RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңеле тик йырға тартыла

30.10.2015 Күңеле тик йырға тартыла

Магнитогорск егете йырсы булыу теләге менән Өфөгә килгән


– Күңелемә мәғәнәле, моңло, халыҡсан йырҙар яҡын. Еңел-елпе йырҙарға һәр ваҡыт битараф ҡала килдем. Йыр халыҡтың күңеленә барып етергә, инеп ултырырға тейеш. Өс көнлөк йыр менән яуланған ваҡытлы дан миңә кәрәк түгел. Милләттәштәрем араһында йырсы булараҡ танылыу яулар өсөн, тәүге йырымдың мәғәнәле, аһәңле булыуын теләнем.



Күңеле тик йырға тартылаАйнур менән танышып китеүебеҙ бик ҡыҙыҡлы ғына булды. “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөмдә ижад ителгән тәүге йырҙар сыға башлау менән, 16 йәшлек кенә үҫмер малайҙың: “Гөлнур апай, мин бала саҡтан сәхнәгә тартылам, йырлағым килә. Быйыл “Юлдаш” йыры” конкурсында ҡатнашырға иҫәбем бар. Тормош ауыр, һынауҙар күп, әммә йыр менән йәшәүе күңеллерәк – йыр өсөн ошондай мәғәнәле һүҙҙәр кәрәк ине. Зинһар, үтенесемде кире ҡаҡмығыҙ!” – тип яҙған хаты һаман да хәтеремдә. Йылмайып уҡыным мин уны. Ике тапҡырға күберәк йәшәп тә, ярай­һы ғына әсе һурпа эсеп тә, бындай йыр яҙырға батырсылыҡ итмәй инем әле. Бер йыл тирәһе ваҡыт үткәс, йәнә интернетта аралашып алдыҡ. Ҡуйған маҡсатынан һис кенә лә кире сигенмәй икән был егет: оҙон-оҙаҡ көттөргәндән һуң уның теләген үтәнем. Тағы ла ярты йылдан йыр тулыһынса әҙер булды: көйөн бик күп халыҡсан, моңло йырҙар авторы Риф Арыҫлан ижад итте. Интернет селтәрендә йыр бик популяр булып китте, йырсы менән ҡыҙыҡһынып, әллә күпме хат килде.
Ә тормошта Айнур Хәлилов менән гәзитебеҙҙең байрамында осрашып аралаштыҡ. Әбйәлил районының Күсем ауылы халҡы “Бөтә ауыл менән – “Йәшлек”кә!” конкурсында еңеп сыҡҡас, беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, билдәле йырсылар менән бер рәттән, йәш таланттарҙы ла алып, был төбәккә байрам ойошторорға юлландыҡ. Изге ниәтебеҙ хаҡында белеү менән, Айнур ҙа ата-әсәһенең тыуған яғында сығыш яһарға ҡуш ҡуллап ризалыҡ белдерҙе. Күсем ауылы халҡы ла, билдәле йырсылар ҙа, журналистар ҙа уның йырлағанын оҡшатып, алҡыштарға күмде, матур киләсәк юраны. Гәзитебеҙҙең барлыҡ рубрикаларын белеүенә, һәр журналистың исем-аты менән таныш булыуына аптырап ҡалыуымды күргәс, ябай ғына аңлатма ла бирҙе: өләсәһе йыл һайын беҙҙең баҫманы алдырып бара икән. Ә йәш егет ялға ҡайтҡан һайын һәр һанды уҡып тора.
Айнур Хәлилов Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуып үҫһә лә, Әбйәлилде тыуған яғы тип һанай. Өләсәй-олатайҙары йәшәгән Байым һәм Оло Ғәбдин ауылдарына һәр каникул һайын тиерлек ҡайтып йөрөгәс, балалар баҡсаһының рус төркөмөнә йәрөүенә, мәктәптә ошо телдә белем алыуына ҡарамаҫтан, ул туған телендә һәйбәт аралаша, әҙәбиәт уҡый, йырҙар тыңлай. Ата-әсәһенең йыр-моңға артыҡ ҡыҙыҡһыныуы булмаһа ла (әсәһе Рәзилә апай – һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре, атаһы Рөстәм ағай ғүмере буйы металлургия комбинатында эшләй), егет бала саҡтан сәхнәгә тартыла.10 йәшендә үк таныштары аша Халыҡтар дуҫлығы йортонда эшләүсе “Толпар” башҡорт ансамбле хаҡында ишетеп, етәксеһе Вәсилә Батталова менән танышырға бара. Йыр сәнғәтенең үҙенсәлектәрен