RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иҙрис Кәлимуллин: “Мөхәббәтемә нигеҙ кишер баҫыуында һалынды”

10.04.2015 Иҙрис Кәлимуллин: “Мөхәббәтемә нигеҙ кишер баҫыуында һалынды”

Иҙрис Кәлимуллин: “Мөхәббәтемә нигеҙ  кишер баҫыуында һалынды”

Блиц-һорау:

– Үткән тормошоғоҙҙа иң үкендергәне нимә?
– Әсәйем иҫән саҡта йышыраҡ аралашырға ваҡыт тапмауым.
– Ә иң бәхетле мәлегеҙ?
– Иҫәнлек-һаулыҡ менән тыуған һәр көнөм оло бәхет.
– Әлеге мәлдә ниндәй китап уҡыйһығыҙ?
– Һирәк уҡырға тура килә, әлеге ваҡытта Әнғәм Атнабаевтың “Ҡош теле” китабын уҡыйым.
– Интернетта, социаль сайттарҙа йыш ултыраһығыҙмы?
– Эш өсөн ҡулланам, “Бәйләнештә” сайтында үҙ битем бар.
– Иң яратҡан аш-һыуығыҙ?
– Балыҡтан бешерелгән барлыҡ ризыҡтарҙы ла үҙ итәм.
– Ниндәй машинала йөрөйһөгөҙ?
– Таныҡлыҡты 1982 йылда алдым, тәүге машинам “копейка” ине. Әлеге ваҡытта “Toyota Land Cruiser”ҙа йөрөйөм.
– Буш ваҡытығыҙ нисек үтә?
– Ғаилә менән күберәк булырға тырышам. Һуңғы арала һаулыҡҡа ҙур иғтибар бүләм.


Тынғыһыҙ ижадсы, ти уның тураһында дуҫтары. Та­ланты һәм хеҙмәте менән сәнғәт донъяһында үҙ урынын тапҡан, өмөтлө йәштәргә юл башларға ярҙам итеүсе, башҡорт-татар эстрадаһы “йондоҙо”, Башҡор­тос­тан­дың халыҡ артисы Иҙрис Кәлимуллин – бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.

– Һеҙ оҙаҡ йылдар буйы “Сәйәр” эстрада театрын етәкләйһегеҙ. Ижад менән эшҡыуарлыҡты бергә алып барыу ҡыйын түгелме?
– “Сәйәр” тәүҙә бер бәләкәй генә ижади төркөм булып эш башлағайны. 1998 йылда беҙ уны Республика йәштәр ижады үҙәге итеп үҙгәртеп, йәмәғәт ойошмаһы булып китте. Маҡсатыбыҙ йәш таланттарҙы халыҡҡа еткереү, уларға ижадта дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеү ине. Аллаға шөкөр, был маҡсаттарға ирешелде, 16 йыл эсендә байтаҡ йәш кеше менән эшләнек. Был театрҙа ҡанат нығытҡандар араһында башҡорт-татар сәнғәте “йондоҙ”ҙары ла бар. Ҡурайсылар Винер Йылҡыбаев, Илшат Ишморатов, йырсылар Айгиз Ханов, Мансур На­сибуллин, Гөлназ Ҡәҙербирҙина һәм башҡаларҙың тап минең фатиха менән эш башлауына ғорурланам.
Ә бизнестың ауырлыҡтарына килгәндә, хәҙерге ваҡытта бер нәмә лә еңел бирелмәй. Бөгөнгө көрсөк заманында кеше күп яҡтан үҫешергә тейеш. Арып киткән йәки күңел ҡырыл­ған ваҡытта бөтәһен дә ташлап сығып китке килә. Әммә әҙ генә ял итеп алһам, барлыҡ күңелһеҙ хәлдәр онотола, ҡабаттан ең һыҙғанып эшкә тотонам. Икен­сенән, минең ҡул аҫтында өс тиҫтәгә яҡын кеше эшләй. Уларҙың яҙмышы өсөн яуаплы икәнемде аңлайым. Шуға күрә, эште башлағас, туҡтарға, ташларға хаҡым юҡ.
– Сәнғәттә үҙ урынығыҙҙы табырға, баш ҡаланы яуларға үҙегеҙҙә булған ниндәй сифат ярҙам итте?
– Тырышлыҡ, уңғанлыҡ һәм эшһөйәрлек. Мин күп балалы ғаиләлә эш менән тәрбиәләнеп үҫтем һәм эштән оялмайым, ҡурҡмайым. Беҙҙең театр беренселәрҙән булып баш ҡалала урам театры булараҡ сығыш яһап йөрөнө. Ҡасандыр артистар араһынан тәүгеләрҙән булып тамада, табындар, байрамдар ойоштороусы сифатында эш башланым. Кемдәндер нимәлер көтөп ултырыр мәлдәр үтте, һәр кем үҙ тамағын үҙе туйҙыра белергә тейеш. Урлашмайым, хәләл көсөмдө, талантымды түгеп эшләйем. Ә тырышҡан кеше моратына барыбер ирешә.

– Һеҙгә айына нисә тапҡыр сығыш яһарға тура килә?
– Ай һайын бер нисә концерт, аҙна һайын, хатта ҡайһы саҡта аҙнаһына ике тапҡыр ғаилә байрамдарында йырларға саҡыралар. Төрлө авторҙарҙың ижад кисәләрендә лә ҡатнашам. Хәйриә концерттарын да (Иҙрис Кәлимуллин балалар йорттары, инвалидтар ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй – авт.) иҫәпкә алғанда, аҙнаһына 2 – 3 тапҡыр, тип ҡурҡмайынса әйтә алам.

– Тамашасылар һеҙҙе йырсы булараҡ белә, ә һеҙ һөнәрегеҙ буйынса – театр артисы. Сәнғәт институтының театр факультетына нисек барып эләктегеҙ?
– Мәктәпте тамамлаған йылда ауыл хужалығы институтында урман эше буйынса белгестәр әҙерләүсе яңы бүлек асылды. Күңел бер аҙ шул яҡҡа ла тартыла биреп ҡуйҙы. Әммә мине уҡытыусыларым да, туғандарым да сәхнә кешеһе итеп күрергә теләне. Үҙем дә йыр яратҡас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегенә документтарымды тапшырҙым. Тик музыкаль белемем булмағас, ике йыл әҙерлек курсында уҡырға тәҡдим иттеләр. Миңә ул мәлдә, уҡырға инде, тигән һүҙ мөһим ине, шуға күрә ошо уҡ уҡыу йортоноң театр бүлегендә үҙ көсөмдө һынар­ға булдым. Уйламаҫтан ғына уҡыр­ға инеп киттем.
Йәш тамашасылар театры өсөн әҙерләнгән махсус курста уҡыным. Актер булып оҙаҡ эшләргә тура килмәне, әммә әҙ генә эшләү дәүерендә лә төрлө характерҙағы ролдәрҙе башҡарып өлгөрҙөм. Республикала беренсе булып “Мөхәббәт һәм нәфрәт” рок-операһын сәхнәләштерҙек, был заманында ҙур яңылыҡ булды.

– Ҡатынығыҙ Гүзәл ханым менән ҡайҙа, нисек таныштығыҙ?
– Кишер баҫыуында. Беҙҙе, студенттарҙы, ниндәйҙер колхозға ярҙамға тип, йәшелсә йыйырға ебәрҙеләр. Өҫтөбөҙҙә алама кейем, бит-ҡул бысраҡ. Егеттәр тоҡ ташый, ә ҡыҙҙар кишер сүпләй. Башҡалар йыш-ҡыш туҡтап һөйләшә, көлә, шаярып та китә, ә бер ҡыҙ шым ғына эшләп тик йөрөй. Мин уға тап ошо холҡо өсөн иғтибар иттем. Тыйнаҡ та, серле лә. Эш тамамланып, уҡыу башланғас, икебеҙҙең дә бер уҡыу йортонда белем алыуыбыҙ асыҡланды. Өс йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнештек. Аллаға шөкөр, матур йәшәнек, бер-беребеҙгә терәк булып утты-һыуҙы үттек. Өс ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Олоһо Дианаға – 25, уртансыһы Камилаға – 15, ә кескәй Мәҙинәгә ике йәш.

– Уларҙың сәнғәт юлынан китергә теләге юҡмы?
– Бәләкәйҙәрен әлегә белмәйем, ә Диананың теләге бар ине. Мәктәпте тамамлағас, мин тамамлаған Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инде. Бәхеткә күрә, ул үҙенең хыялынан баш тартып, икенсе юлдан китте. Бәхеткә күрә, тип әйтәм, сөнки ул күңеле менән нескә, йомшаҡ кеше. Ә театр донъяһы бик ҡатмарлы, унда хатта ки бүре закондары хөкөм һөрә. Стрестарҙы күтәрә алмаҫ ине. Икенсе уҡыу йортон тамамланы, әлеге ваҡытта һөнәре буйынса эшләп йөрөй.

– Ә һеҙ үҙегеҙ театрҙан ошо ауырлыҡтар булғанға киттегеҙме? Һеҙгә лә стресс кисерергә тура килдеме?
– Мин ирек эҙләп киттем. Бер генә ҡалыпҡа һыймай башлағас, үҙаллы эшләргә теләк тыуҙы. Театрҙан китеү, бәлки, көсһөҙлөктөр, әммә китеп тә, юғалып ҡалмайынса, сәхнәлә, сәнғәттә үҙ урыныңды табыу – оло хеҙмәт һәм батырлыҡ. Бер нәмәне асыҡ әйтә алам: театр­ҙа ҡалған булһам, йырсы булараҡ танылыу яулай алмаҫ инем.

– Дингә ҡарашығыҙ нисек?
– Беҙ дини ғаиләлә тәрбиәләндек. Әсәйемдең атаһы Малик ҡартатайым указлы мулла булды. Ә ышаныуға килгәндә, Аллаһы Тәғәләнең барлығына инанам, ышанам. Мосолман дине таҙалыҡҡа, тәртипкә, изгелеккә өндәй. Төрки халыҡтарҙы динебеҙ берләштерә, беҙҙең асылыбыҙ бер.

– 50 йәшлек алтын юбилейығыҙҙы ниндәй тойғолар менән ҡаршы алаһығыҙ, ниндәйҙер байрам сараһы буламы?
– Тыуған көндәр килә тора, үтеп китә тора, үҙемдең йәшемә әллә ни иғтибар бирмәйем. Быға тиклем нисек булдым – шулай ҡалырмын тип уйлайым. Ҡартлыҡ тураһында уйлағаным юҡ, яңы йырҙар, яңы тамашалар менән янып йәшәйем. Байрам сараһына килгәндә, 11 апрелдә Өфө “Нур” татар дәүләт театры сәхнәһендә алтын юбилейыма арналған тамаша буласаҡ. Нисек булырын әлегә әйтмәй торам, әммә минең тарафтан көтөлмәгән яңылыҡтар, сюрприздар күп буласаҡ. Ижа­дымды үҙ итеүсе тамашасылар­ҙы көтөп ҡалам.

Гөлнур ҠЫУАТОВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы