06.07.2016 “Атайым тураһында һөйләгеҙ”
Ҡатын-ҡыҙҙарға, әсәйҙәргә арналған тапшырыуҙар бихисап, ә бына атайҙар хаҡында һөйләгәндәре һирәк. Йәмғиәттә ирҙәрҙең абруйын арттырыу, атай тәрбиәһе, уның уңыш серҙәре тураһында бәйән итеү маҡсатында 2014 йылда “Юлдаш” радиоһында “Атайым тураһында һөйләгеҙ” тип аталған тапшырыуҙар шәлкеме сыға башланы. Ул беҙҙең аранан киткән, үҙенән һуң яҡты эҙ, күркәм эштәр ҡалдырған, атаһының ғына түгел, тотош милләтенең улы булған уҙамандар тураһында.
Был тапшырыуҙы атайҙар тураһында гүзәл хәтирә тип тә атарға мөмкин. Программала танылған шәхестәрҙең хәләл ефеттәре, балалары, туғандары, ауылдаштары, яҡташтары, дуҫтары һәм замандаштары ҡатнаша. Беренсе сығарылыш мәшһүр йырсыбыҙ Ғәли Хәмзинға арналды. Артабан яҙыусылар Динис Бүләков, Яныбай Хамматов, Сафуан Әлибаев, Ринат Хәйри, Аҫылғужа Баһуманов, Рәмил Ҡол-Дәүләт, йырсы, артист һәм ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов, режиссер Фәтих Иҡсанов, йырсылар Насип Кучаев, Шамил Хәмәҙинуров, композиторҙар Абрар Ғабдрахманов һәм Наил Ғәлиевты (Николай Голов) төрлө яҡлап асырға тырыштыҡ. Әлегә тиклем бик һирәктәргә генә билдәле факттарҙы асыҡланыҡ. Тапшырыуҙы геройҙарыбыҙҙың балалары алып бара. Был үҙенсәлекле алым үтә лә отошло, тип иҫәпләйбеҙ. Сөнки журналист йәки дикторға ҡарағанда ғәзиз кешеһенең һөйләгәненә тыңлаусы нығыраҡ ышана, хис-тойғолар сағыуыраҡ була һәм йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә тәрәнерәк үтеп инә.
“Атайым тураһында һөйләгеҙ” – тотош ғаилә менән тыңлау өсөн әҙерләнгән проект. Ул тап ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалай, йәмғиәттә атайҙарҙың абруйын арттырыу, уларҙың ыңғай образын тыуҙырыу маҡсатын ҡуя. Ғаиләһен, тыуған илен, хеҙмәтен яратҡан, һөнәренә тоғро ҡалған атайҙар миҫалында тыңлаусыбыҙҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләй алырбыҙ тигән ышаныс та бар.
“Атайымды асыҡ ҡына төҫмөрләй алмайым. Ул беҙҙең аранан киткәндә миңә ни бары 4 йәш булған. Уның йылмайыуы, сабыйҙарса ҡыуаныуы һис кенә лә иҫемдән сыҡмай. Көлөр, һәр ваҡыт шаяртыр ине. Әҙерәк үҫә төшкәс, әсәйем миңә атайымдың хатын бирҙе. Унда: “Әсәйеңде тыңла!” тип яҙылғайны. Атайым әҙәбиәт донъяһына килде, күренде, балҡыны, донъяға һоҡланды, бик күптәрҙе таң ҡалдырҙы һәм баҡыйлыҡҡа күсте. Бер бөйөк полководец әйтмешләй, “Килдем, күрҙем, еңдем” кеүек булды уның ғүмере”...
Был – ялҡынлы шағир Рәмил Ҡол-Дәүләттең улы Рәсүлдең иҫтәлектәре. “Атайым тураһында һөйләгеҙ” шәлкеменән “Рәмил Ҡол-Дәүләт: Аҙашҡандыр, тиеп уйламағыҙ, Офоҡтарға китеп юғалһам” тапшырыуы 3 июлдә 10 сәғәт 10 минутта һәм 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға. Программаның яҙмаһы интернет селтәрендә бар. Каналдың рәсми сайты: юлдашфм.рф һәм yuldashfm.ru
Зөһрә Арсаева.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»