RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәләүездең рухи донъяһы

10.04.2015 Мәләүездең рухи донъяһы

Мәләүездең рухи донъяһыthumb=left]https://www.ye02.ru/uploads/posts/2015-04/1428990548_ilshat-sultangareev-chb.jpg[/thumb]Төбәктә халыҡты мәҙәниәткә, әҙәбиәткә йәлеп итеү буйынса эш киң йәйелдерелгән.
Мәләүез районы мәҙәниәте һуңғы йылдарҙа үҙенең ҡаҙаныштары менән дан тота. Ауыл мәҙәниәт йорттарының матди базаһы нығытыла, район һәм төбәк-ара кимәлдәге төрлө саралар үткәрелә. Республика бәйгеләрендә лә район таланттары ҡатнашып, призлы урындар яулай. Райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илшат СОЛТАНГӘРӘЕВ менән башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, киләсәккә булған ниәттәр тураһында һөйләштек.
– Әлеге ваҡытта районда барлығы 83 мәҙәниәт ойошмаһы халыҡ араһында ағартыу эше алып бара. Уларҙың 47-һе – ауыл мәҙәниәт йорто, 30-ы – китапхана (алтауһы район үҙәгендә эшләй), ике музей, өс сәнғәт мәктәбе һәм Ҡала мәҙәниәт йорто. Мәҙәниәт бүлеге райондың 330 кешеһен эш менән тәьмин итә. Иҡтисади көрсөктө ҡыҫҡартыу­ҙарһыҙ ғына үткәреп ебәрә алдыҡ.
Кадрҙар менән эш алып барыла. Тырышып эшләгәндәргә төрлө гранттар, премиялар, исемдәр юллайбыҙ. Бөгөн районда алты атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре эшләй. Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа бар, иң ныҡ борсоғаны – махсус уҡыу йорттарын тамамлаған белгестәр ауыл еренә эшкә ҡайтырға атлығып тормай. Төрлө ижади коллективтар тупларға, яңы йүнәлештә эшләргә теләк бар, әммә, был эште етәкләргә, ойошторорға кеше булмағанлыҡтан, ниәттәр бойомға ашмай ҡала. Әгәр махсус белеме булған гармунсы килһә, бөгөндән ҡуш ҡуллап эшкә алыр инек. Сөнки ҡалала гармунсылар күп, улар менән эшләй алырлыҡ белгесебеҙ юҡ.
Ә ауылдарҙағы мәҙәниәт усаҡтарына ойоштороу һәләте булған, халыҡты әйҙәй алырлыҡ кешеләрҙе, махсус белеме булмаһа ла, эшкә алғанбыҙ. Күбеһе үҙ эшенә яуаплы ҡарай, халыҡты мәҙәниәткә ылыҡтырырға тырыша. Дөйөм алғанда, төрлө байрамдар­ға, Әҙәбиәт йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата район буйынса барлыҡ мәҙәниәт ойошмалары көнөнә төрлө кимәлдәге һәм йүнәлештәге 30 – 40 сара үткәреп тора. Ауыл мәҙәниәт йорттары, китапханалар ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Былтырғы Мәҙәниәт йылында мәҙәниәт бүлегенә төрлө сығанаҡтарҙан 8 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Уның 3 миллион һумы музыка ҡоралдары алыуға, бер өлөшө костюмдар тегеүгә, концерт ҡорамалдарын яңыртыуға, Воскресенское һәм “Айыҡ ауыл” акцияһында ҡатнашыусы Дәүләтҡол ауылдарындағы мәҙәниәт йорттарында ҙур ремонт эштәре атҡарыуға тотонолдо. Бындай иғтибарҙан һуң хеҙмәткәрҙәр тағы ла һөҙөмтәлерәк итеп Әҙәбиәт йылын үткәрер, тигән ышаныс бар.
5 февралдә районда Әҙәбиәт йылы үҙ эшен башланы. Халыҡты китапҡа һәм әҙәбиәткә ылыҡтырырға тейешбеҙ. Былтыр район һәм ҡала хакимиәте башлығы Малик Вахитов ярҙамы менән библиобус (автокитапхана) һатып алғайныҡ, әле уның фонды менән эш алып барыла. Китапханалар булмаған ауылдарҙағы халыҡ өсөн ҙур бүләк буласаҡ. Район буйлап дүрт маршрут төҙөлдө, тиҙҙән ул эш башлаясаҡ. БР Мәҙәниәт министрлығының махсус программаһы буйынса Мәләүездә моделле китапхана ишеген асырға йыйына. Район һәм ҡала китапханаларының матди-техник базаһын яҡшырттыҡ, һәр береһендә компьютерҙар бар, улар интернетҡа тоташтырылған. 2014 йылда китапханаларҙа “Китаплы төн”дәр үткәрелгәйне. Шул саҡта райондың йәш таланттары – шиғриәт һәм прозала үҙ көсөн һынаусылар билдәле яҙыусылар менән осрашып, әҙәбиәт дәрестәре алды. Әҙәбиәткә ынтылыусы йәштәрҙең күплеген күреп һөйөндөк. Быйыл улар­ҙы тағы ла киңерәк аудиторияға сыға­рыр­ға теләйбеҙ.
Тиҙҙән илебеҙ тағы ла бер ҙур датаны – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләйәсәк. Был йәһәттән беҙҙә йыл һайын төрлө саралар, осрашыуҙар үтеп тора. Районыбыҙҙа 75 ветеран йәшәй. Уларҙың береһе лә иғтибар­ҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Был дата 9 майҙан һуң да онотолмаясаҡ, байрамдар йыл буйына, киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк.
Әлеге ваҡытта Мәләүез ерендә “Еңеү салюты” марафоны старт алды. Унда һәр ауыл ҡатнаша. Күптән түгел Фаил Абдраҡов исемендәге һәүәҫкәр композиторҙар конкурсы үтте. Ул да ошо бөйөк датаға арналды. Патриотик рухта ижад итеүсе композиторҙар үҙҙәренең йырҙарын тәҡдим итте.
Үҙенсәлекле шәхесебеҙ Батырғәле Вахитов Бөйөк Ватан һуғышында, дошман самолетын бәреп төшөргәс, уның торбаһынан ҡурай эшләп алып, уйнап йөрөр булған. Уның исемендәге ҡурайсылар конкурсы ойошторолғайны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә йыл элек туҡтап ҡалды. Быйыл ошо дата айҡанлы уны тергеҙҙек һәм киләсәктә ул ике йылға бер тапҡыр уҙғарыласаҡ. Ғөмүмән, беҙҙә шәхестәрҙе хөрмәт итә, ҙурлай беләләр.
Әлеге ваҡытта райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Мәләүез ҡалаһында үтәсәк Фәйзи Ғәскәров исемендәге төбәк-ара бейеүселәр конкурсына әҙерләнә. Өс көн дауамында барасаҡ байрамда төрлө райондарҙан 400-ләп ҡунаҡ килеүе көтөлә.
Һәр замандың үҙ ауырлыҡтары булған кеүек, бөгөнгө көн дә проблемаларһыҙ түгел. Әммә уға ҡарамайынса, халыҡ өсөн эшләргә тейешбеҙ.

Г. ҠЫУАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы