12.06.2015 Үәт, исмаһам, бейейҙәр!
Әллә ни тарих төпкөлөнә суммайынса, һуңғы бер нисә тиҫтә йылды алып, республикабыҙҙың йыр сәнғәте күген байҡаһаҡ, унда Нажиә Аллаярова, Абдулла Солтанов, Нәзифә Ҡадирова, Флүрә Килдейәрова, Абрар Ғабдрахманов, Салауат Низаметдинов һымаҡ «йондоҙҙар»ыбыҙҙың балҡышын күрер инек. Иҫ киткес талантлы йырсыларыбыҙ һәм композиторҙарыбыҙ үҙ ижады менән халҡыбыҙҙың рухи байлығын арттырған, мәҙәниәтен байытҡан, Учалыбыҙҙың йырлы, моңло төбәк булыуын раҫлаған. Һауынсы, механизатор, уҡытыусы кеүек үҙешмәкәр артистарҙан тупланған «Ләйсән» халыҡ бейеү ансамбле лә уларҙың, профессиональ сәнғәт кешеләренең, күләгәһендә һис тә юғалып ҡалмаған – дандары киң таралып, әллә ниндәй сит илдәргәсә барып еткән. Шулай ҙа учалылар, бейеү сәнғәтенә индергән өлөшөбөҙ әҙерәк булды, тигән һымаҡ, һуңғы йылдарҙа төп көстө ошо юҫыҡҡа ташлағандай тойола. Берәм-һәрәм түгел, тотош ансамблдәр тулҡыны менән бейеү үрҙәренә ынтыла яҡташтарыбыҙ. Ынтылып ҡына ҡалмай, беҙгә ғорурланырға (саҡ ҡына ҡупырайырға ла) мөмкинлек биреп, бер-бер артлы үрҙәрҙе яулай. Мәҫәлән, Учалы филармонияһы ҡарамағындағы «Алтынай» өлгөлө балалар бейеү ансамбле Санкт-Петербург ҡалаһында уҙғарылған «Талант ҡанаттарында» исемле халыҡ-ара конкурс-фестивалдән I урын алып ҡайтты. Балаларҙы бейеү сәнғәтенә ылыҡтырған Фәнилә Кәбирова менән Азат Буранбаевҡа шул уҡ бәйгелә «Иң яҡшы етәкселәр» дипломы ла тапшырыла. Питерҙан буш ҡул менән ҡайтһалар, аптырар инек, ә еңеү менән кире әйләнеүҙәре беҙҙең өсөн тәбиғи күренде. Сөнки ирле-ҡатынлы Фәнилә менән Азаттың ансамблгә түккән көсөн, ваҡытын, энергияһын үлсәүгә һалһаҡ, механизм ауырлыҡҡа сыҙамай ватылыр ҙа ҡуйыр ине. Шулай бирелеп эшләгән, үҙ һөнәрен, балаларҙы яратҡан хореографтарҙың ҡулы аҫтында биш төркөм, йәғни 3 – 4 йәштән алып 14 – 15 йәшкәсә ете тиҫтә бала шөғөлләнә. Төп составтағы егерме ике балаға Санкт-Петербург ҡалаһына барыу бәхете эләгә. Ләкин ул «бәхет» өлөшкә төшһөн өсөн ҡыҙ һәм малайҙарға бик күп тир түгергә, арманһыҙ булып сәғәттәр буйына бейеү хәрәкәттәрен камиллаштырырға тура килә. Ауыр булһа ла, бер кем дә ыңғырашмай, зарланмай, барыһы ла, барабыҙ, ҡатнашабыҙ, еңәбеҙ, тип тырыша. Өфөлә халыҡ-ара проект-конкурстың һайлап алыу турын үтеп, 1-се урынға сыҡҡас, балалар оторо дәртләнеп китә: «Былай булғас, Питерҙа ла еңәбеҙ!» Ә етәкселәре… ҡурҡыу тойғоһон кисерә.
– Балаларҙың һәләтенә ышандыҡ, шуға уларҙың яҡшы сығыш яһарына тамсы ла шикләнмәнек, ҡурҡыуыбыҙ юлға аҡса табыу, техника юллау кеүек ойоштороу мәсьәләләре менән бәйле ине, – тип Фәнилә Ғәббәс ҡыҙы кисерештәре менән бүлеште. – Шөкөр, проблемалар ыңғай хәл ителде, Учалы ҡала хакимиәте, төрлө ойошмалар, предприятиелар беҙгә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Бағыусылар, хәйерле юл теләп, еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ, тигәс, иңебеҙҙәге бурыстар бермә-бер артҡандай булды. Районыбыҙҙы ғына түгел, республикабыҙҙы ла танытабыҙ, ышанысты аҡларға кәрәк, тип сәфәргә юлландыҡ. Конкурс-фестивалдә хореография, вокал буйынса ярышҡан 300-ҙән ашыу коллектив ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла үҙ төбәктәрендә гран-при һәм 1-се урын алған төркөмдәр, ансамблдәр булыуын бер минутҡа ла иҫтән сығарманыҡ. Шундай көслө, талантлы йәш артистар араһында юғалып ҡалмаһаҡ ине, тип Азат менән борсолдоҡ, ә балаларҙың иҫе лә китмәне, дәртләнеп, «Башҡортостан ынйылары» менән бергә рус казак бейеүҙәрен тамашасыларға бүләк итте. Алҡыштарға ҡарағанда, яҡшы сығыш яһаныҡ. Ә инде сығыштар тамамланып, бүләкләү башланғас, көтөү-көйөүҙәребеҙ… Тәүҙә бит дипломанттарҙы атанылар, шунан һуң 3-сө дәрәжә лауреаттар исемлеге китте, аҙаҡ 2-се дәрәжә дипломын алыусылар сыҡты сәхнәгә… Ә беҙҙе саҡырмайҙар ҙа саҡырмайҙар. Алдан эстән генә 2-се, 3-сө урынға дәғүә итһәк тә, ултыра торғас, бик тә булмаһа, исмаһам, ҡатнаштылар, тигән берәй бәләкәй генә булһа ла грамота бирһәләр ярар ине, тип теләй башланыҡ. Береһенән-береһе сағыу, һәләтле коллективтар араһында беренсе урын алғанбыҙҙыр тип кем уйлаһын? Бер заман алып барыусыларҙың алдында ике генә диплом ятып ҡалды. Еңеү тәтемәне былай булғас тип илар хәлгә еткәйнек кенә беҙҙең ансамблдең исемен атамаһындармы! О-о, ул мәлдә нимәләр кисергәнде белһәгеҙ… Ә балалар нисек ҡыуанды һуң?! Йондоҙға үрелеп, айҙы тоттолармы ни! Бына шулай итеп, июндә Абхазияла уҙасаҡ фестивалгә саҡырыу алып, «Талант ҡанаттарында» тыуған ергә ҡайттыҡ!
Әйткәндәй, конкурстың этәргес саф еле менән илһамланып, яңынан башкөлләй эшкә сумған етәкселәр балаларҙы ғына бейетеп ҡалмай, үҙҙәре лә бейей бит әле ул! Баймаҡ районының Буранбай ауылы егете Азат – Учалы филармонияһының «Уралтау» ансамблендә, ә Белорет районының Арышпар ауылы ҡыҙы Фәнилә «Ләйсән» халыҡ бейеү ансамблендә эшләй. Нисек бар ергә лә өлгөрәләрҙер – уныһы үҙҙәренә генә билдәле.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»