10.07.2015 Әсә һәм ҡыҙ – ике актриса
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Аида Күлбаева-Әхмәтова башҡарған характерлы образдары менән күптән инде үҙ тамашасыһын тапҡан. Сәхнә – уның ҡанында, йәшәйешендә, тип әйтергә була. Сөнки әсәһе лә сәхнә кешеһе – Сибай башҡорт дәүләт драма театры примаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова.
– Ябай кешеләр күп ваҡытта сәхнә кешеһенең тормошон аңлай алмай. Әсәйемә, ябай ауылда, ябай ғаиләлә үҫкән ҡыҙға, артист булып китеүе ауырға тура килә. Миңә ул яҡтан күпкә еңелерәк. Тәү сиратта һөнәремде аңлаған әсәйем һәм игеҙәгем Әлиә бар.
– Нисә йәш булғандыр, хәтерләмәйем, әсәйемде “Ҡара сәскәләр” драмаһындағы һуҡыр ҡыҙ Амаль роле менән сәхнәлә тәүге тапҡыр күрҙем. Тап ошо мәлдә ул минең өсөн иң матур һәм талантлы ҡатын-ҡыҙ булып күңелемә уйылып ҡалды. Әсәйем булмаһа, был донъяла йәшәүемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ҡыуаныслы ваҡиғаларҙа ла, ауыр хәлдәрҙә лә иң тәүҙә уға шылтыратам, унан кәңәш һорайым.
– Артист ҡыҙы булыу ауырмы? Бала сағың нисек үтте?
– Ғаиләлә игеҙәк йәки апалы-һеңлеле ҡыҙҙарҙың булыуы һәйбәт. Был яҡтан бик бәхетлемен: игеҙәгем Әлиә бар. Әрләшһәк тә, һүҙгә килһәк тә, бер-беребеҙгә терәк булып, дуҫ йәшәнек. Уның менән сәхнә арты тормошоноң күңелле ваҡиғаларын да, ауырлығын да, матурлығын да күреп үҫтек. Оҙайлы гастролдәр ваҡытында әсәйемдең туғандарында йәшәнек. Улар – бер туған ете бала, барыһы ла Башҡортостандың көньяҡ райондарында йәшәй. Шуға күрә, беҙ йөрөмәгән балалар баҡсаһы, уҡымаған мәктәп ҡалманы, тип көлөшөп тә алабыҙ. Тик был мәшәҡәттәрҙе ғәҙәти хәл тип ҡабул иттек. Ҡайһы бер йылдарҙа әсәй гастролгә беҙҙе лә алып сыға торғайны, ярты Башҡортостанды тап шул саҡта уҡ күреп белдек. Пермь крайына ла барырға тура килде. Үҫә килә, әсәйҙең оҙайлы сәфәрҙәре ваҡытында икәүләшеп кенә донъя көттөк, үҙаллы булып үҫтек. Тормошта үҙ һөнәребеҙҙе, күңелгә яҡын шөғөлдө эҙләп, Әлиә менән ниндәй генә түңәрәктәргә йөрөмәнек. Бейеү, гитара, һынлы сәнғәт, ҡул эштәре, йөҙөү менән шөғөлләндек, йәш экологтар ойошмаһына йөрөнөк. Ваҡыт менән бергә ул ҡыҙыҡһыныуҙар ҙа үтте, 9-сы кластан һуң бейеү менән генә шөғөлләндем. Хатта, театр бүлегенә уҡырға инә алмаһам, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының бейеү бүлегенә уҡырға барырға тигән маҡсат та бар ине.
– Бала саҡта берәй спектаклдә уйнарға тура килдеме? Сәхнәгә ҡасан тартыла башланың?
– Бер тапҡыр ғына бөтә театр артистарының балалары менән “Башҡорт туйы” драмаһында күмәк сәхнәлә ҡатнаштыҡ. Арыҫлан Йәнбәков, Ирек Дәүләтбаев, Алиса Мостафина, хатта Рәмилә апай Сәлимгәрәеваның йәше лә тулмаған ҡыҙы Айһылыу ҡатнашты унда. Фотолар һаман да ғаилә архивында һаҡлана. Ә актриса булыу хаҡында 15 йәштәрҙә генә уйлана башланым. Уға тиклем уҡытыусы йәки ветеринар булырға хыялландым. Йәнлектәрҙе яраттыҡ, Әлиә хатта студент йылдарында ла балыҡ, алйырҙан тотто. Театр факультетына уҡырға барырға теләк белдергәс, әсәй беҙгә: “Ауыр буласағын аңлайһығыҙ, үҙегеҙ күреп үҫтегеҙ. Аңлы рәүештә бараһығыҙ икән, минең йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ!”– тине. Мин һаман да уның һүҙен тоторға тырышып йәшәйем, үҙемә үҙем юғары талаптар ҡуям. Зифа Баязитованың ҡыҙы насар актриса булырға тейеш түгел.
– Әсәй булараҡ, Зифа апайҙың характерындағы иң күркәм ниндәй өс һыҙатты билдәләп үтер инең?
– Тәү сиратта ул – сабыр һәм түҙемле кеше. Атайыбыҙ мәрхүм булып, тол ҡалғас, ул беҙҙе, өс баланы, яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы, белем алырға ярҙам итте. Йәшләй генә ағайыбыҙ ҙа яҡты донъянан китеп барҙы. Яҙмыштың ошондай ауыр һынауҙары алдында ла ул бөгөлөп төшмәне, үҙендә йылмайып йәшәргә көс тапты. Икенсе сифаты – беҙҙең өсөн өҙөлөп тороуы. Әсәйҙең әрләгәнен хәтерләмәйем. Беҙ – яратылып үҫкән балалар. Шул уҡ ваҡытта тыңлаусан һәм әҙәпле булып үҫтек. Унан бер аҙ ҡурҡа ла торғайныҡ.
Һәм тағы ла уның унған хужабикә булыуын билдәләр инем. Әсәйем ҡул эшенә оҫта: бәйләй ҙә, тегә лә, сигеү менән дә мауыға. Баҡсаһы уңа, ә бешергән аш-һыуы телеңде йоторлоҡ тәмле була. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән ҡайнатмалары һәм салаттары өс ғаиләгә етә. Алтмышты үткән ҡатын, тип уны бер кем дә әйтә алмаҫ, һәр ваҡыт эш менән мәшғүл.
– Ҡыҙың Ләйләнең сәхнә кешеһе булыуын теләйһеңме?
– Эйе. Был минең иң ҙур хыялдарымдың береһе. Әлегә ул яҙыу менән мауыға: бәләкәй генә пьесалар, әкиәттәр ижад итә. Драматург йәки, атаһына оҡшап, режиссер булһа ла, ҡаршы түгелмен.
– Үҙеңдең ижадыңда уңышлы, уңышһыҙ һәм хыял иткән ролдәр бармы?
– 2001 йылда уҡыуҙы тамамлағас, биш ай ғына Сибай театрында эшләп өлгөрҙөм, республика Милли йәштәр театрының ул ваҡыттағы баш режиссеры Байрас Ибраһимов Өфөгә эшкә саҡырҙы. 14 йылда төрлө пландағы, төрлө характерҙағы 30-ҙан ашыу ролде сәхнәгә сығарҙым. Улар араһында, әлбиттә, уңышлылары ла, насарҙары ла бар. Театрға килгәс тә Айһылыу Йәғәфәрованың балалар өсөн ҡуйылған “Артыҡбикә” әкиәтендәге төп ролде тапшырҙылар. Тәжрибәле, популяр актерҙар араһында оялдым, ҡаушаным, нисек кенә тырышһам да, ролгә инеп китә һәм образды аса алманым. Нисек уйнағаным иҫемә төшһә, хәҙер ҙә оят булып китә. Ғөмүмән, сәхнәлә оялыуҙы, тулҡынланыуҙы, үҙ-үҙеңде еңеүе ныҡ ауыр. “Чиполлино” әкиәтендә егеттәр етмәү сәбәпле, һаҡсы ролен миңә бирҙеләр. Ир-ат булып уйнауы нисек ауыр икәнлеген үҙ тәжрибәмдә һынаным.
Ә уңышлы ролдәрем тип Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклендәге Гөлнур һәм Сыңғыҙ Айытматовтың “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” әҫәренән Әсә ролдәрен әйтә алам. Был спектаклдәрҙе көтөп алам, оҙаҡ булмай торһа, һағынам. Декрет ялына киткәс, Гөлнур ролен Илгизә Ғилмановаға тапшырҙылар. Тәүҙәрәк ролемде ҡыҙғанып, илай торғайным.
Классик типтағы ролдәр тураһында хыялланам. Башҡорт әҙәбиәтенән Тәңкәбикә, донъя кимәленән Леди Макбет һәм Кармен образдарын, бәлки, ҡасан да булһа сәхнәгә сығарырға тура килер, тигән өмөт менән йәшәйем.
– Ике актриса – әсәй менән ҡыҙ бер-береһен тәнҡитләйме?
– Спектаклдәрҙе әсәйем ҡарарын белһәм, ныҡ тулҡынланам. Ул уйнағанымды бер ваҡытта ла тәнҡитләмәй, нимәлер килеп сыҡмаһа, аҡларға тырыша, кәңәштәр бирә, уңышлы ролдәр өсөн ҡыуана. Икебеҙҙе лә яҡшы белгән кешеләр, әсәйеңә оҡшағанһың, ти. Был минең өсөн иң ҙур баһа. Сөнки ул – минең өсөн эталон, өлгө. Уның башҡарыуындағы иң яратҡан образ – “Башмағым” комедияһындағы Йыһан ҡарсыҡ. Тамашасылар уны ныҡ ярата, ә мин уның ҡыҙы булыуым менән ғорурланам.
