RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙеңде лә уйла, илеңде лә буйла

01.08.2016 Үҙеңде лә уйла, илеңде лә буйла

Үҙеңде лә уйла, илеңде лә буйла
Халҡыбыҙҙа борон-борондан ил-көн тойғоһо көслө һәм быны бөгөн дә тик хупларға ғына кәрәк, тигән ныҡлы уйҙамын. Һәр кемдең азат, үҙ яҙмышы өсөн үҙе яуаплы икәне һәм башҡа, дөйөм алғанда, дөрөҫ, раҫлауҙар булһа ла, шулай.
Беренсенән, бында, яҙмышта, граждандар йәмғиәте, дәүләт тә бөтөнләй үк ситен тормаһын, икенсенән, шәхес үҙе менән генә лә сикләнмәһен, илен дә уйлаһын. Кеше сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһа, ошолай тәнен дә, йәнен дә һаҡлаһа, көсөнә, һәләтенә ҡарап эшләһә, ә нисәмә йыл, ғәфү итегеҙ, әрәмтамаҡ була тороп та, яр һалып хөкүмәттән ярҙам таптырмаһа, тәүҙә ул балаларын, аҙаҡ балалары уны ҡараһа, бик һәйбәт. Йәғни илһөйәрлек тойғоһо, әлеге идеаль осраҡта, әллә ни ҡабартылмайынса ғына, тейешле яҡшы һөҙөмтәһен бирә: ватандашыбыҙ, һис һөрән һалмай, бәлки һиҙмәй ҙә, мәмләкәтен дә күтәрә. Ысынында быға тулыһынса өлгәшеп кенә булмай әле, шуға күрә шәхес менән Тыуған ил араһын мөмкин булғанса яҡынайтыу, мәғлүмәти, кәрәк саҡта тәрбиәүи эш алып барыу шул иҫәптән киң мәғлүмәт сараһының да бурысылыр. Сөнки кеше дәүләт хәстәренә, дәүләт кеше фекеренә, тәҡдименә, яҡлауына мохтаж һәм шулай булыр ҙа. Нисек итеп яҡынайтырға һуң? Дәүләт менән йәмғиәт араһында ныҡлы күпер рәүешендә һуҙылып. Ике яҡлы бәйләнеш ни тиклем тығыҙыраҡ, шул хәтлем йәшәү камилыраҡ та була бит.
Һайлау мәсьәләһен генә алайыҡ. Демократияла, “халыҡ хакимлығы” тип тәржемәләнгән был дөйөм эштә, тимәк, сәйәсәттә лә, ҡатнашыуҙың ябай, тамсы ла тырышыу талап итмәгән, бушлай, сират­һыҙ бирелгән бер ысулы – тауыш биреүҙә ҡатнашыу икәнен беләбеҙ һәм быны файҙаланыу мотлаҡ. Закон күҙлегенән кешенең мәжбүри йөгө түгел был, ә хоҡуғы. Исмаһам үҙеңде ошо йәмғиәттең уға йоғонто яһай алырҙай ағзаһы итеп тойор өсөн хоҡуҡ.
Ғөмүмән, ижтимағи-сәйәси күренештәргә, процестарға тыныс, аңлаулы мөнәсәбәттә булыу хаҡ, тимен, сөнки был да – беҙҙең тормошобоҙ. Дәүләт булғас, уның ошо өлкәһе лә бар, ил уларһыҙ йәшәй алмай.
Һәр кемдең үҙ фекере, әлбиттә, үҙ күҙлеге. Һәм шулай булыуы дөрөҫ тә, юғиһә ватаныбыҙ тарихында бөтәбеҙ бер төрлө уйлаған, эшләгән дәүерҙәр ҙә булды бит. Уй-эштәрҙең ҡайҙан төшөрөлгәнен дә онотмағанбыҙ. Ә бер заман, туҡһанынсы йылдарҙа, икенсе сиккә һикерҙек: “ил” тимәнек, “үҙебеҙ” генә тинек. Бөгөн килеп әҙәм дәүләт яҙмышына битараф булмаған, дәүләт әҙәм яҙмышын ҡайғыртҡан һәйбәт урталыҡҡа яҡынбыҙҙыр.
“Ижтимағи-сәйәси” тип, ошо сик эсенә бәғзе мәсьәләләрҙе генә алыу дөрөҫмө икән? Мәҫәлән, музей йәки китапхана өлкәләрен дә ижтимағи тип әйтә алмайбыҙмы ни? Алабыҙҙыр. Хатта сәйәси тип тә. Тәү ҡарашҡа тап бөгөн мөһим тойолмаған да йүнәлештәр, күренештәр, үрелештәр киләсәктән, ваҡыт киңлектәренән, сығып ҡарағанда, һөҙөмтәләргә баҡҡанда, оло сәйәсәтте билдәләгән булып сыға ла баһа.
Бына шуның өсөн дә беҙҙең радиола тотош йәмғиәткә ҡағылышлы, эйе, ҡатмарлы, ләкин мотлаҡ кәрәкле мәсьәләләргә иғтибар мул бүленә. Быны беҙ эш көндәрендә, киске сәғәт 7-се 15 минуттан башлап, башҡарабыҙ. Тура һорауҙарыбыҙға ихлас яуап биргән эксперттарыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Тура эфирҙа эшләйбеҙ, ләкин яҙмаһын да тыңларға мөмкин: тапшырыу тамамланыу менән уны, өлөшләтә тексын да, рәсми сайтҡа һалабыҙ. Шунда уҡ фекерҙәрегеҙҙе лә яҙып ҡалдырығыҙ, дуҫтар, көтәбеҙ!

Рәсүл СӘҒИТОВ,
журналист, яҙыусы, “Юлдаш” радиоһының
ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар
бүлеге етәксеһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы