11.09.2016 “Ижадым менән матурлыҡ өләшкем килә”
Уны башҡорт Анна Германы тиҙәр. Саф шишмәләй моңло тауышы, күңел түрҙәрен айҡап сығырҙай йырҙары тамашасыны әсир итһә, матур шиғырҙары әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуандыра. Йөҙәрләгән йырын башҡорт-татар эстрадаһы “йондоҙҙары” ла үҙ репертуарына алған. “Һандуғастар”, “Йән ҡартаймай”, “Еләк тәме” йырҙары бик күп хит-парадтың еңеүсеһе булып, популяр хиттарға әйләнде.
Таланты менән генә түгел, тыйнаҡлығы, әҙәплелеге менән дә Флера ШӘРИПОВА күптәрҙең ихтирамына лайыҡ. Бөгөн уның менән ижад һәм йырҙар хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Флера апай, һеҙҙә йырға һөйөү ҡасан барлыҡҡа килде?
– Әсәйемдең бишек йырынан. Тыуған йортобоҙ (Йылайыр районының бәләкәй генә Суйынсы-Супан ауылында тыуып үҫтем) йырһыҙ бер көн дә тормағандыр ул: атайым да, әсәйем дә һәр ваҡыт йырлай торғайны. Атайым ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләне. Әсәйем менән уларҙы йыр ҡауыштырған тип әйтһәм дә, хата булмаҫ. Әсәйем сығышы менән Саҡмағош районынан, уны, медицина училищеһын тамамлағас, юллама менән Ейәнсура районының Ибрай ауылына эшкә ебәрәләр. Ауылдың талантлы йәштәре менән концерттар ҡуйып йөрөгән саҡта атайым сәхнәлә күреп, йырлағанын ишетеп, ғашиҡ була. Ғүмерҙәре матур, мөхәббәтле үтте, Аллаға шөкөр. Һәм мин шундай ғаиләлә үҫеүем, тәрбиәләнеүем менән бәхетлемен. Бергәләшеп бесән әҙерләгән, еләккә йөрөгән мәлдәр, ҡаҙ өмәләре – бала сағымдың иң татлы хәтирәләре. Өйөбөҙҙән кеше өҙөлмәне, ҡунаҡтар мине һәр ваҡыт йырлата торғайны. Әсәйемдең тауышы көслө, тәҙрәләрҙе зыңлатырлыҡ көр булһа, атайым, киреһенсә, йомшаҡ ҡына, наҙлы итеп йырлай торғайны. Радионан йыш ҡына классик йырҙарҙан концерт тапшырыуҙары була ине, мин уларҙы тыңларға яраттым. Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек, Винера һеңлем шиғырҙар яҙа, өсәүебеҙ ҙә йырларға яратабыҙ. Мәктәп йылдарынан уҡ сәхнәлә булдым.
– Тик ижадҡа сағыштырмаса һуң тотонғанһығыҙ. Йыр сәнғәтенә ниндәй юлдар менән килдегеҙ?
– Ауылдың һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, педагогия училищеһының мәктәпкәсә белем биреү бүлегенә уҡырға индем. Хеҙмәт юлымды тәрбиәсе булып башланым, ситтән тороп юғары белем алдым. Мәктәптә лә эшләнем. Ул арала үҙем яҙған шиғырҙар, йырҙар күбәйеп китте, тик эш араһында ғына халыҡҡа еткереү мөмкинлеге булманы. Ваҡыты еткәндер, күрәһең: берҙән-бер көндө үҙемде ижадҡа арнарға теләүемде аңланым һәм ныҡлап йыр менән шөғөлләнә башланым.
– Тәүге йырҙарығыҙҙы ҡасан ижад иткәйнегеҙ?
