16.04.2015 “Рәсәй – Башҡортостан” телеканалы яңы форматҡа күсә
“Рәсәй – Башҡортостан” телеканалында милли тапшырыуҙарға аҙнаһына өс сәғәт бүленә, ошо ваҡытты нисек тә һөҙөмтәлерәк файҙаланыу, милли колоритты күберәк сағылдырыу, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар ойоштороу ниәте менән яна бында эшләүсе ижади коллектив. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар: матур итеп йыһазландырылған студия, юғары сифатлы яңы техник ҡорамалдар. Ғөмүмән, “Рәсәй” телеканалының Башҡортостандағы филиалы иң яҡшы йыһазландырылған филиалдарҙың береһе иҫәпләнә.
– Элекке яҡшы традицияларҙы тергеҙеп, бөтә нәмә лә матур булырға тейеш, тигән күҙлектән сығып эшләйбеҙ. Күптәр, көрсөк заманы тип, сығымдарҙы ҡыҫҡартырға тырышһа, беҙҙең бөтә маҡсатыбыҙ – телевизор ҡараусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек лайыҡлы тапшырыу эшләү, – ти милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Уйылдан Ғәлин.
“Уңыш сере”, “Сәләмәтлек”, “Тәнәйҙәр”, “Ауаз”, “Ихлас күңелдән” рубрикалары һәм тапшырыуҙары телевизор ҡараусылар араһында үҙ тамашасыһын табыуына шик юҡ. Бүлектә 15-ләп кеше эшләй. Сәлимә Исламова, Ғәлимйән Ибәтуллин, Ләйсән Тимербулатова, Ғәзиз Лоҡманов, Рәлиә Сәхибгәрәеваларҙың исеме тапшырыуҙар аша күптәргә таныш.
“Ауаз” – иртәнге интерактив, тура эфирҙа эшләүсе тапшырыу. Унда бөгөнгө көнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы мәсьәләләр тураһында һөйләшеү алып барыла. Проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү һәм килгән ҡунаҡҡа теләгән һорау менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге биреүе менән әһәмиәтле.
“Рәсәй – Башҡортостан” телеканалының милли бүлеге телевизор ҡараусыларға яңынан-яңы проекттар ҙа тәҡдим итеп тора. Шуларҙың береһе “Әйтер һүҙем бар” тип атала. Әҙәбиәт йылына арналған проектта билдәле шәхестәр үҙҙәренең уй-фекерҙәрен, борсолоуҙарын күңеленә оҡшаған шиғыр аша халыҡҡа еткерә. Проекттың авторы Наилә Сәфәрғәлиева һөйләүенсә, тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән проект халыҡта әле үк ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Шәхестәр үҙҙәре үк унда ҡатнашырға теләк белдереп, редакцияға мөрәжәғәт итә икән. Ысынлап та, бында бик үҙенсәлекле һәм матур сығыштарҙы күҙәтергә мөмкин. Яңы проект халҡыбыҙҙың шиғри йәнле булыуын, күңелендә әҙәбиәткә оло һөйөү һаҡлауын тағы бер ҡат иҫбатлай. Тапшырыуҙың форматы ла үҙенсәлекле: һүҙгә күберәк иғтибар йүнәлтеү өсөн ул аҡлы-ҡаралы төҫтә эфирға сыға.
2000 йылдарҙа күптәр яратып өлгөргән “Гәлсәр һандуғас” фестивале лә яңы һулыш кисерә. Яңы проект “Гәлсәр һандуғас” ҡанаты аҫтында” тип атала һәм уның маҡсаты – мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында яңы таланттарҙы асыҡлау һәм халыҡҡа танытыу. Әле Йылайыр, Хәйбулла райондарында уның тәүге сығарылыштары төшөрөлгән дә инде.
Милли тапшырыуҙар бүлегенең тағы бер һөйөнөслө яңылығы – улар яңы цифрлы форматҡа күсергә әҙерләнә. Тимәк, телевидение тапшырыуҙарын тағы ла сағыуыраҡ һәм яҡшыраҡ сифатта ҡарау мөмкинлеге барлыҡҡа килә, тигән һүҙ.
– Беҙҙе илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ҡарайҙар. Татарстандан, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән шылтыратыуҙар күп. Себерҙә лә ҡарарға мөмкин. Телевизор ҡараусыларға бер үтенесебеҙ бар: ниндәйерәк тапшырыуҙар күрергә теләүҙәрен, нимәгә күберәк иғтибар йүнәлтергә кәрәклеген, тапшырыуҙарҙың сифатын күтәреү хаҡында тәҡдимдәрен дә еткерһәләр, бик шат булыр инек, – ти бүлек етәксеһе Уйылдан Ғәлин.
С. АМАНТАЕВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»