30.11.2010 Татарстандағы башҡорт мәктәбе ниңә һаман эшләй алмай?
19 ноябрҙә Яр Саллы ҡалаһында 2004/2005 уҡыу йылында асылған Татарстандағы берҙән-бер башҡорт мәктәбенең хәленә арналған йыйылыш үтте. Уны үткәреүгә Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов етәкселегендә килгән делегация сәбәпсе булды. Делегация составында ҡоролтай башҡарма комитеты референты Гөлфинә Юламанова, БР Мәғариф министрлығының баш белгесе Әлфиә Ишбаева һәм Татарстан башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фирҙәүес Бәширова, Түбәнге Каманан Ғәли Хәсәнов килде. Йыйылышта Яр Саллы ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Венер Харисов, Яр Саллы ҡалаһы халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Сергей Киров, 11-се мәктәп директоры Рәшиҙә Шаһиева, башҡорт йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Бәләғүтдинова, эшҡыуар Фәниә Шәрипова, ата-әсәләр һәм «Шоңҡар» милли-мәҙәни автономияһы активистары ҡатнашты.
Асылған сағында 98 баланы йыйған башҡорт мәктәбендә бөгөн төрлө синыфтарҙа 18 уҡыусы булып, башҡорт дөйөм белем биреү мәктәбе йәкшәмбе мәктәбе статусында ғына ҡалған. Йыйылышта ҡатнашыусылар, килеп сыҡҡан хәлде анализлап, унан сығыу юлдарын эҙләне. Йыйылышты башлап, 11-се мәктәп директоры Рәшиҙә Барый ҡыҙы, уҡыусылар өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған, уларҙы яҡшы башҡорт теле уҡытыусылары уҡытты, башҡорт мәктәбе директоры Мөнирә ҡорбанова – яҡшы белгес, Башҡортостан хатта мәктәп автобусы менән ярҙам итеүгә лә ҡарамаҫтан, беҙҙең бер проблема – балалар юҡ, мәктәпкә килмәйҙәр, тине. Мәктәптәргә БДИ индерелеүе башҡорт мәктәбе ябылыуҙың бер сәбәбе, тип атаны. Үҙ сиратында, ҡала мәғариф бүлеге башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы яҡташыбыҙ Венер Харисов: «Синыфтар ябылыу күренеше башҡорт мәктәбендә генә түгел, татар мәктәптәрендә лә бар, йылына 1 – 2 тапҡыр йыйылып һөйләшәбеҙ ҙә таралышабыҙ. Ә Татарстандағы берҙән-бер башҡорт мәктәбе ниңә һаман йүнләп эшләй алмай – проблеманы хәл итер өсөн көн һайын системалы эш алып барырға кәрәк», – тип башланы сығышын.
Биш йыл эшләү дәүерендә Яр Саллы башҡорт мәктәбе уҡыусылары туған тел буйынса өлкә-ара олимпиадаларҙа призлы урындар яуланы, төрлө сараларҙа ҡатнашты, БР Мәғариф министрлығы ойошторған йәйге ял лагерҙарында ял итте, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Мәктәпкә уҡыусыларҙы Башҡортостан бүләк иткән автобуста йөрөтөү ойошторолған. Бер уйлаһаң, бындай мәктәптә уҡыр өсөн сиратҡа баҫырлыҡ та бит... Тик ошо күрһәткестәр Яр Саллы халҡына еткерелгәнме, тип бик урынлы һорау ҡуйҙы йыйылышта Гөлфинә Юламанова. «Мин эшләй башлаған 2005/2006 уҡыу йылында ике тапҡыр яңылыҡтарҙа күрһәттеләр. 2007 йылда Яр Саллы телевидениеһының «Һабаҡ» тапшырыуында ҡатнаштыҡ һәм ТНВ каналы килеп төшөргәйне. 2009 йылда 4 ноябргә арналған тапшырыуҙа «Күңел» радиоһы интервью алды. Быйыл май айында радионан сығыш яһаным һәм ҡаҙанда ТНВ-ла иртәнге тура тапшырыуҙа ҡатнаштым», – тине Айгөл Илдар ҡыҙы. Биш йылда биш тапҡыр телевидениела күренгәндәр ҙә, ике тапҡыр радионан һөйләгәндәр... Аҙнаһына 15 – 20 минутлыҡ эфир ваҡыты һорап, Татарстан башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фирҙәүес Бәширова инде ике йылдан ашыу тырышһа ла, боҙ һаман урынынан ҡуҙғалмай. Ә мәғлүмәтһеҙ беҙ халыҡты йыя алмайбыҙ.
Рәсәй Конституцияһында яҙылғанса, бөтә халыҡтар ҙа туған телдәрен өйрәнергә тейеш. Башҡортостанда был законды боҙоуға юл ҡуйылмай. Балаларҙың Конституцияла яҙылған хоҡуҡтарын боҙмайыҡ. Башҡортостандан мәктәп автобусы ғына түгел, самолет йә Кама йылғаһында йөҙһөн тип теплоход сығарһаҡ та, әгәр юғарынан ярҙам булмаһа һәм үҙ-ара берҙәмлек юҡ икән, эш бармаясаҡ. Былай ҙа Рәсәйҙә барған оптималләштереү һ. б. процестар – башҡорт, татар телдәре өсөн насар күренеш. Бөтөн ил менән бергәләп эшләйек, тине үҙ сығышында Әлфиә Ишбаева.
Милли белем биреү проблемаһы бөтә ерҙә лә бар, бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа. Күптәр милли белем биреүгә түгел, ә мәктәптең ниндәй кимәлдә булыуына ҡарап, балаларын шунда уҡыта. Бөгөн беҙҙең алда торған проблемалар асыҡ – был позитив күренеш. Көстө туплап, мәсьәләне хәл итергә кәрәк, тип өмөтләндерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов.
Шулай итеп, Татарстандағы беренсе берҙән-бер башҡорт мәктәбе аҙаҡҡы башҡорт мәктәбе булып ҡуймаһын ине. Был һөйләшеү ҙә, ғәҙәттәгесә, бөтә эште урындағы йәмәғәт ойошмаһына ғына ҡайтарып ҡалдырмайынса, юғары урындарҙа мәсьәлә ыңғай хәл ителһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Әлфиә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Татарстан Республикаһы,
Яр Саллы ҡалаһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»