29.04.2015 Әсәйҙәр тураһында йырҙар
Әсәйемә
Ғәфүр Ҡайырбәков һүҙҙәре,
Шәмши Ҡалдаяҡов көйө.
Биргәнhең hин миңә ал нурын таңдарҙың,
Йыйғанhың hин миңә бар гөлөн даланың,
Биргәнhең ҡанаттар талпыныр сағымда,
Балалыҡ рәхмәтем йырымда сағыла.
Ҡушымта:
Ҡәҙерләп үҫтергән мин hинең емешең,
Ҡуйының – гөл-баҡса, наҙлы ел – hулышың.
Инде буй етhәм дә, мин hиңә сабыймын,
Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын.
Быларға бәрәбәр ни генә бирәйем,
Берҙән-бер бүләгем – тоғро йөрәгем.
Итә күр ҡәнәғәт, риза бул ошоға,
Үҙеңә аталған йырымды ҡушып ал.
Ҡушымта.
Бурыслы hиңә мин, әсәйем-алтыным,
Һиңә тип эҙләнем донъяның аҫылын.
Ай менән ҡояшты бирергә уйланым,
Үрелеп алырға етмәне буйҙарым.
Ҡушымта.
Апайыма аҡ сәскәләр
Миләүшә Ғәлиева һүҙҙәре,
Риф Арыҫланов көйө.
Туғайҙағы сәскәләрҙең
Тик аҡтарын мин һайлайым,
Сөнки улар күңелеңдең
Сағылышы бит, апайым.
Ҡушымта:
Аҡ сәскәләр, аҡ сәскәләр,
Төҫтәренә сафлыҡ йыйған.
Һинең оло йөрәгеңә
Минең дә хистәрем һыйған.
Аҡ сәскәнең таждарында
Ысыҡ тамсылары уйнай.
Йәш сылатҡан бит алмаңдан
Бер үбәйем әле, апай.
Ҡушымта.
Аҡ сәскәләр бүләк итәм:
Булһын аҡтан яҙмышҡайың.
Ғүмереңдең һәр мәлендә
Бәхетле бул, апаҡайым!
Әсәй, мине таңда уят әле
Рауил Бикбаев һүҙҙәре,
Әлмира Бикташева көйө.
Әсәй, мине таңда уят әле,
Уятҡандай малай сағымда.
Сөйҙә торған эйәремде алып,
Ат көтөргә китәм тағын да.
Далалағы алһыу таң атыуын
Тағы килә минең күрәһем,
Уйнаҡлашып йөрөгән
тайҡайҙарҙың
Ялҡайҙарын килә үрәһем.
Ялан яңғыратып, йәш тай кешнәр,
Тәү ҡат уға эйәр һалғанда...
Әсәй, мине таңда уят әле,
Дала өҫтөн томан алғанда.
Эй, хыялый, һантый ҡыҙ бала…
Рәми Ғарипов һүҙҙәре,
Юлай Үҙәнбаев көйө.
Эй, хыялый, һантый ҡыҙ бала,
Төн йоҡоңдо һинең кем ала?
Белмәйһең шул ниҙәр көткәнен,
Уның ниҙәр өмөт иткәнен...
Һин бит изге тиеп табынған –
Бер иблис бит – елдән табылған!
Ул көткәнең килер – ҡағылыр...
Тик үткәнең һине һағыныр.
Төн йоҡоңдо һинең кем ала,
Эй, хыялый, һантый ҡыҙ бала?!
Әсәй
Роберт Миңнуллин һүҙҙәре,
Сара Садиҡова көйө.
Әсәй беҙҙе Сөндән алып ҡайтҡан,
Сөн һыуында йыуған иң элек.
Бишек йырын йырлап төндәр буйы,
Беҙ үҫкәнде көткән, тилмереп.
Беҙ биш бала үҫтек – биш йоҙроҡ –
Тик үҫмәнек иркә ҡосаҡта.
Беҙ әсәйҙең биш шатлығы инек,
Биш ҡайғыһы булдыҡ ҡай саҡта.
Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар
Күргән әсәй ғүмер эсендә.
Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,
Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.
Хәҙер инде еткән балалар беҙ,
Ҡунаҡ ҡына әсәй янында.
Әсәйҙәрҙең оло йөрәгенә
Изгелектең һыйған барыһы ла.
Һанап ҡына бөтөрөрлөк түгел
Әсәйҙәрҙән күргән изгелек.
Әсәй беҙҙе Сөндән алып ҡайтҡан,
Сөн һыуында йыуған иң элек.
Әсәйем
Сафуан Әлибаев һүҙҙәре,
Рим Хәсәнов көйө.
Бәүелтеп йөрәгең түрендә,
Үҫтерҙең ҡәҙерләп һин беҙҙе.
Һин бүләк иттең бит ғүмергә
Был ҡояш, был күкте, был ерҙе.
Ҡушымта:
Һин беҙ тип, һин беҙ тип йәшәйһең,
Әсәйем, әсәйем,
Йыр итеп йылы һүҙ әйтәйем,
Әсәйем, әсәйем.
Һин наҙлап йылыңды өләштең,
Һоҡландың, беҙ үҫеп буй еткәс.
Талпындың оҙатып ҡалғанда,
Күҙҙәрең сыланды, беҙ киткәс.
Ҡушымта.
Үҙебеҙ – әсәләр, аталар,
Ғүмерҙәр ашығыс уҙыла,
Тик һинең күңелең юҡһына,
Өҙөлә, йөрәгең һыҙыла.
Ҡайтырмын, әсәйем
Вил Ғүмәров һүҙҙәре,
Рәмил Ғимрани көйө.
Мамыҡ шәлең һалып иңдәреңә,
Мине алыҫтарға оҙаттың.
Моңһоуланып алам хәҙер сит
яҡтарҙа – Һүҙен яттан беләм һәр хаттың.
Ҡушымта:
Ҡайтырмын, әсәйем,
Бик һуңлап булһа ла.
Түкмә һин күҙ йәшең,
Күңелдәрең тулһа ла.
Мамыҡ шәлең һинең иңдәреңдә,
Көҙгө елдәр уны уйната.
Ҡоштай осоп ҡайтып етер инем,
Арабыҙҙа оҙон юл ята.
Ҡушымта.
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә
Мостай Кәрим һүҙҙәре,
Юлай Үҙәнбаев көйө.
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,
Сиккәндәрен беләм – бирнәлек.
Апайымды былтыр һораттылар –
Әле йәшерәк, тип бирмәнек.
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,
Биҙәктәргә ялғап биҙәкте.
Биҙәктәре ебәк йырҙа яҙ(ы)ла,
Тик йырҙары өҙә үҙәкте.
Кистәр ҡабатланмай моңдар ҡайта
Урап ҡайта икән бер талай
Купме йылдар үткәс шул йыр тағы
Йөрәгемде өҙҙө урталай
Һеңлемә
Гөлнара Хәлфетдинова һүҙҙәре,
Гөлдәр Ишҡыуатова көйө.
Һин илаһаң – миндә хәсрәт,
Йәнкәйҙәрем китә сәсрәп.
Йылмайыуың – миңә шатлыҡ,
Донъяларым китә балҡып.
Һеңлем минең – ҡарындашым,
Серҙәшкәйем һәм моңдашым.
Тормош тигән оло юлда –
Икебеҙҙең ҡулдар ҡулда.
Бирешмәйек яҙмыш ҡуйған,
Һынау булған кәртәләргә.
Шөкөр итеп һау булғанға,
Тыуып килгән иртәләргә.
Һин моңайһаң, эсем боша,
Һин борсолһаң – йән ҡороша.
Бәхет тигән Аҡбуҙатҡай
Сығынлай бит бер ҡарышһа...
Йүгәнләүҙең әмәле бар,
Һәр нәмәнең үҙ мәле бар.
Алға килер көткәндәр ҙә,
Йөрәктәрҙе өткәндәр ҙә...
Тыныс булһын күңелкәйең,
Һеңлем минең, бәләкәсем.
Йәмле бул һин, йәнле бул һин,
Ҡояш кеүек көләкәсем.
Яҙмыш бүлгән өлөштәрҙе
Ситкә сәсмәй йыя бел һин,
Яҡындарға ышыҡ булыр
Бәхетһарай ҡоя бел һин.
Фәрештәм
Туфан Миңнуллин һүҙҙәре,
Хисмәтулла Дәүләтов көйө.
Гәрәбәнән теҙгән муйынсаҡҡайыңдың
Гәрәбәһе ҡайһы ғына илдәрҙән?
Тапмаҫ был тиеп уйлама, табырмын
Елдәр ҡыуып етә алмаҫ ерҙәрҙән.
Беләҙегең, алҡаларың көмөштән,
Күңелдәрең ник һыуынды,фәрештәм?
Йөҙөгөңә аҡыҡ ҡаштар таҡманым,
Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым?
Ынйыларҙан теҙгән муйынсаҡҡайыңдың
Ынйылары ҡайһы ғына яҡтарҙан?
Мин ҡағылған ҡайнар ҡулдарыңа
Ҡағылдыра күрмә берүк яттарҙан.
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит!
Ғилман Иҙрисов һүҙҙәре,
Рим Хәсәнов көйө.
Ҡайтамын тип, хаттар яҙыуыма,
Көндәр түгел, айҙар үттеләр.
Әммә юлдар, һиңә илтмәйенсә,
Алыҫтарға алып киттеләр.
Ҡушымта:
Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә мине көт.
Һине көттөрөп тә ҡайталмаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.
Көтәһеңдер, хат ташыусы килһә,
Ҡош телендәй хәбәр барҙыр тип.
Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер,
Иртәгә, бәлки, булыр тип.
Ҡушымта.
Көтәһеңдер мине, ҡайтыр тиеп,
Теҙелешеп ҡоштар ҡайтҡанда.
Улым тип, һин ишек асаһыңдыр,
Көҙгө елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда.
Ҡушымта.
Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға,
Утыңды һүндермәйсә мине көт,
Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.
Ҡартайма әле, әсәй
Ринат Рәхмәтуллин һүҙҙәре
һәм көйө.
Инде сәстәрем дә ағарҙы, тимә,
Уйлама, әсәй, ҡартлыҡ хаҡында.
Болонда үҫкән сәскәләр кеүек
Йыйылдыҡ, әсәй, һинең яныңа.
Ҡушымта:
Ҡартайма әле, әсәй, ҡартайма әле,
Һин бит беҙҙең йөрәк йылыһы.
Үтте ғүмерҙәр, тип ҡайғырма әле,
Беҙгә бит әле гөрләп йәшәйһе.
Бишек йырҙарын беҙгә йырланың,
Үҫтерҙең беҙҙе, һөйҙөң, наҙланың.
Таралыштыҡ беҙ төрлө яҡтарға,
Беҙ барыбыҙ ҙа рәхмәтле һиңә.
Ҡушымта.
Әле донъяла бар бит әсәйҙәр,
Һаҡларға кәрәк беҙгә уларҙы,
Ҡартаймаһындар мәңгегә улар,
Әсәйҙәр – беҙҙең тормоштоң йәме.
Ҡушымта.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»