– Бала саҡтан ҡолағымда һәр ваҡыт моң сыңланы. Уларҙы бары тик үҙем генә ишеткәнемде һәм йырға һалырға кәрәклеген һуңлап ҡына аңланым. Мәктәп йылдарында уҡ шиғырҙар яҙа торғайным. Уҡытыусым Фәриҙә апай Ғиззәтуллина миңә журналист булырға тәҡдим итте. Ә сәхнәгә иң беренсе булып 1998 йылда Резеда Әминева “Апайыма” тигән йырымды сығарҙы. Уның һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙем ижад иткәйнем. Унан алдараҡ минең һүҙҙәремә Рафаэль ағай Шәйехразиев ижад иткән “Минең өсөн илай болоттар” һәм “Тамсылар” йырҙарын Флүрә Килдейәрова башҡарғайны. Хәҙер инде йырҙарымды бик күп йырсы башҡара, шиғырҙарыма башҡа композиторҙар көй яҙа, мин дә башҡа шағирҙарҙың матур, күңелгә үтеп инерлек шиғырҙарына көйҙәр ижад итәм. Әлеге мәлдә сәхнәгә сығыр ваҡытын көтөп ятҡан йырҙарым байтаҡ. Уларҙы, осрашып аралашырға тура килһә, йырсыларға тәҡдим итәм. Йырсылар үҙҙәре лә йыр һорай.
– Йырсы булараҡ, ҡасан ҙур сәхнәгә сыҡтығыҙ?
– Йәш саҡта йыш ҡына төрлө кисәлә, байрамда ҡатнаша инем. Резеда Әминева менән бергәләшеп гастролдәрҙә йөрөнөк. Аҙаҡ төрлө сәбәп арҡаһында сығыш яһауҙан туҡтап торҙом. Йырҙар, шиғырҙар ижад иттем, әммә улар кәштәлә ятты. Ҡыҙым бер аҙ үҫә төшкәс, 2000 йылдар аҙағында ҡабаттан сәхнәгә сыҡтым. Аллаға шөкөр, Өфөлә, Мәскәү, Ырымбур, Ҡазан, Силәбе ҡалаларында сығыш яһарға тура килде, ижадташ дуҫтарым концерттарынан ҡалдырмай. Төрлө районға ла саҡырыуҙар бар. Ниһайәт, үҙемдең тамашасыларымды, тыңлаусыларымды таптым. Маҡсатыма, хыялдарыма бәләкәй генә аҙымдар менән булһа ла килдем.
– Яратып уҡыған шағирығыҙ, тыңлаған йырсығыҙ бармы?
– Күп уҡыйым, әлеге ваҡытта интернет киңлектәрендә ижад итеүсе Фирүзә Абдуллина, Зөфәр Вәлитовтарҙың шиғырҙары күңелемә ауаздаш. Ә йырҙарҙы, ғөмүмән, тыңларға яратам. Һәр йырсының башҡарыуында яратып тыңлаған айырым йырҙар бар. Йырҙың һүҙҙәре йәки көйө күңелгә үтеп инә икән, уға битараф ҡалып булмай. Ә тормошта кумирым юҡ. һәр кем үҙенсә йәшәй, үҙенсә ижад итә. Бөйөк шағирҙарҙың да насар шиғыры булыуы мөмкин, шул уҡ ваҡытта танылыу яулай алмаған, әммә фекерле әҫәр яҙыусы бар. Бындай сағыштырыу йырсылар араһында ла осрай.
– Тыуған ауылығыҙға йыш ҡайтаһығыҙмы?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атай-әсәйем инде был фани донъянан киткән, туғандарым да ситтә йәшәй. Былтыр класташтар менән осрашыуға ҡайтып, сәхнәгә йыр менән сыҡтым. Район үҙәгендә, шулай уҡ Урал аръяғы райондарынды концертымды үткәрҙем.
– Ә һеҙҙе ижадҡа нимә этәрә?
– Минең әйтер һүҙем бар. Шиғырҙарым, йырҙарым аша шул һүҙҙәрҙе халыҡҡа еткерәм. Улар менән донъяға әҙ генә булһа ла матурлыҡ, сафлыҡ, ихласлыҡ өләшә алам икән, мин бәхетлемен. Көсләшеп, үҙемде алға этәреп йөрөмәйем, кешеләргә ҡарата талаптарым да юҡ. Кемдәр теләй – тыңлай, уҡый. Теләмәгәндәр битараф ҡала. Шулай уҡ ижад менән күңелемә йыуаныс табам, бәхетем менән бүлешәм. Йырҙарҙа, шиғырҙарымда күңел торошом сағыла.
– Ижад табыш килтерәме?
– Аҡса өсөн махсус ижад иткән осраҡта килтерәлер. Әммә бер ваҡытта ла ижадты аҡса менән иҫәпләмәнем. Кемдер рәхмәт йөҙөнән йә аҡса, йә күстәнәс бирә. Кемдеңдер мөмкинлеге юҡ икән, һорамайым. Тормош та бит аҡса менән иҫәпләнмәй. Бөгөн кеҫәмдә бер тин дә аҡса юҡ икән, Аллаһы Тәғәлә иртәгә уйламаған ерҙән бәрәкәт бирә. Мин күберәк кешеләрҙең ғүмер байрамдарын үткәреп табыш алам. Тамада булып эшләү оҡшай, сөнки кешеләрҙең йөҙөндә йылмайыу, бәхет, йылы теләктәр, матур һүҙҙәр менән бүлешеүен күреү үҙе бер матурлыҡ бит. Һаулыҡ менән ғүмер булһа, аҡсаһын да табырбыҙ, ижад та итербеҙ.
– Илһам ҡошо тәүлектең ҡайһы ваҡытында килә?
– Айырым ваҡыт юҡ. Төн уртаһында уянып та яҙам, көндөҙ урамда йөрөгән саҡта ла күңелемдә ниндәйҙер шиғыр юлдары тыуып, онотмаҫ борон яҙайым, тип йүгереп ҡайтҡаным бар. Шулай уҡ берәй көн бер нисә йыр яҙылһа, апаруҡ ҡына ваҡыт бөтөнләй яҙмаған осраҡтар ҙа була. Ундай мәлдәрҙә күберәк дуҫтарым менән аралашам, башҡа эштәр менән мәшғүл булам.
– Һеҙ шулай уҡ рәссам булараҡ та танылыу яуланығыҙ...
– Һүрәт төшөрөү менән артыҡ мауыҡмайым, әллә ни ваҡыт та бүлеп булмай. Студент йылдарында конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулағаным булды. Бер аралыҡта (бик ауыр ваҡыттар булды) картиналар һатып, икмәклек аҡса эшләй инем. Шуға күрә үҙемде рәссам тип атағым килмәй. Күңелем һораһа, ҡулыма буяу йәки ҡәләм алам.
– Ҡыҙығыҙ Эльзаға һеҙҙән берәй һәләт күскәнме?
– Ул рәссам була алыр ине, матур төшөрә. 6-сы класта уҡығанда төшөргән һүрәтен һаҡлайым, уны күргән кешеләр ҙә һоҡланыу белдерә. Йырға ла һәләте бар, әммә йырларға яратмай. Унда сәхнәгә, ижадҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу бөтөнләй юҡ, юрист һөнәрен һайланы.
– Ижадтан тыш, нимә күңел тыныслығы бирә?
– Тәбиғәт. Мөмкинлек тыуыу менән яланға, тауҙарға сығам. Бик булмаһа, баҡсаға, паркка сығып әйләнәм. Йыл һайын йәй айҙарында Башҡортостандың төрлө төбәгенә сәйәхәткә юлланам. Һалда ла йөҙгәнем булды. Ошо гүзәл тәбиғәт миңә ижадҡа илһам бирәлер, тип уйлайым.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Флера апай! Ижади уңыштар һеҙгә киләсәктә!
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА
әңгәмәләште.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»