымды, физик мөмкинлектәремде, эмоцияларымды, уйҙарымды һәм ваҡытымды балет сәнғәтенә арнағанмын. Театрҙарға йөрөгө килә, әммә барырға теләгән спектаклдәр ваҡыты беҙҙең сығыштар менән тап килә. Концерттар менән дә шул уҡ хәл. Бик һирәк эләккән ял көндәрендә яңы фильмдар ҡарар өсөн кинотеатрға барабыҙ. Бары тик бала саҡтан әсәйем тәрбиәләгән ғәҙәт бар: китап уҡыйым. Сөнки уны өйҙә, арып ҡайтҡандан һуң диванға ятып уҡыр­ға була (көлә – авт.)
Илдар. Һирәкләп булһа ла балыҡҡа йөрөргә ваҡыт таба алам. Шулай уҡ Гөлсинә китап уҡырға мине лә өйрәтеп алды.
– Ә ял һәм байрам көндәре, йәйге отпуск?
– Башҡа кешеләргә ғәҙәти булған ял көндәрендә уларға мәҙәни ял ойоштороу маҡсатында беҙ эшләйбеҙ. Әйткәндәй, тулы зал булып килгән тамашасы беҙгә байрам кәйефе бүләк итә. Йәйге ялда иһә ғаиләбеҙ менән мотлаҡ ауылға, өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа ҡайтабыҙ. Унан һуң инде, мөмкинлек булһа, һаулыҡты нығытыу маҡсатында диңгеҙ буйына барып ял итәбеҙ.
– Гөлсинә, һин һәйбәт хужабикәме?
– Улай тип әйтмәҫ инем. Ваҡыт булғанда теләк булмай, теләк булғанда – ваҡыт юҡ. Ашарға әҙерләйем, өйҙө тәртиптә тоторға тырышам. Күпселек өй эштәрен Илдар менән бергә башҡарабыҙ. Ә инде уға ла ваҡыт ҡалмаһа, әсәйем ярҙамға килә. Сөнки ул һайлаған һөнәребеҙҙең ауырлығын да белә, үҙенсәлектәрен дә аңлай.
– Ренатаны тәрбиәләү күберәк кем иңенә төшә?
Гөлсинә. Өләсәйҙәрҙекенә (көлә – авт.). Уларҙың ярҙамы әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Ренатаға бер йәш тулыу менән эшкә сыҡтым. Репетициялар һәм спектаклдәр ваҡытында – әсәйем, ә гастролдәр мәлендә ҡәйнәм ҡарай. Әҙ генә буш ваҡытыбыҙ булһа, ҡыҙыбыҙ менән үткәрергә тырышабыҙ. Хәҙер инде ул ҙурайҙы, “ярай-ярамай”ҙы аңлай башланы. Шуға күрә үҙебеҙ менән театрға ла алып йөрөйбөҙ. Театр буфетынан төрлө тәмлекәс алып ашатабыҙ, шуға күрә ул бик теләп килә. Ә тәрбиәгә килгәндә, моғайын, ейән-ейәнсәр­ҙәргә күп ваҡыт бүлербеҙ, тип уйлайым.
– Өйҙә ниндәй бәхәстәр күберәк була: көнкүреш буйынсамы, әллә эшме?
Илдар. Эште өйгә алып ҡайтмайбыҙ, хәйер, эш буйынса бәхәстәр бөтөнләй булмай тиерлек. Ниндәйҙер мәлдәрҙе үҙ-ара кәңәшләшеп алабыҙ, үҙ фекеребеҙҙе көсләп таҡмайбыҙ. Тормошта бер-беребеҙгә ҡаршылашмай ғына йәшәргә тырышабыҙ.
– Бәхетле, матур ғаиләгеҙҙең сере нимәлә?
Гөлсинә. Мөхәббәт һәм ышаныста, сабырлыҡ һәм ихтирам тойғоларында.
Илдар. Алтыным, йәнем, ҡояшым, тип өндәшкәнебеҙ юҡ. Йәнәш ултырып та бер-беребеҙгә ҡағылмауыбыҙ мөмкин. Шул уҡ ваҡытта күңелдәребеҙ, йәндәребеҙ бер бөтөн. Беҙҙең был хистәрҙе кемдер аңламай­ҙыр, әммә үҙебеҙгә рәхәт.
– Ҡыҙығыҙҙың балерина булыуын теләйһегеҙме?
Гөлсинә. Юҡ, әммә теләге һәм таланты булһа, ҡаршы төшмәйәсәкбеҙ. Әлегә аныҡ ҡына теләк белдерергә уға иртәрәк.
– Балет артистары һөнәрҙе бик иртә һайлай, күп осраҡта был ата-әсәләр теләге була. Һеҙҙең осраҡта, һөнәрҙе аңлап һайланығыҙмы?
Илдар. Аңлы рәүештә һайланым тип әйтә алмайым, әммә биш йәшемдән бейергә яраттым. Бейеүсе булмаһам да, бейеү уҡытыу­сыһы булыр инем, моғайын. Әйткәндәй, өс йыл буйы училищела балалар менән эшләп ҡараным. Эш хаҡының бәләкәй, ә йөкләмәләрҙең күп булыуына ҡарамайынса, һөнәрем оҡшаны. Балет артисының сәхнә ғүмере ҡыҫҡа, оҙаҡламай хаҡлы ялға ла сығыр ваҡыт етә. Бәлки, киләсәктә үҙемде бөтөнләй икенсе, сәхнәгә яҡын булмаған һөнәрҙә лә һынап ҡарармын, кем белә.
Гөлсинә. Ә мин биш йәшемдән ошо театр­ҙа үҫтем, атайым менән (билдәле музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғәлим Мәүлекәсов – авт.) опера һәм балет спектаклдәренә йөрөнөм. Балет труппаһының репетицияларын ҡарап, һәр ваҡыт улар кеүек бейергә хыялландым. Хыялымдың тормошҡа ашыуы менән бәхетлемен.
– Һеҙ – билдәле һәм матур шәхестәр. Тамашасы иғтибары, шул уҡ ваҡытта башҡа партнерҙар менән бейеү күңелегеҙҙә көнләшеү хистәре уятмаймы?
Илдар. Әлбиттә, яратҡан ир булараҡ, ул хис миңә ят түгел. Тик уны Гөлсинәгә һиҙҙереп, һүҙгә килешеүгә алып барып еткергәнем юҡ. Ә сәхнәлә ниндәй генә мөхәббәтле ролдәрҙе башҡармаһын, көнләшмәйем. Сөнки, артист булараҡ, уларҙың бары уйын икәнен аңлайым. Беҙҙең һөнәрҙең үҙенсәлеге лә шунда: тормошта битараф булған, хатта кеше булараҡ бөтөнләй ҡабул итә алмаған партнер менән дә сәхнәлә мөхәббәт уйнарға тейешбеҙ.
– Һеҙгә һәр ваҡыт формала булырға кәрәк. Йыл әйләнәһенә диетала йәшәйһегеҙме?
Илдар. Мин тәбиғәтем менән тиҙ һимерә торған кешемен. Шуға күрә һәр ваҡыт үҙемде сикләргә, еңел ризыҡ менән генә туҡланырға тырышам. Ә Гөлсинә ул яҡтан бәхетле.
Гөлсинә. Ғәҙәттә, йәйге ялдан һуң формаға инеү өсөн икмәктән һәм тәмлекәстәр­ҙән баш тартам. Көндәлек рационда мотлаҡ ит бар, сөнки ул көс бирә.
– Көн һайын репетиция, сәғәттәр дауамында барған спектакль... Организм сынығамы, әллә балет артистарының характер көсө шулай ныҡмы?
Илдар. Йылдар дауамындағы күнекмәләр һөҙөмтәһе был. Ҡайһы саҡта репетицияларға ҡарағанда спектакль еңелерәк үтә. Сөнки спектакль барышында һәр ваҡыт сәхнәлә булмайһың, бер аҙ ял итергә була. Ә репетиция алһыҙ-ялһыҙ дүртәр сәғәткә һуҙыла.
– Йәрәхәттәр йыш буламы?
Гөлсинә. Эйе. Шамил Әхмәт улының бер һүҙе бар ине: беҙҙең бер еребеҙ ҙә ауыртмай икән, тимәк, үлгәнбеҙ. Бер тапҡыр спектакль барышында аяғымдың баш бармағы һынды. Ауырлыҡ менән, тән ғазаптары аша спектакль тамамланғансы бейенем.
Йәрәхәттәр булмаһа, ауырыған саҡтар була. Тән температураһы юғарымы, ашҡаҙан ауыртамы, йә башҡа сәбәптәр... Мәҫәлән, Илдарҙың умыртҡа бағанаһы менән проблемалары бар, партнерын күтәреү йәки һикереү ҡайһы саҡта ауыртыу бирә. Әммә сәхнәгә сығыуҙан баш тартмайбыҙ, уға хаҡыбыҙ ҙа юҡ. Ышанып ролдәр тапшырылған икән, тимәк, уны аҡларға кәрәк. Ошо ныҡышмал холҡобоҙ, сыныҡҡанлыҡ, яуаплылыҡ маҡсаттарға ирешергә, исемдәр яуларға, театрҙа алдынғылар рәтендә булырға ярҙам итте лә инде. Ҡалған сәхнә ғүмеребеҙҙе лә һайлаған һөнәребеҙгә хыянат итмәй, тамашасылар һөйөүен юғалтмай үткәрергә ине, тип теләйбеҙ.
– Еңел булмаған ижад юлығыҙҙа, шулай уҡ мөхәббәтле ғаиләгеҙгә уңыштар теләп ҡалабыҙ! Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы