23.10.2015 Хөрмәтле йыр-моң, шиғриәт яратыусы дуҫтар!
Минең, шағирэ булараҡ, үҙ уҡыусыларым менән күҙгә-күҙ осрашып, улар алдында ижад емештәрем менән уртаҡлашып, үҙенә күрә отчет һымаҡ шиғыр һәм йыр байрамдары үткәреүем ике яҡҡа ла файҙалы һәм фәһемле матур бер йолаға әүерелде.
—Нишләп һуңғы арала кисә үткәрмәй башланың? Яңы шиғырҙар,йырҙар яҙыламы? - Ошондай һорауҙар ҙа күбәйеп киткәс, уҡыусыларым менән тағы ла бер тапҡыр аралашып алырға булдым.
Минең теләгемде Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры күтәреп алды, һәм әлеге көндә “Ғүмер үҙе - серле, моңло...” тип исемләнгән йыр һәм шиғыр кисәһенә әҙерлек бара.
Октябрҙең 29-да, изге кесаҙна кисендә 19 сәғәттә башланасаҡ был байрамда театрҙың Светлана Хш&мова, Нурия Ирсаева, Илдар Ғүмәров, Рәүис Заһитов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Сәғиҙулла Байъегет, Азамат Ғафаров, Алһыу Галина, Диләрә Иҙелбаева, Фирүзә Париж, Ирада Фазлаева, Артур Ҡунаҡбаев, Юнир Ҡоланбаев кеүек йырсы актерҙары һәм Гөлли Мөбәрәкова, Гүзәл Маликова, Миңзәлә Хәйруллина, Илсөйәр Ғизетдинова, Шәүрә Дилмөхәмәтова кеүек күренекле сәхнә оҫталары менән бер рәттән, сәнғәт яратыусы халыҡ күңелен яулап өлгөргән йәшерәк артистарыбыҙ шиғырҙарымды уҡыясаҡ һәм күмәк сәхнә тамашаларында ҡатнашасаҡ.
Кисәнең сценарий авторы һәм режиссеры күренекле сәхнә оҫтаһы Хөрмәтулла Үтәшев
Быға тиклем ойошторолған ижад кисәләремдә, улар ҡайҙа үткәрелеүенә ҡарамай, залдарҙа алма төшөрлөк тә урын булмай торғайны. Талантлы арҙаҡлы сәнғәт әһелдәре ҡатнашлығында үҙенсәлекле итеп әҙерләнгән кисәмдә лә шулай булыр, тип ышанам.
Проект - театрҙыҡы. Шулай булғас, билеттәр уның кассаһында һатыла.
һеҙҙе һағынып көтөп ҡалыусы: Гөлфиә Юнысова.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»