RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ил өҫтөндә балҡып янған яҡты ҡояшһығыҙ, айһығыҙ…

03.04.2015 Ил өҫтөндә балҡып янған яҡты ҡояшһығыҙ, айһығыҙ…

Учалы районының Юлдаш ауылындағы «Ағинәйҙәр» ойошмаһына йөрөүселәрҙең барыһы ла күркәм сифаттарға эйә.

Ил өҫтөндә балҡып янған  яҡты ҡояшһығыҙ, айһығыҙ…Әбйәлилгә барған һайын, ошо төбәктең әүҙем, дәртле, егәрле ағинәйҙәренә һоҡланып та, саҡ ҡына көнләшеп тә ҡайтыла торғайны. Баҡтиһәң, үҙебеҙҙең Учалыла ла шундай хайран ҡалырлыҡ ағинәйҙәребеҙ бар – ҡалаға яҡын ғына ятҡан Юлдаш (Аҡҡужа) ауылында «Ағинәйҙәр» ойошмаһы гөрләп эшләй. Әлфиә Абдуллина етәкләгән ойошмала ун алты кеше иҫәпләнә.

– «Ағинәйҙәр»ҙе былтыр ғына ойошторҙоҡ, бишенсе февралдә, – тип асыҡлап китте Әлфиә Борхан ҡыҙы. – Арабыҙҙа пенсионер­ҙар ҙа (иң оло ағинәйебеҙ 84 йәштә), эшләп йөрөүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Ғалиба Нуретдинова, Зифа Абдуллина ҡалаға йөрөп эшләй, Фирүзә Баҡыева ауылда почта тарата. Бөтә ағинәйҙәребеҙ ҙә һәр йәһәттән барыһына ла өлгө итеп ҡуйырлыҡ күркәм сифаттарға эйә. Тулы, мул тормошта йәшәйҙәр: күпләп мал-тыуар аҫрап, ихата эсен тултырып ҡош-ҡорт үҫтерәләр, балаларына ярҙам итәләр, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашалар, йәмәғәт эштәренә лә ваҡыт табалар.

Ойошма етәксеһенең генә ғаиләһен алғанда ла, аҡҡужаларҙың өлгөрлөгөнә иҫең китер: Абдуллиндар йыл да йөҙ баш ҡаҙ үҫтереп, дүрт һыйыр һауып, күп кенә кәзә-һарыҡ үрсетеп, биш-алты ат тотоп йәшәй. Ләкин шәхси хужалыҡтағы мәшәҡәттәр Әлфиә апайға ойошманың эшен йәнле итеп алып барыуға бер ҙә ҡамасауламай.

Ойошҡас та, ағинәйҙәр үҙҙәренә милли күлдәктәр, баш кейемдәре тегеп кейеп ҡыуанған, Әүлиә шишмәһенә күмәкләп сәйәхәт ҡылып хушланғандар. Кеше менән түгел, ҡул эше менән булышыуҙы һайлап, донъя көтөү серҙәре менән бүлешеүҙе кәрәк тип табып, ысын мәғәнәһендә эшлекле йыйылыштарҙы яҡшы ғәҙәткә әйләндергәндәр – «Ҡәйнәләр һәм килендәр» клубын асҡандар. Ҡайһы берәүҙәр, мин белгәнде башҡалар белеп ҡалмаһын, тип оҫталыҡ серҙәрен ете бик аҫтында тоторға тырыша, ә киң күңелле Аҡҡужа ағинәйҙәре «Оҫталыҡ дәресе» үткәрергә лә өлгөргән – район күләмендә кейеҙ баҫыу йолаһын күрһәткәндәр. Тирә-яҡты таҙалыҡта тотоу, ғаиләләрҙең рухи нигеҙҙәрен һаҡлау бурыстарын да үҙ индәренә йөкмәгән был гүзәл заттар. Башҡарылған иң оло эштәренең береһе – ауыл зыяратын ипкә килтереү. «Тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, ваҡыт етмәүенә һылтанып, йыш ҡына мәңгелек йортҡа күскән яҡындарыбыҙҙы онотоп ебәрәбеҙ. Ә бит улар өсөн аят уҡытыу, ҡәбер­ҙәрен тәртиптә тотоу – беҙҙең бурыс», – тип, ағинәйҙәр зыяраттың селтәрле ҡоймаһын, бағаналарын буяу буйынса өмә ойошторғас, был изге ғәмәлдән ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалмаған (буяу кәрәк-яраҡтары менән ауыл хакимиәте тәьмин иткән).


– Ғүмерҙәрен колхозға бағышлаған элекке һауынсы, быҙау ҡараусы апайҙар­ҙың, пенсионер уҡытыу­сы, һатыусы һәм башҡа һөнәр эйәләренең иғтибарҙан ситтә ҡалыу­ы күптән күңелгә тынғы бирмәй ине. Шуға күрә былтыр тәүәккәлләнек тә, ауылыбыҙҙы күтәргән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы тәбрикләп, ауыл мәҙәниәт йортонда «Бөтә йөрәктән» тигән сара үткәрҙек, – ти Әлфиә Борхан ҡыҙы. – Өлөштәренә иң ауыр замандар төшкән 1922 –1939 йылғыларҙан 50 кеше бар ине, шуларҙың 27-һе кисәлә ҡатнашыу форсатын тапты. Һәр саҡырылған ҡунаҡтың яҙмышы – китап итеп яҙырлыҡ. Үҙҙәрен һис йәлләмәй илебеҙгә тоғро хеҙмәт иткән улар.


Шулай уҡ «Бөтә йөрәктән» исемле кисәләр ҙә ауылды берләштергән бер сара булып, ағинәйҙәрҙең матур эштәре исемлеген байытҡан.
– Ғүмерҙәрен колхозға бағышлаған элекке һауынсы, быҙау ҡараусы апайҙарҙың, пенсионер уҡытыу­сы, һатыусы һәм башҡа һөнәр эйәләренең иғтибарҙан ситтә ҡалыу­ы күптән күңелгә тынғы бирмәй ине. Шуға күрә былтыр тәүәккәлләнек тә, ауылыбыҙҙы күтәргән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы тәбрикләп, ауыл мәҙәниәт йортонда «Бөтә йөрәктән» тигән сара үткәрҙек, – ти Әлфиә Борхан ҡыҙы. – Өлөштәренә иң ауыр замандар төшкән 1922 –1939 йылғыларҙан 50 кеше бар ине, шулар­ҙың 27-һе кисәлә ҡатнашыу форсатын тапты. Һәр саҡырылған ҡунаҡтың яҙмышы – китап итеп яҙырлыҡ. Үҙҙәрен һис йәлләмәй илебеҙгә тоғро хеҙмәт иткән улар. Мәҫәлән, 85 йәшлек Хәтижә Нуретдинова 36 йыл быҙау ҡараған, 81 йәшлек Ғәлиә Шарапова ғүмер буйы тормош иптәше менән колхоз умарталығында тир түккән…
«Йәшлек»те ҡалдырмай алдырып уҡыған 75 йәшлек Зәйтүнә Хәкимйәнова иһә йәш саҡтан һыйыр һауып, 38 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға. Юғары күрһәткестәргә өлгәшкән һауынсының исеме гел маҡтаулылар рәтендә яңғырай. Ире Ғәлиулла менән дүрт бала үҫтерәләр, ун ейәне, ике бүләһе бар уларҙың. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле булһа дәртләнеп донъя көтәләр!
Бала саҡтан ыҙаны күп күргән Сафия Байрамғолова ла тиңдәштәре кеүек йәшләй эшкә егелеп, колхоз ҡайҙа ҡуша, шунда ең һыҙғанып эшләгән. Ул ире Ғилман менән өс ҡыҙ үҫтергән. Бөгөн Сафия Әхтәм ҡыҙы балаларына терәк булып, ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәй – бала сағы ауыр булһа ла, ҡартлығы бәхетле.

Быйылғы кисә түрендә булған 1940 – 1950 йылғылар – нужа һурпаһын етерлек һемергән быуын вәкилдәре. Әйтәйек, «Йәшлек» гәзитен электән яратып уҡыған дуҫыбыҙ Нурия Ибәтуллина, атай­һыҙ үҫеп, донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татырға тура килде, ти: «Атайыбыҙ Ғәлиулла Ғөбәйҙуллин һуғыш яраларынан мандый алмай, гүргә инеп киткәндә, миңә ни бары биш кенә йәш ине. Һигеҙенсе синыфты күрше Ҡунаҡбай ауылында тамамланым. Артабан уҡып, һөнәр алырға мөмкинлек булманы. Фермаға һыйыр һауырға барҙым». Шулай итеп, Нурия Ғәлиулла ҡыҙы ун алты йәшенән пенсияға сыҡҡансы «Яйыҡ» колхозында малсылыҡта ал-ял белмәй эшләй. Ауыл егете Рәшит менән сәсте-сәскә бәйләп, бер ул, өс ҡыҙ үҫтерәләр. Әлеге ваҡытта алты ейәнсәргә, бер ейәнгә ҡәҙерле өләсәй ул.
Бәләкәйҙән белемгә ынтылған Нәзирә Мөхәммәтова, үҙенең хыялын тормошҡа ашырып, Белорет педагогия училищеһын тамамлай, уҡытыусы һөнәрен ала. Шул һөнәргә тоғро ҡалып, Юлдаш (Аҡҡужа) мәктәбендә балалар уҡытҡан Нәзирә Хәмзә ҡыҙы 2001 йылда «Башҡортостан Республи­каһының мәғариф алдынғыһы» исеменә лайыҡ була.

Әйткәндәй, ҡырҡ бер йыл балалар күңеленә аң-белем нуры сәскән, ҡартайыуҙы белмәй, һаман йәмәғәт эшендә ҡайнаған «Ағинәйҙәр»ҙең етәксеһе Әлфиә Абдуллина ла – республикабыҙҙың мәғариф алдынғыһы, юғары категориялы уҡытыусы. Ире Зәки Хәйбулла улы менән улар шул тиклем пар килгән – икеһе лә маҡтап бөткөһөҙ шәп, баҫҡан ерендә йоҡлаған ҡайһы бер йәштәреңә биргеһеҙҙәр!

Әлфиә Борхан ҡыҙы менән иңде-иңгә терәп эшләгән иң әүҙем ағинәй­ҙәрҙең береһе Мәрйәм Камашева ла – уҡытыусы. Мәктәп директоры вазифаһын да яуаплы башҡарған, район советы депутаты эшенә лә намыҫлы ҡараған хеҙмәт ветераны – алты бала әсәһе! Мәрйәм менән Нуретдин Камашевтарҙың алты балаһы ла юғары белемле, ата-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур йәшәйҙәр.
Ғөмүмән, кисәлә телгә алынған ҡырҡ өс ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһе юғары әхлаҡи сифаттарға эйә, тик маҡтауға лайыҡ шәхес. Улар араһында аҙып-туҙып, ирҙән иргә йөрөгәндәр, эскеселәр, ғәйбәтселәр юҡ. Барыһы ла йәштән бар көсөн һалып эшләргә ынтылған, ғаиләм, балаларым, тип йән атҡан. Һәм һаманғаса улар тырышлыҡты, тоғролоҡто, намыҫты иң алға ҡуйып йәшәй. Ошо гүзәл кешеләр араһында ултырып, Ирек һәм Ләйсән Нуретдиновтар, Хәлим һәм Айҙар Ғәй­фуллиндар, Гөлизә Фәхрис­ламова, Ғалиба Нуретдинова, Фирүзә Баҡыева, Әнисә Байе­гетова, Гөлсирә Ситдиҡова, Әҙилә Хә­кимова, Азалия һәм Руслан Вәлиәх­мәтовтар ҡатнашлығындағы концертты ҡарауы оло кинәнес ине. Иҫкәрмәҫтән, Ә. Насибул­линдың шиғыр юлдары иҫкә төштө (мәктәптә уҡығанда Әсәйҙәр көнөнә арналған әҙәби-музыкаль монтажға ятланғайны, буғай):
Ҡайһы берҙәрегеҙ – Терешкова,
Банат апай һеҙҙең ҡайһығыҙ.
Һеҙ бит ил өҫтөндә балҡып янған
Яҡты ҡояшһығыҙ, айһығыҙ…
Ә иң ҡыуаныслыһы шунда – ғорурланырлыҡ ҡояш-айҙарыбыҙ һәр ауылда, һәр ҡалала бар. Улар – беҙҙең арала. Тик аҡҡужалар кеүек ҡәҙерҙәрен беләйек, тәбрикләйек, ҙурлайыҡ. Онотмайыҡ үҙҙәрен.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы