10.06.2016 “Сәхнәгә арналған ғүмер”
Үткәндәр беҙҙең менән” тигән саҡта, йыш ҡына ҡулъяҙмалар һәм документтарҙы күҙ уңында тотабыҙ. Әммә хәтер – ғәйәт киң төшөнсә. “Юлдаш” радиоһының алтын фонды ниндәй генә шәхесебеҙҙең тауышын һаҡламай. Улар үҙ заманының һулышын беҙгә ҡалдырып киткән: теге йәки был мәсьәлә буйынса уйланыу-фекерҙәре, ҡарашы, мөнәсәбәте, борсолоуы, һөйөнөсө… Был аманат һүҙҙәр йөрәккә үтеп инә, күңелде яңы кисерештәр менән байыта. Халҡыбыҙҙың бай рухи мираҫын тулыландырыуҙа сәнғәт әһелдәренең, актерҙарыбыҙҙың хеҙмәте айырыуса ҙур. Һис арттырыу булмаҫ, фондтағы яҙмаларҙы тыңлап та, үткән быуаттың илленсе йылдарынан алып милли театрыбыҙҙың үҫешен шаҡтай асыҡ күҙ алдына килтерергә була. Башҡортостан радиоһы тап үҙе эшләй башлаған дәүерҙән үк М. Минһажев, Бәҙәр Йосопова, З. Иғдәүләтов, Ә. Зөбәйеров, Ғ. Ҡарамышев, Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова кеүек мәшһүр актерҙарыбыҙҙың тауышын тотош республикаға ишеттергән, улар уйнаған спектаклдәрҙең яҙмаларын фондҡа туплаған. Бөгөн дә тыңлаусыларыбыҙ эфир аша шул заман әһелдәренең тауышын ишетә, уларҙың хеҙмәтен баһалай, спектаклдәрҙе тыңлап, эстетик ләззәт кисерә. Шуныһы үкенесле, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән оҫталарыбыҙҙың барыһының да тауышы һаҡланмаған. Бының төрлө сәбәбе булғандыр. Шуларҙың береһе – ул замандың техник яҡтан наҡыҫлыҡ кисереүе, әлбиттә.
ХХ быуат милли мәҙәниәтебеҙгә бик күп исем бирҙе, башҡорт театр сәнғәте СССР, Рәсәй киңлеге аша үтеп сығып, сит илдәргә үҙ һүҙен еткерҙе, йөҙөн күрһәтте. Сәхнә әһелдәрен илдәр һәм ҡитғалар алҡышланы. “Ҡыҙыл паша”ны миҫалға килтереү ҙә етә. Король Йәғәфәр ролен башҡарған Хөсәйен Ҡудашевты хәтерләүселәр Сүриәлә әле лә барҙыр. Нәжиб Асанбаевтың ил, халыҡ яҙмышындағы боролошло осорҙо сағылдырған был әҫәре сәхнәлә тағы ла уйналырмы, әйтеүе ҡыйын. Театрҙың юғарылығын, актерҙарыбыҙҙың фиҙакәрлеген, ҡаҙанышын сағылдырған спекталдең яҙмаһы радио фондында бар. Унда уйнаған артистарыбыҙҙың бәғзеләре баҡый донъяға күсте. Шул актерҙар менән эшләнгән тапшырыуҙар, матур, яҡты хәтирәләр һаҡлана. “Сәхнәгә арналған ғүмер” тапшырыуы нисә йыл инде бына ошо бурысты атҡарып килә. Башҡорт театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, режиссер В. Мортазин-Иманский, тәүге профессиональ режиссер М. Мәһәҙиев, талантлы режиссер, актер Булат Имашев, СССР-ҙың халыҡ артистары Зәйтүнә Бикбулатова, Арыҫлан Мөбәрәков һ.б. бик күп сәхнә әһеленең образы хәтирәләр аша яңынан терелде, улар – үҙҙәренең инабатлы хеҙмәте, ялҡынлы һүҙҙәре аша бөгөн дә быуындар бәйләнешен нығытыусылар. Был шәхестәребеҙ тураһында үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, “Сәхнәгә арналған ғүмер” тапшырыуын байытыуға ҙур өлөш индергән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин үҙе лә арабыҙҙан китте.
Театр сәнғәтенең ҡабатланмаҫ тарихы бар. Боролоштары, һикәлтәләре, ҡаҙаныштары. Актерҙарҙың да яҙмышы шулай. Киләһе аҙнала СССР-ҙың халыҡ артисы, актерҙар династияһын лайыҡлы дауам итеүсе Гөлли Мөбәрәкова менән әңгәмә эфирға сығасаҡ. Үҙенең ата-әсәһе миҫалында ғына ла Гөлли Арыҫлан ҡыҙы был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы булыуын, сәнғәт юлын сәскәләр генә биҙәмәүен асыҡ аңлатты. Әммә һайлаған һөнәргә булған һөйөү ауырлыҡтарҙы еңергә, алға барырға, киләсәккә ышаныс менән бағырға ярҙам итә.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»