10.04.2015 Оҙон көйҙә башҡорт рухы сағыла
Салауат районында халыҡ йырын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы үтте.
Башҡорт халҡының бай тарихын, рухын сағылдырған оҙон көйҙө башҡарыу – йырлау оҫталығының иң юғары нөктәһе.
РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, мәшһүр йырсы, опера сәнғәтенә нигеҙ һалыусы яҡташыбыҙ Хәбир Ғәлимовтың исемен мәңгеләштереү, уның ижади мираҫын халыҡҡа еткереү, халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау, яңы таланттар асыу маҡсатында Салауат район мәҙәниәт йортонда тәүге тапҡыр төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың –“Оҙон көй” конкурсы үткәрелде. Былтыр бындай конкурс беренсе тапҡыр район кимәлендә Лағыр ауылында ойошторолғайны. Быйылғы бәйгелә Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарынан моңло тауышлы 15 һәүәҫкәр ҡатнашты.
Иң башта һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Ҡыйғы районынан Гөлсимә Хәлилова, Айрат Камалов боронғо башҡорт йырҙары “Сәлимәкәй” менән “Азамат”ты йырлап ишеттерҙе. Йәш булыуға ҡарамаҫтан, Ҡыйғынан Вадим Хажиев “Уралым” йырын барлыҡ аһәңлегендә замандаштарына үҙенсәлекле итеп еткерә алды. Шулай уҡ ул өзләүҙе лә оҫта ҡулланды.
Балаҡатай, Мәсетле йырсыларының сығышын да тамашасылар йылы ҡаршы алды. Яҡташтарыбыҙ бәйгелә һынатманы. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле лә йыр-моңдан айырылмаған Искәндәр Миһранов, билдәле йырсыларыбыҙ Альбина Ғәйфуллина, Зөбәржәт Монкеевич, Вәдиға Дәүләтшина йырҙарҙы шул тиклем матур итеп башҡарҙы – бер тыңлаусы ла вайымһыҙ ҡалманы, уларҙың сығыштарын көслө алҡыштарға күмде.
Жюри ағзалары еңеүселәрҙе ғәҙел билдәләне. “Үҙенсәлекле башҡарыу” номинацияһында – Ҡыйғынан Гөлсимә Хәлилова, “Иң йәш оҫта башҡарыусы” номинацияһында – Ҡыйғы районынан Айрат Камалов, “Оҙон көй” өмөтө” номинацияһында – Салауат районынан Альбина Ғәйфуллина һәм “Башҡарыу оҫталығы” номинацияһында Янғантауҙан Зөбәржәт Монкеевич еңеүсе булды. III урынды – Ғәйшә Абдуллина (Балаҡатай районы), II урынды – Искәндәр Миһранов (Салауат районы, Арҡауыл ауылы), I урынды Илфат Ниғмәтуллин (Мәсетле районы) яуланы. Вадим Хажиев (Ҡыйғы районы) “Оҙон көй” бәйгеһендә гран-приға лайыҡ булды. Шулай уҡ Хәбир Ғәлимовтың ҡыҙы Земфира Вәлиева Әлкә ауылынан Вәдиға Дәүләтшинаны махсус приз менән бүләкләне. Ә Хәбир Ғәлимов музейы етәксеһе Фәғилә Зиннәтуллина: “Йәштәр конкурста күберәк ҡатнашһын”, – тигән теләген белдереп, үҙенең махсус бүләген конкурста сығыш яһаған иң йәш ҡатнашыусы Айрат Камаловҡа бирҙе.
Боронғо йырҙарҙы яратыусылар, таратыусылар булғанда, халыҡ йыры мәңге яңғырар, онотолмаҫ.
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.
Салауат районы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»