RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Таңға тиклем бейенек!

30.11.2010 Таңға тиклем бейенек!

Таңға тиклем бейенек!Бөгөн дә популяр, сәхнәләрҙе биҙәүсе йырсылар менән бергә, унар йылдар буйы сәхнәлә сығыш яһамаған төркөмдәрҙең ҡайтанан тупланыуын күреү бәхете тейҙе беҙгә. Баш ҡалабыҙҙың «Өфө уттары» күңел асыу комплексында ойошторолған «90-сы йылдар дискотекаһы» күптән көтөлгән, үҙебеҙсә, башҡортса бейеү һәм йырлау сараһы булды.
Дискотеканың афишаһын күргәс тә күңелгә йылы ингәйне – сарала башҡарыласаҡ йырҙар­ҙың һәр береһен яттан тиерлек беләбеҙ икән дә баһа! Нимә был – иң шәп, күңелгә ятышлы йырҙар­ҙы мәңгелеккә иҫтә ҡалдырыумы, әллә студент саҡта, ятаҡтарҙа рәхәтләнеп гөрләп йәшәгән ваҡыттарҙы һағыныу­мы? Моғайын, икеһе лә булғандыр. Һәр хәлдә, «Өфө уттары»на «Хәҙер иң шәп йырҙарҙы ишетәсәкбеҙ!» тигән уйҙар менән ҡанатланып килдек һәм, ысынлап та, рәхәтләнеп бейеп ҡайттыҡ.
«Аҡйондоҙ», «Сая», «Ант», «Етегән» төркөмдәренең, Сәғиҙулла Байегет, Гөлсөм Бикбулатова, Фәнис Солтанғолов, Заһир Байыҡ, Рөстәм Ғиззәтуллин, Гөлдәр Ишҡыуатоваларҙың сығышы 90-сы йылдарҙа уҡ популяр булһа, бөгөн дә ҡыҙыҡлы һәм күрмәлекле. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, уларҙан һуң эстрадаға килгәндәр араһында бөтә халыҡты бейетерлек сығыштар әллә ни юҡ тиерлек. Тап ошо йырсылар һәм төркөмдәр – һәр бер концерттың йөҙөк ҡашы. ҡыҫҡаһы, улар йәштәрҙең дә, урта быуындың да зауығына тап килерлек дискотекалар ойошторорлоҡ йырҙары менән ғорурлана ала.
Шуға ла үткән ял көндәрендә баш ҡаланың «Өфө уттары» күңел асыу комплексында ойошторолған «90-сы йылдар дискотекаһы»нда кисә генә студент булып киткән йәш кенә егет-ҡыҙҙар­ҙы ла, инде уҡып бөтөп, ғаилә ҡороп, 35 йәштәр тирәһенә яҡынлашҡандарҙы ла күрергә була ине. Иң мөһиме – кешеләр рәхәтләнеп ял да итһен, башҡорт егет-ҡыҙҙары үҙ-ара танышһын, аралашһын өсөн майҙан булдырылды.
Бындай саралар йышыраҡ ойошторолһон ине. Улар шулай Өфөнөң иң шәп клубтарында үтһә, бигерәк тә шәп!

Л. СОЛТАНОВА.
Ш. ЯУБАҪАРОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы