03.07.2015 Йәштәр театры тәҡдим итә
ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында Милли йәштәр театры хөрмәтле ҡунаҡтарға һәм баш ҡала тамашасыһына үҙенең иң сағыу, үҙенең йөҙөн һәм рухын билдәләгән спектаклдәрҙе тәҡдим итә.
Өс көн буйына – 4, 6 һәм 10 июлдә тамашасылар театрға исем биргән, әҙәбиәтебеҙ классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург Мостай Кәримдең бала саҡтан яратып уҡыған “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған” әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклен ҡарай аласаҡ. Ул бына инде ун йыл сәхнәлә уйнала һәм балаларҙың да, ололарҙың да күңелен арбай. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Мәсәлим Күлбаев.
Яңыраҡ арабыҙҙан киткән күренекле драматург Флорид Буләковтың “Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа” фольклор комедияһы 5 һәм 9 июлдә күрһәтеләсәк. Халыҡ юморына, милли йолаларыбыҙға, йыр-моңға ҡоролған был тамашаға ла бар ғаиләгеҙ менән көтөп ҡалабыҙ. Спекталдә бик күп яратҡан актерҙарыбыҙ ҡатнаша. Режиссеры – Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов.
Быйылғы йыл башҡорт труппаһының бер төркөм актеры өсөн һыналыш йылы тип әйтһәк тә, яңылышмаҫбыҙ. Сөнки режиссер Мәсәлим Күлбаев Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәре буйынса “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” хикмәтен (3, 7 июль) сәхнәләштереп, йәш актерҙар Шәһит Хамматов, Рәмзил Сәлмәнов, Радмир Абдуллиндың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәғим Нурғәлиндың бөтә драматик һәләтен асып бирә. Әҫәр тетрәндерә, тормош асылы, ысын һөйөү хаҡында уйландыра. Әйтергә кәрәк, Бәләкәй зал алдындағы фойела рәссам Айгөл Байрамғолованың графикаһы, сәхнә әҫәре менән ауаздаш булып, тәьҫораттарҙы байыта.
Шулай уҡ 2 июлдә башҡорт тамашасыһын күңелле һәм сағыу “Тоҡ эсендәге бесәй” спектакленә саҡырабыҙ. Ул Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы нигеҙендә ҡуйылған һәм бына инде нисәмә йыл буйы тамашасының күңелен аса.
Йәмле июль айы башында, баш ҡалабыҙҙа донъя күләмендәге мөһим ваҡиғалар барған ваҡытта, Милли йәштәр театрында милләттәштәребеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!
Зөһрә БУРАҠАЕВА,
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»