30.11.2010 БЕР башҡорт та беҙгә сит түгел
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында Башҡортостандан, Рәсәйҙән ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән эшләү буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышы үтте. Сарала илдең төрлө төбәктәрендә эшләгән башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре, республиканың төрлө министрлыҡ, ведомство белгестәре ҡатнашты.
Көн тәртибенә 13 мөһим мәсьәлә ҡуйылып, һәр береһе тирәләй сығыштар, баһалар, тәҡдимдәр һәм бәхәстәр булды. Әйткәндәй, ситтәге ватандаштар менән эшләү комиссияһының составы ла раҫланды. «Башҡорт урман сәнәғәте компанияһы» йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Хәләф Ишморатов етәкселегендәге комиссияла, Рәсәй субъекттарындағы ҡоролтайҙар вәкилдәренән тыш, Төркиәнән Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡыҙы Иҫәнбикә Туған, Абдулҡадир Инандың улы Инан Мостафа Йәшәр, Япониянан архитектор Ришат Муллагилдин, Украина башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Дамир Солтанғоловтар бар. Шулай уҡ республика министрлыҡтары, дәүләт комитеттары вәкилдәре лә йәлеп ителгән.
Быйыл июндә үткән Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостандан ситтә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ проблемалары, яҙмышы һәм үҫеш перспективалары шул исемдәге секция ултырышында ҡаралғайны. Шуны ла билдәләргә кәрәк: бөтә милләттәштәребеҙҙең 30 проценты Башҡортостандан ситтә көн күрә. Күптәре тарихи башҡорт ерҙәрендә – Ырымбур, Силәбе, Һамар, ҡурған, Пермь яҡтарында. Һандарға туҡталғанда, 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, мәҫәлән, күрше Силәбе өлкәһендә – 166372 (1989 йылғы перепистә – 161169), Ырымбурҙа – 52685 (53339), Пермь крайында – 40740 (52326), Татарстанда 14911 (19106) башҡорт иҫәпләнгән. Ай ярым элек кенә үткән сираттағы йәниҫәп ниндәй күрһәткестәр бирер, уныһын оҙаҡламай белербеҙ.
Киңәйтелгән ултырышта комиссия етәкселеге Рәсәй төбәктәрендә «Башҡорт сауҙа йорто» булдырыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Был әле проектта һәм хыялда ғына. Ул тормошҡа ашырылып, эшләй ҡалһа, шул төбәктә йәшәгән башҡорттар өсөн генә түгел, ә тотош Башҡортостан иҡтисады өсөн дә, республикабыҙҙың имиджын күтәреү йәһәтенән дә әһәмиәтле булыр ине. Был эштә йәмәғәт ойошмалары тырышлығы ғына етмәй, мотлаҡ республика хөкүмәтенең булышлығы кәрәк. Татарстан башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фирҙәүес Бәширова әйтеүенсә, күршеләрҙә беҙҙең республика продукцияһы һатылмай тиерлек. Ә Ханты-Манси Автономиялы Округында иһә 2008 йылда сауҙа йорто асыу маҡсатынан һөйләшеү-килешеүҙәр ҙә була, әммә эш аҙағына еткерелмәй. Хәҙер был проектты тергеҙеп ебәреү өсөн беҙҙең республика яғынан етди аҙым яһарға ғына ҡалған.
Киңәйтелгән ултырыштың көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләр араһында Рәсәй төбәктәрендәге йәмәғәт ойошмаларының киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеше, Башҡортостан юлдаш телеканалы программаларын ҡарау мөмкинлегенә бәйле сығыштар ҙа бар ине. БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов белдереүенсә, 2006 йылда башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә барлығы 11 башҡорт гәзите сығып килгән. Әле улар дүртәүгә ҡалған (Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында). Башҡортостанда был баҫмаларҙың кураторҙары ла бар. «Ватандаш», «Башҡортостан ҡыҙы», «Аскинская новь» редакцияларына бәйләнештәрҙе тағы ла нығытып, әүҙем һәм һөҙөмтәле эшләргә кәрәк. Тиҙҙән Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында ла башҡортса гәзит донъя күрә башлаясаҡ. Әйткәндәй, «Ватандаш» журналы тәүҙән үк күрше өлкәләрҙәге башҡорттарҙы мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тотоп сығарыла башлағайны. Журнал коллективына был турала оноторға ярамай, тигән фекер белдерҙе ҡоролтай ағзалары.
«БСТ» каналына килгәндә, уның эшенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереүселәр булды. Урыҫ телендәге сығарылыштарҙа Башҡортостанды «Башкирия» тип боҙоп әйтеүселәрҙең йышайыуы күңелде ҡыра. Ғөмүмән, Рәсәй Конституцияһында ла «Республика Башкортостан» тип аҡҡа ҡара менән яҙылған, ә «Башкирия» термины бер ерҙә лә юҡ. Һөйөнөслө хәбәр ҙә бар: 2 декабрҙән башҡорт телендә балалар каналы эш башлай. Дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров вәғәҙәләүенсә, 20 декабрҙән яңыса «БСТ» эфирға сығасаҡ. Ултырыштағылар теләүенсә, унда башҡортса тапшырыуҙар һанының ҡыҫҡартылмауы, киреһенсә, артыуы шатлыҡлы булыр ине.
Ултырышта ситтән Башҡортостанға күсеп ҡайтыусыларҙы эш, ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин итеү, гражданлыҡ алыу мәсьәләләре тирәләй ҙә һөйләшеү булды, ошо өлкәләге белгестәр ентекле аңлатмалар бирҙе.
Мәғариф, Мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәре милли үҫеш проблемаларына туҡталды. Ил буйынса барған мәғариф реформаһы нигеҙендә байтаҡ мәктәп оптималләштереү маҡсаты менән бөтөрөлдө. Был – күҙгә күренеп торған факт һәм ул эш дауам итә. Ырымбур өлкәһендә 2007 йылда 47 башҡорт мәктәбе (йәки башҡорт теле уҡытылған) булһа, быйыл унауға ҡалған, Силәбе өлкәһендә 70 мәктәптән 39-ы ғына ҡалыуын иҫәпкә алғанда, реформаның милләт файҙаһына булмауын аңлау ауыр түгел.
Әле ошо уҡыу йылы алдынан ғына башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу тирәләй шау-шыу ҡупҡайны. Йәнәһе, башҡорт теле башҡорт булмағандарға нимәгә ул? БР Президенты Рөстәм Хәмитов уларға: «Башҡортостанда башҡорт теле һәр саҡ өйрәнеләсәк», – тип тос ҡына яуап та биргәйне. Ә бына аҫаба башҡорт ерҙәрендә, тик Башҡортостандан ситтә йәшәүселәргә нимә эшләргә? БР Мәғариф министрлығының милли белем биреү бүлеге начальнигы Рәйсә Күзбәкова әйтеүенсә, Рәсәй ҡануниәте туған тел өйрәнеү мөмкинлеген бирә. Тимәк, эште ошоға таянып алып барырға кәрәк.
Ултырышта ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, ҡаҙағстандың «Ағиҙел» башҡорт йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Азамат Рыҫкилдин, Италияла йәшәүсе милләттәшебеҙ Тәнзилә Кейекбаеваның фекер һәм тәҡдимдәрен тыңланы.
Күрше өлкәләрҙәге башҡорттар менән эшләү комиссияһы иңенә иҫ киткес мөһим яуаплылыҡ һалына. Бында, әлбиттә, милли-мәҙәни ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләү мотлаҡ. Унан килеп, БР Хөкүмәтенән туранан-тура булышлыҡ талап ителә. Бурыстар билдәләү, һүҙ һөйләү, пландар күҙаллау, вәғәҙәләр биреү – бер, уны халыҡ мәнфәғәтендә атҡарып сығырға ла кәрәк. Мөһим мәлдәрҙә ярыҡ ялғаш янында ҡалмаһын милләттәштәр.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»