белмәгән малай­ҙың дәртен төшөрмәҫ өсөн, ойоштороусылар тәүге концертта уға шиғыр менән сығыш яһарға тәҡдим итә. Аҙаҡ уны бейеү түңәрәгенә ла яҙалар, вокал менән шөғөлләнә башлай. Аҙна һайын вокал дәрестәре алыу бушҡа булмай, Айнур һәр сығыш һайын оҫтарғандан-оҫтара бара, үҙенә талаптар­ҙы ла юғары ҡуя. Асҡар мәҙәниәт йортонда эшләүсе тәжрибәле уҡытыусы Сәғит Хызыров менән танышып, унан да оҫталыҡ дәрестәре ала. Йәш егеттең сәхнәне үҙ итеүен күргән уҡытыусыһы ла, уны Әбйәлилдә үткән төрлө сараларға йыр менән сығыш яһарға саҡыра башлай. Айнур ул йылдарҙа район кимәлендә үткән “Башҡорт йыры” конкурсында 2-се урын яулай.
Мәктәпте тамамлағас, сәнғәт юлынан китергә теләһә лә, ата-әсәһе тәүҙә “етди” һөнәр алыр­ға тәҡдим итә. Уларҙың кәңәшен тотоп, Айнур Магни­тогорск индустрия колледжына уҡырға инә. Үкенмәй егет, әммә уға Башҡор­тостанды, Өфөнө яратыуы ғына тынғылыҡ бирмәй. Шуға күрә, бер аҙ уйлағандан һуң, уҡыуын Өфө яғыулыҡ һәм энергетика колледжында дауам итергә ҡарар итә. Әлеге ваҡытта ул ошо мәшәҡәт менән була. 5-се класта уҡығанда, тәүге тапҡыр уларҙың класы баш ҡалаға сәйәхәткә килгәндә үк күңеленә инеп оялай Өфө. Уны янында әлегә яҡын туғандарының булмауы ла ҡурҡытмай.
Йырға һөйөү, тартылыу алып килгән уны Башҡортостанға. Айнур киләсәген сәнғәт менән бәйләргә теләй. Яратҡан йырсылары Мар­сель Ҡотоев, Рәдиф Зарипов кимәленә етер өсөн мотлаҡ махсус белем алырға кәрәк икәнен дә аңлай. Халыҡ йырҙарын өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Әллә беҙҙең, авторҙарҙың, яйыраҡ эшләүе ғәйепле булдымы, әллә Башҡортостандан ситтә йәшәүе сәбәплеме, Айнур Хәлилов 2014 йылда “Юлдаш” йыры” конкурсында ҡатнашманы. Әммә уны тамашасылар быйыл “зәңгәр экра” аша күреп ҡыуанды: бала саҡтан яратып ҡараған “Гәлсәр һандуғас” телефестивалендә ҡатнашып, бәхетле финалсылар исемлегенә эләкте. Әйткәндәй, ул – бәйгенең иң йәш ҡатнашыусыһы.
Тәүге аралашыу, шиғыр һорап яҙған хат хаҡында һүҙ сыҡҡас, Айнур түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
– Күңелемә мәғәнәле, моңло, халыҡсан йырҙар яҡын. Еңел-елпе йырҙарға һәр ваҡыт битараф ҡала килдем. Йыр халыҡтың күңеленә барып етергә, инеп ултырырға тейеш. Өс көнлөк йыр менән яулан­ған ваҡытлы дан миңә кәрәк түгел. Милләттәштәрем араһында йырсы булараҡ танылыу яулар өсөн, тәүге йырымдың мәғәнәле, аһәңле булыуын теләнем. Ә уны халыҡ йылы ҡабул итеүе үҙемә лә үҫергә этәргес булды: башҡа йырҙарымдың кимәле түбән булһа, тыңлаусыларым мине аңлай алмаясаҡ. Шуға күрә киләһе көндәргә ныҡлы маҡсаттар ҡуйылған, барған юлдарҙан тайпылмайынса ғына бараһы ла бараһы. Әлеге ваҡытта Рәдиф Зарипов ижад иткән йырҙы яҙҙыр­ҙым, композиторҙар Ғәлинур Юламанов һәм Риф Арыҫлан ижад иткән яңы йырҙарҙы өйрәнәм. Ә “Юлдаш” йыры” һәм башҡа бәйгеләрҙә ҡатнашасаҡмын әле. Һәр кем үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнарға тейеш түгел, аралашырға, сәмләнергә, ярышырға тейеш.
Гәзитебеҙҙең дуҫы, йыр сәнғәтендә тәүге аҙымдарын яһаусы Айнур Хәлиловҡа ижади үрҙәр, оло еңеүҙәр насип итһен! Йырға булған һөйөүең, ынтылышың һүрелмәһен, күңелең түрендә моң йәшәһен.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы