30.11.2010 «Хәтәр мегаполис» саҡыра
«Беҙҙең Өфөлә 10 – 15 миллион кеше йәшәмәһә лә, ул да үҙенә күрә бер мегаполис. Халыҡта, мегаполиста йәшәүсе кешеләрҙең тормошҡа ҡарашы, ҡылыҡтары, характерҙары бүтән төрлө була, тигән фекер йөрөй. Йәнәһе лә, ҡалала позитив әҙ, һалҡынлыҡ хөкөм һөрә. Ә минең быға ҡаршы төшкөм килә». Сәғиҙулла Байегет 5 декабрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк концертының нимә хаҡында буласаҡ икәнен шулай тип аңлатты.
Зөһрә Бураҡаева сценарийы буйынса ойоштороласаҡ мюзикл ҡыҙыҡлы сюжетҡа ҡоролған. Унда ауыл тормошо ла ситтә тороп ҡалмай, ҡалалағы тормош, мөхәббәт өсмөйөшө, ауыл ҡыҙының аҡ хыялдары, ҡалала үҙ урынын табырға теләүе – барыһы ла сағыла. Фирүзә Париж, Гөлнур ҡарабулатова, Артур ҡунаҡбаев, «Һомай» төркөмө, 4 – 5 бейеү төркөмө күңелдәрҙе күтәрерлек ҡыҙыҡлы тамаша бүләк итмәксе. Күп йырҙарҙы артистар джаз төркөмөнә ҡушылып башҡарасаҡ. Халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле менән берлектә фолк-рок стилендәге моңдарҙың тәҡдим ителеүе лә һәйбәт күренеш – башҡорт сәхнәһендә был тәүге тапҡыр буласаҡ. Талантлы ҡумыҙсы Миңдеғәфүр Зәйнетдиновтың сығышы ла тамашасыларҙың күңеленә хуш килер. «Концерттан – мюзиклға» йәки «Хәтәр мегаполис» тип аталған тамаша үҙенең исемен аҡламаҡсы.
Р. ДӘҮЛӘТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»