RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Атай тубығынан башланған сәхнә

19.12.2015 Атай тубығынан башланған сәхнә


2011 йылда Резеда йәнә район мәҙәниәт һарайында методист булып эшләй башланы. “Әхирәттәр” фольклор ансамбленең яңыртылған составын етәкләүҙе уға ышанып тапшырҙылар. “Халыҡ” исемен йөрөткән ансамблдең элекке данын ҡайтарыуҙы хәҙер үҙенә маҡсат итеп ҡуя Резеда Ғәзиз ҡыҙы.
– Профессиональ йырсы булыу хыялы тормошҡа ашмаһа ла, ғүмерем сәхнәлә үткәс, яҙмышым менән ризамын. Мәҙәниәт өлкәһендә ниндәй генә эш ҡушһалар ҙа, һәр ваҡыт күңел биреп башҡарҙым. Ә йыр ғүмерлек юлдашым, хатта булмышым булды, йырлай белмәһәм, мин нимә эшләгән булыр инем икән, тип уйлайым да үҙемде башҡа бер һөнәрҙә күҙ алдына ла килтерә алмай торғайным, – ти ул.


Атай тубығынан башланған сәхнәӘбйәлилдең иң моңло һандуғастарының береһе – Резеда Юлдашева тыумышы менән Көйөргәҙе районынан. Ә бында Татарстандан күсеп килгән атаһының тамырҙары атаҡлы йырсы Әлфиә Аф­заловаға барып тоташа. Тик ниңәлер теле йырлап асылған ҡыҙын Ғәзиз ағай: “Мин һине икенсе Фәриҙә Ҡудашева итәм”, – тип ярата. Атаһының тубығы баланың тәүге сәхнәһе була. Бәҙретдинов­тарҙың өйөндә йыр-моң ғәҙәти күренеш була: атаһы ла, әсәһе лә оҫта итеп халыҡ йырҙарын башҡара. Бәләкәй генә Ре­зеданың да иң яратҡан йыры “Абдрахман” була. Ул ҡурай көйҙәрен мөкиббән китеп тыңлай, халыҡ моңдарын ата-әсәһенән дә, радионан да отоп ала. Үкенескә күрә, ҡыҙыҡайға һигеҙ йәш саҡта атаһы үлеп ҡала. Әсәһе, йырлаған кеше бәхетһеҙ була, тип Резеданы тыя башлай. Әммә икенсе Фәриҙә Ҡудашева булыу хыялы уның күңелендә ныҡлы урын биләгән бит инде.
Ҡыҙ урта мәктәпте тамамлағас та, әсәһенән ҡасып, кеҫәһендәге һигеҙ һум аҡса менән Өфөгә китә һәм сәнғәт институтының әҙерлек бүлегенә Миләүшә Мортазина класына уҡыр­ға инеп, шатлығы эсенә һыймай ҡайтып төшә. Ләкин әсәй фатихаһынан уҙып булмай икән: Миңлеямал апай бәләкәй генә пенсияһына студент аҫрай алмауын аңлата. Резеда, хыялдарын ҡалдырып, Күмертауҙағы төҙөлөш техникумының киске бүлегенә уҡырға инә һәм көндөҙ вертолет заводында эшләй башлай. Әммә йырҙан айырылырға теләмәй: Күмер­селәр мәҙәниәт һарайында бынамын тигән вокаль түңәрәк эшләй, ҡыҙ шунда шөғөлләнә башлай. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта Резеда Ғәзиз ҡыҙы Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булып өлгөрә. Әлбиттә, был уның киләсәген сәхнә менән бәйләү теләген тағы ярһытып ебәрә, әммә яҙмыш юлды икенсе яҡҡа бора…
Резеда шул уҡ мәҙәниәт һарайындағы бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе Бөрйән егете Дамир Юлдашевҡа кейәүгә сыға һәм тиҙҙән педагогия училищеһын тамамлаған белгесте Әбйәлил районына эшкә йүнәлтәләр. Йәштәр хеҙмәт юлын Дәүләт ауылында башлай: Дамир – физкультура уҡытыусыһы, ә ҡатыны – мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе. Резеда ситтән тороп башта Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһының хор бүлеген, һуңыраҡ Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура факультетын тамамлай. Мәҙәниәт йортонда йыр буйынса белгес булғанлыҡтан, Резеда Ғәзиз ҡыҙы бында театр­ҙы үҫтерергә ҡарар итә. Сөнки Дәүләттә сәхнә яратҡан талантлы халыҡ йәшәй. Сибайҙан режиссер Хәниф Сафинды саҡырып әҙерләгән Әнғәм Атна­баевтың “Әсә хөкөмө” спектакле бик шәп килеп сыға. Ғөмү­мән, ситтән белгес саҡырып, һә­үәҫкәрҙәр ме­нән про­фес­сиональ ки­мәлдә эшләргә ын­тылыш нәҡ беҙҙән башланды, тип һанай героиням. Тәүге уңыштан ҡа­нат­лан­ған дәүләттәр­ҙең оҙаҡ йылдар ра­йондың үҙешмәкәр сәнғәт өлкәһендә иң яҡшылар булып килеүендә, ҙур күләмле тиҫтәләгән әҫәрҙе сәхнәгә сығарыуында һәм халыҡ театры исемен яулауында, әлбиттә, уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Ҙурыраҡ майҙанға сығыу теләге Резеда Ғәзиз ҡыҙын Асҡарға алып килә – ул район үҙәгенең һуңғы йылдарҙа һүнеп ҡалған халыҡ театрын тергеҙеү эшенә тотондо. Һәм, әйтергә кәрәк, маҡсатына иреште: театр сираттағы комиссия алдында “халыҡ” исемен яҡлап сығыш яһай алды. Ғаилә сәбәптәре буйынса йәнә Дәүләткә ҡайтҡас, драма түңәрәген уңышлы етәкләгән Фая Ҡаһармановаға ҡамасауламай, үҙе “Гөрләүек” балалар театры ойоштороп ебәрҙе. “Ауыл эте Аҡбай” кеүек ике сәғәтлек музыкаль комедия ҡуйырлыҡ кимәлгә еткәс, әлбиттә, режиссерҙың был эшенә лә бар тырышлығын һалыуын тоймай булмай. Әлбиттә, ул йырҙан да айырылмай. Хеҙмәттәше Зөбәйлә Ғәлиуллина етәкләгән, күп һанлы конкурстар еңеүсеһе “Умырзая” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбленең алмаштыр­ғыһыҙ солисткаһы ла була.
2011 йылда Резеда йәнә район мәҙәниәт һарайында методист булып эшләй башланы. “Әхирәттәр” фольклор ансамбленең яңыртыл­ған составын етәкләүҙе уға ышанып тапшырҙылар. “Халыҡ” исемен йөрөткән ансамблдең элекке данын ҡайтарыуҙы хәҙер үҙенә маҡсат итеп ҡуя Резеда Ғәзиз ҡыҙы.
– Профессиональ йырсы булыу хыялы тормошҡа ашмаһа ла, ғүмерем сәхнәлә үткәс, яҙмышым менән ризамын. Мәҙәниәт өлкәһендә ниндәй генә эш ҡушһалар ҙа, һәр ваҡыт күңел биреп башҡарҙым. Ә йыр ғүмерлек юлдашым, хатта булмышым булды, йырлай белмәһәм, мин нимә эшләгән булыр инем икән, тип уйлайым да үҙемде башҡа бер һөнәр­ҙә күҙ алдына ла килтерә алмай торғайным, – ти ул. Эйе, район мәҙәниәт йортонда үткән концерттарға, кисәләргә Резеда үҙенең ифрат моңло, бәрхәт тауышы менән йәм, күркәмлек өҫтәй. Былтыр “Юлдаш” йыры” бәйгеһендә ҡатнашып, “Юлдаш” йыр-моң каналының махсус призына лайыҡ булыуын ижади юлында оло бер аҙым тип һанай ул. Пермь яҡтарына барғанда отоп ҡайтҡан “Кейек ҡаҙҙар” исемле бик моңло халыҡ йырын Резеда Юлдашева башҡарыуында радио хәҙер көн һайын тиерлек тапшыра.
– Хоҙай Резедаға барыһын да йәлләмәй биргән: талантты ла, тырышлыҡты ла, күркәм төҫ-ҡиәфәтте лә… Күңеле лә бик матур уның: һәр ваҡыт яҡты, изге уйҙар менән йәшәй, кешеләргә тик яҡшылыҡ эшләргә, тирә-йүнгә матурлыҡ таратырға тырыша.
“Абдрахман” халыҡ йыры менән башланы ул Әбйәлил сәхнәһендәге тормошон һәм әле лә уны айырым бер кинәнес һәм һөйөү менән башҡара. Ул шулай уҡ “Фәхерниса”, “Байыҡ сә­сән”, “Баяс”, “Аҡ шоңҡар” кеүек һирәк яңғыраған йыр­ҙар­ҙы Әбйәлил сәхнәһенә сығарҙы. Репертуарында заманса эстрада йырҙары ла етерлек. Һуңғы йылдарҙа йырсы Мәскәүҙә ижад итеүсе ҡыҙы Динара яҙған йырҙарҙы ла башҡара башланы. Әйткәндәй, Резеданың 9-сы класта уҡыусы улы Ғәзиз дә йырлай. Ул Асҡар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә, бер нисә район, төбәк бәйгеһе лауреаты булырға ла өлгөрҙө. Өс балаһының (өлкәне Дилә парикмахер һөнәрен һайлаған) икәүһе үҙенең юлын дауам итергә ынтылыуы әсәне ҡыуандыра һәм киләсәктә уның тормошҡа ашмаған хыялдарын ысынбарлыҡ итерҙәренә ышана. Һәм был йәһәттән Резеда – балаларына яҡшы өлгө лә, кәңәшсе һәм терәк тә…

Рәхимә МУСИНА.
Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы