27.06.2016 Артистарҙы күреп, күңелебеҙ таҙарһын ине
Һөнәрем буйынса иҡтисадсымын. Хаҡлы ялдағы хажиәмен. Йәшерәк саҡта концерттарға йыш йөрөй инем. Әле һирәгерәк барам, уның үҙенә күрә сәбәптәре бар. Бер мин түгел, башҡа таныштарым да фекерҙәрем менән килешеүен яҡшы беләм.
Башҡортостанда ла, Татарстанда да хәҙер популяр артистар күбәйҙе. Танылған «йондоҙҙар» беҙгә, Салауат ҡалаһына, килеп тора. Мин электән уларҙың тамашаларын ҡалдырмай ҡарарға тырыштым.
Элегерәк шулай, Айҙар Ғәлимов йырлай башлаған йәшерәк саҡта концертынан һуң: “Бәҫеңде төшөрмә, ошо матур холҡоңдо, бигерәк тә ябайлығыңды һаҡла, башың әйләнеп тура юлдан яҙма. Шунда ғына ижадың оҙон ғүмерле булыр”, – тигәйнем. Теләктәрем ҡабул булды. Ул нисәмә йыл ҙур зал тулы тамашасы йыя, изге күңеллелеге, алсаҡлығы менән халыҡ күңелен яулай. Сәхнә матур биҙәлә, музыканы аҡыртмайҙар, күңел тынысланып, ял итеп ҡайтабыҙ. Һуңғы йылдарҙағы концерттарҙа иһә музыка бик көслө ҡуйыла. Хатта йырсыларҙың тауышы ла ишетелмәй. Залдан әйтеп тә, ҡағыҙ яҙып та ебәреп ҡарайҙар, үҙгәртеп булмай. Тауыштары ҡолаҡтан инеп, йөрәкте өҙгөләп, табандан сығып китә. Күп концертта 20 минут ҡына түҙәм, аҙаҡҡа саҡлы ултырһаң, аҡсаға ауырыу һатып алған кеүек була. Минән йәшерәктәр ҙә ҡайтып китә, ҡайһы берәүҙәр артҡараҡ күсеп ултыра. Тамашасының концерттарға әҙ йөрөүенең икенсе сәбәбе – рекламаның етерлек булмауы. Шакировтар килгәндә ярты зал ғына тамашасы йыйылды. Сәхнәнән: «Салауатта ошо хәтле генә халыҡ йәшәйҙер инде», – тип шаярттылар. Ысынында иһә мәҙәниәт һарайы эргәһенән башҡа ерҙә афишаны күрмәнем. Радио, телевидениелағы рекламаны кеше бик ҡарап, тыңлап ултырмай бит. Залда кеше әҙ булһа, тамашасының да күңеле ҡырыла. Улар артистарҙы йәлләп ултыра, йырҙарҙы бирелеп тыңлай алмай. Тағы кәйефте ҡырыусы бер нәмә бар – декорация, дөрөҫөрәге, уның юҡлығы, булһа ла, йырҙың мәғәнәһенә тап килмәүе. Хәҙер артистар декорация йөрөтмәй. Йәмһеҙ генә буш сәхнәлә сығыш яһайҙар ҙа ҡуялар. Хатта спектаклдәрҙә лә ҡайһы берҙә декорацияһыҙ уйнайҙар, йә септә генә элеп ҡуялар, йә ағастан ҡоролмалар (баҫмалар, төҙөлөш таҡталары) эшләп, шунда менеп-төшөп йөрөйҙәр. Ҡайһы бер йырсылар ялтыр кейем кейә лә артҡы планда эленгән ялтыр пәрҙә алдында күренмәй юғалып ҡала.
Иҫемдә, беҙ йәш саҡта Илһам Шакиров Салауат ҡалаһында ике көндә дүрт концерт бирҙе. Мин дүртеһенә лә барҙым. Ундағы моң ғына түгел, декорация, аҫыл кейемдәр, артистарҙың үҙҙәрен тотоуы, әҙәплелеге әле лә күҙ алдында. Хәҙер ҙур дәрәжәле, ҡарап тороуға аҡыллы, олоғайып килгән «йондоҙ» артистар, йырсымы ул, һүҙ оҫтаһымы – үҙҙәрен клоун кеүек тотҡан саҡтар осрай. Һөйләгән юморҙары тупаҫ, әхлаҡһыҙ. Шул арала Алланы ла ҡушып ебәрәләр. Күпме күҙ, ҡолаҡ гонаһы алып ҡайтабыҙ. Улар шулай итеп тамашасыны үҙенә йәлеп итәбеҙ тиҙер инде, уға ярарға тырышалар, ләкин тамашасы күңелен баһалап еткермәйҙәр. Артистарҙың бурысы рухи ҡиммәттәрҙең өҫтөнә бысраҡ ҡатламы һалыу түгел, ә уларҙы юғары күтәреп, кеше күңеленә еткереүҙер, минеңсә.
Ҡайһы бер артистарҙың кейеме лә күп ваҡыт оҡшап етмәй. Минең бер яратҡан йырсым бар. Ул йырҙарын да, һүҙҙәрен дә үҙәкте өҙөрлөк, йөрәккә етерлек итеп башҡара. Тик күңелдә бер йөй ҡала: кейеме, ҡыланышы йырҙарының мәғәнәһенә, үҙенең йәшенә тура килмәй. Ялтыр-йолтор космонавт йәки балыҡ тота торған септә кеүек кейем йәштәрҙең рок-музыкаһына, бәлки, баралыр, ә олораҡ йәштәге мосолман артисына килешмәй. Был кейемдә артистың сәхнәнән һөйләгән бөгөнгө ҡайғыһы ла парадокс булып күренә. Беҙ ҙә уны йәлләйбеҙ, ҡайғырабыҙ, ләкин күңелдә йәнә йөй ҡала һәм икенсе килеүенә тамашасы һаны кәмей. Ярай әле асыҡ-ярыҡ кейенмәһә. Бер мәл телевизорҙан «Иман нуры – халҡыма» тигән концерт күрһәттеләр. Бер ауылда мәсет төҙөргә йыйыналар. Бер ҡалаҡ дегет мискә балдың тәмен ала, тигән кеүек, Нурмөхәмәт хәҙрәттең сығышынан һуң сәхнәлә күкрәге лә, боттары ла асыҡ күлдәк кейгән ҡатын, оло кәүҙәһен халыҡ алдында һелкетеп-һелкетеп, йырланы. Ололарҙан да, дин әһелдәренән дә оялыу юҡмы икән?
Беҙҙең халыҡтың булмышына ябайлыҡ, тыйнаҡлыҡ сифаттары тәбиғәттән һалынған. Тормошта кешеләр ул сифаттарҙы файҙаланамы-юҡмы, әммә тамаша ҡуйыусыларҙың, артистар һәм йырсыларҙың быны иҫенән сығармауы, күңелен юғары рух кимәленә күтәреүе мөһим тип уйлайым. Артистарға ҡарап, кешеләр рухи яҡтан таҙарып ҡайтырға тейеш.
P.S. Яңыраҡ, балалар билет алып биргәс, Айҙар Ғәлимовтың концертына барырға тура килде. Үкенмәнем, сәхнәлә эшләй башлауының 25 йыллығына бағышлап ойошторолған тамаша бик матур булды. Ҙур экранда уның элекке сығыштары, Өфө урамдары күрһәтелеп, мине шул ваҡыттарға алып ҡайтты. Шуныһы үҙенсәлекле – уның концертына кеше күп йөрөй. Зал, балкон туп-тулы, халыҡ һәр бер йырын алҡыштарға күмә, сәскәләр бүләк итә. Айҙар йыры менән генә түгел, тәртибе, ысын күңелдән зал менән әңгәмә ҡороуы, үҙ коллективындағы һәр береһенә йылы мөнәсәбәттә булыуы менән дә халыҡты арбай. Сәхнәнән бер ниндәй әҙәпһеҙ, мәғәнәһеҙ һүҙҙәр ишетмәҫһең. Таныштарым, уның концертынан күңел күтәрелеп ҡайта, ти. Һәм был, ысынлап та, шулай.
Зәйтүнә КӨҪӘПОВА.
Салауат ҡалаһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»