– Игеҙәгең Әлиә лә һинең менән бергә Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетын тамамлаған. Уның сәхнә түгел, ә телевидение хеҙмәткәре булып китеүенә үкенәһеңме?
– Үҙен белмәйем, ә мин үкенәм. Үҙенең таланты, һәләте, мөмкинлеге менән актер булып эшләһә, ул ҙур уңышҡа өлгәшер ине. Һәйбәт уҡыны, хатта академияның тәүге курсын тамамлаған мәлдә минең хаҡта, актер була аламы, тигән һорау тыуҙы. Уҡытыусыларым Әлиә менән айырмаҫ өсөн генә мине курста ҡалдырҙы. Уның йырға ла һәләте бар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның яҙмышына сәхнә яҙылмаған, күрәһең. Ә шәхсән үҙем тормошомдо сәхнәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Йәйге ял ваҡытында ирем Мәсәлимдең тыуған яғына, Нальчик ҡалаһына барабыҙ ҙа, Өфөнө һәм театрымды һағынып ҡайтам. Коллегаларымды яратам. Эштән арып ҡайтҡан кешеләр була бит, ә мин, киреһенсә, театрҙан рухи аҙыҡ, энергия алам.
– Тормошоңдо сәнғәт кешеһе менән бәйләүеңә әсәйең ҡаршы килмәнеме?
– Ябай кешеләр күп ваҡытта сәхнә кешеһенең тормошон аңлай алмай. Әсәйемә, ябай ауылда, ябай ғаиләлә үҫкән ҡыҙға, артист булып китеүе ауырға тура килә. Миңә ул яҡтан күпкә еңелерәк. Тәү сиратта һөнәремде аңлаған әсәйем һәм игеҙәгем Әлиә бар. Мәсәлим миңә тәҡдим яһағас (Милли йәштәр театрының рус труппаһы режиссеры – авт.), кейәүгә сығыуыма әсәйем аңлы рәүештә: “Бер-берегеҙҙе аңлап, ауырлыҡтарҙы уртаҡ күтәреп йәшәүе еңел булыр”, – тип ризалығын бирҙе, хатта шатланды. Сөнки Әлиә тап ире риза булмаған өсөн театрҙа эшләмәй. Мәсәлим үҙе лә тыныс холоҡло кеше, әсәйем менән тиҙ уртаҡ тел тапты.
– Күптәр һине “Һылыуҡай” конкурсы еңеүсеһе булараҡ хәтерләй. Был бәйгегә нисек килдең һәм хәҙерге һылыуҡайҙар менән ҡыҙыҡһынаһыңмы?
– Кемдәр хәтерләй икән? (көлә). Уны үҙем дә онота башланым инде, дөрөҫөрәге, оноторға ҡуштылар. 1994 йылда ғаилә менән “Талҡаҫ” ял йортона барғайныҡ, ойоштороусылар “Талҡаҫ һылыуы” конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итте. Ике көндә әҙерләнеп (бында ла әсәйем ныҡ ярҙам итте), еңеү яуланым. Икенсе йылында ҡала кимәлендә үткән “Сибай һылыуы” һәм “Сулпан” балалар театры ойошторған “Сулпан йондоҙо” бәйгеләрендә көсөмдө һынамаҡсы булдым һәм икеһендә лә еңеүсе тажын кейеү бәхете тейҙе. 1996 йылда мәҙәниәт бүлегенән Сибай данын яҡлар өсөн республика кимәлендәге “Һылыуҡай” матурлыҡ бәйгеһенә ебәрҙеләр. Ул ваҡытта конкурста ҡатнашыу, еңеү яулау үҙемә ниндәй ҙур йөкләмә һалғанын йәшлек менән аңлап та етмәгәнмен. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ла ҡатнашыу теләге булды. Тик, Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға ингәс, курс етәксеһе Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова ла, башҡа уҡытыусылар ҙа, һылыуҡай икәнеңде онот, тине. Ысынлап та, һәйбәт актер булыу өсөн уҡыуҙы өҫтөн ҡуйыу мөһимерәк ине. Фотосессияларға саҡырҙылар, кейемдәр күрһәтеүгә лә тәҡдимдәр алдым, баш тартыуы тәүге осорҙа ҡыйын булды, аҙаҡ өйрәнеп киттем. Әммә үкенмәйем, модель булараҡ юғары маҡсаттарға өлгәшә алмаҫ инем.
Хәҙер матурлыҡ конкурстары менән ҡыҙыҡһынмайым, иң һуңғы ҡараған бәйгелә Алтынай Ибраһимова еңеү яуланы. Ул 2005 йылда булды шикелле. Мине театр сәнғәте үҙенә йотто, хәҙер ошо өлкәләге яңы исемдәр менән генә ҡыҙыҡһынам.
Гөлнур ҠЫУАТОВА
әңгәмәләште
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»