24.06.2016 Хаттар яҙҙым ултырып...
Кеше ғүмерендәге онотолмаҫлыҡ ваҡиғалар, тыуған көндәр, ғаилә, никах, бәпес туйҙары менән уртаҡлашыу өсөн “Юлдаш” радиоһында көн һайын “Ҡәҙерле кешемә” ҡотлауҙар тапшырыуы эфирға сыға. Ошондай ваҡытта ҡәҙерле, хөрмәтле кешеләргә күңел түренән әйтелгән теләктәр бар донъя мәшәҡәттәрен, ығы-зығыларын оноттора кеүек. “Ысын күңелдән еткергән теләк ҡабул була”, – ти халыҡ. Был теләктәр моңло йырҙар менән бергә үрелеп барһа, тағы ла үтемлерәк.
Яҡындарын радио аша тәбрикләргә теләүселәр бихисап. Бөгөн беҙ күптәрҙе даими ҡыҙыҡһындырған бер нисә һорауға асыҡлыҡ индереп китергә теләйбеҙ. Хаттар бүлеге эш көндәрендә сәғәт туғыҙҙан бишенсе яртыға тиклем тәнәфесһеҙ эшләй. Хаттарҙы ошо ваҡытта телеүҙәккә килеп тапшырырға була. Сит өлкәләрҙә, район-ауылдарҙа йәшәүселәр ҡотлауын, “Юлдаш” радиоһының рәсми сайтында күрһәтелгән реквизиттар аша түләп, интернет аша ла ебәрә ала. Яҡынығыҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән, исем-шәрифтәрҙе, ауыл, ҡасаба атамаларын баҫма хәрефтәр менән яҙып тапшырырға мөмкин. Ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе ҡотлау өсөн ике йыр һайлайһығыҙ, уның береһе эфирға һайлап алына. “Юлдаш” радиоһының хаттар бүлеге йәй айҙарына отошло акция иғлан итте. 1 июндән 31 авгусҡа тиклем туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙы иҫтәлекле байрамдары менән радио аша тәбрикләһәгеҙ, ярты хаҡҡа йәнә бер ҡотлау ҡалдырып була.
Белешмә өсөн хаттар бүлегенең телефоны: 8 (347) 291-22-47.
Электрон адрес: radioufa2013@yandex.ru
Тыңлаусыларыбыҙ иғтибарына шуны ла еткерәбеҙ: йәйге осорҙа беҙҙең тапшырыуҙар селтәрендә үҙгәрештәр ҙә бар. Июлдә “Иртәнсәккәй тороп” уятҡыс программа ял итә, шулай ҙа яратҡан алып барыусыларығыҙ менән тапшырыуҙың дайджестарында осрашып барырға мөмкин була. “Асыҡ студия” ны алып барыусылар ҙа июлдә ялға китә. Яңылыҡтар хеҙмәте, “Ҡотлауҙар”, “Самауыр янында”, “Ял итәйек бергәләп” һәм башҡа тапшырыуҙарҙың эфирға сығыу ваҡыты үҙгәрешһеҙ ҡала.
Йәй йәмдәре күңелдәрҙе биләгәндә, “Юлдаш” тулҡындарында тормошоғоҙға дәрт өҫтәр матур көй-моңдар ағылып торор.
Ленария Ямалетдинова.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»