RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бүләк итә Роза йырҙарын

20.03.2015 Бүләк итә Роза йырҙарын

Бүләк итә  Роза йырҙарынБашҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова – моңло тауышы менән дан ҡаҙанған шәхес. “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл”, “Аҡсарлаҡ” кеүек йырҙар тап уның башҡарыуында алтын фондҡа индерелгән, үҙ тыңлаусыһын тапҡан. 28 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәре Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында билдәле йырсы үҙенең ижад кисәһен үткәрә. Ошо ҙур ваҡиға алдынан йырсының үҙе менән осрашып һөйләштек.

– Тамашасыларҙы ижад кисәгеҙҙә ниндәй яңылыҡтар көтә? Ниндәй йырҙар яңғыраясаҡ, кемдәр ҡатнашасаҡ?

– Филармониябыҙҙа күп йылдар буйы башҡорт сәнғәтенә хеҙмәт иткән Филүс Гәрәев, Бәхти Ғайсин кеүек мәшһүр шәхестәрҙең ижадына арналған “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” тип аталған концерттар циклы ҡуйылып килә. Һәм бына сират миңә лә килеп етте. Аллаға шөкөр, иҫәнлектә-һаулыҡта, үҙемдең ҙур концерт программаһын эшләп, тыңлаусыларыма йырҙарымды бүләк итеү мөмкинлеген күрергә насип булды.
Ысынлап та, тамашасы концерттарымда минән һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ, асыш, йыр-моң өмөт итә. Хәҙер Заһир Исмәғилев, Рафиҡ Сәлмәнов, Рим Хәсәнов, Абдулла Хәлфетдинов кеүек классик башҡорт композиторҙарының йырҙарын башҡарыусылар һирәгәйҙе. Был концертты ретро-концерт тип атарға була. Унда мотлаҡ рәүештә бик күп йылдар элек сыҡҡан һәм һаман да яратып башҡарған “Аҡ сирендәр”, “Ромашкалар”, “Алтын балдаҡ” кеүек йырҙар яңғыраясаҡ. Хатта филармонияла эшләй башлаған саҡта башҡарған иң тәүге йырымды ла яңынан эшкәртеп, ҡабат сәхнәгә сығарырға әҙерләнәм. Алдан һанап үткән шәхестәребеҙҙең дә әҫәрҙәре, шулай уҡ быға тиклем яңғырамаған яңы йырҙар ҙа буласаҡ.
Концертта һәр ваҡыт янымда булған изге күңелле кешеләр – ижадташ дуҫтарым ҡатнаша. Йырсылар Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Филүс Ҡасимов, музыканттар Редик Фәсхетдинов, Илшат Яхин, “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” эстрада төркөмө, ғаиләләре менән Ҡудашевтар, Тимербаевтар килә. Репертуарымдың яртыһын тиерлек Нурия Абдуллинаның йырҙары тәшкил итә. Күңелемдә булған барлыҡ рәхмәт һүҙҙәремде еткерер өсөн уны ла саҡырҙым. Концерттың сценарийы авторы һәм режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Итбаев, алып барыу­сыһы – Наил Юнысов.

– Заманында бик популяр булған, улығыҙ Руслан етәкләгән “Любизар” төркөмө ҡатнашасаҡмы? Уларҙың сәхнәнән юғалыуына күптәр көйөнә…
– Алла бирһә, эштәренән ҡаршылыҡһыҙ ғына китә алһалар, тулы состав менән сәхнәгә сығырҙарына өмөт бар. Руслан уҡып йөрөгән сағында дуҫтары менән ошо төркөмдө ойоштороп, төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашып, хатта бер ни тиклем билдәлелек тә яулағайнылар. Тик хәҙер, һөнәрҙәре сәнғәттән алыҫ булыу сәбәпле, сәхнәгә сығырға ваҡыт еткерә алмайҙар. Мин быға үкенмәйем, сөнки артист тормошоноң барлыҡ ауырлыҡтарын белгәнгә күрә балаларымдың, ейәндәремдең сәнғәт юлынан китеүен теләмәйем.
Ә концертта ейәндәрем – 6 һәм 11 йәшлек Баязит менән Батырхан ҡатнашасаҡ. Таланттары бар. Уларҙың йыр-моңдо яратыуына шатланып, башҡорт телендә матур, иркен итеп һөйләшә белеүенә ғорурланып бөтә алмайым.

– Талантлы йырсылар күп, әммә “йондоҙ” булып яныусылар һирәк. Был күренешкә, тәжрибәле башҡарыусы булараҡ, нисек аңлатма бирә алаһығыҙ?
– Таланттар, әлбиттә, күп, әммә уның янына ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, үҙһүҙлелек, хатта бер ни тиклем уҫаллыҡ та кәрәк. Үҙ-үҙеңде яҡлай алмаһаң, күтәрелгән бейеклегеңдән дә төртөп төшөрөүҙәре бар. Һәм, сәхнәне тормошоң тип һайлаған­һың икән, беренсе булыр өсөн тырышыу мөһим. Ҡайҙалыр, кемдеңдер артында йөрөп, “йондоҙ” булыу мөмкин түгел.
Йырсылар өсөн репертуар һайлай белеү ҙә ҙур роль уйнай. Ни етте йырҙар башҡарып, халыҡ һөйөүен яулап булмай. Йырҙарымды һәр ваҡыт йөрәгем, күңелем аша үткәреп башҡарам. Күңел ҡылдарын сиртмәй икән, уларҙы йырлауҙан баш тартам. Үҙеңде тетрәндермәгән йырҙы халыҡты тетрәндерерлек итеп йырлау мөмкин түгел.

– Һеҙҙең быуын, хәҙерге артистарҙан айырмалы рәүештә, үҙҙәренең сығыштары, тере йырлауҙары менән билдәлелек яулаған. Интернет киңлектәре лә булмаған, хатта радио менән телевидение ла тәүлек әйләнәһенә башҡорт телендә һөйләп тормаған. Оҙайлы гастролдәр, халыҡ менән аралашыу һағындырамы?
– Филармонияла эшләү дәүерендә Рәсәйҙең бик күп төбәгендә сығыш яһап өлгөрҙөм. Ә Башҡортостан тураһында әйтеп тә тораһы юҡ. Гастролдәрҙә айҙар дауамында көнөнә 3 – 4 концерт ҡуя торғайныҡ. Юл йөрөүгә ашҡынып тормаһам да, шығырым тулы залдарҙы, ихлас тамашасыларымды һағынам. Хәҙерге ярым буш залдарҙы күреп, халҡымдың киләсәге өсөн борсолам. Йырҙар тыңламайынса, тамашалар ҡарамайынса рухлы, белемле булып булмай, милли үҙаң үҫешмәй. Айырыуса ҡала мөхитендә башҡорт һүҙен ишеттерер, йырын тыңлатыр өсөн генә лә балаларыңды концерттарға, спектаклдәргә йөрөтөргә кәрәк. Радио йәки интернет аша тыңлап, телевизорҙан ҡарап ҡына моңдо аңлап булмай, тере аралашыу мөһим. Мин шул тере аралашыу булған заманда йәшәүем менән бәхетлемен. Тыңлаусыларымдың тын алышынан, ҡарашынан йырҙың нисек тәьҫир иткәнен тоя торғайным. Ошондай аралашыуҙарҙы һағын­ған, йырҙарымды үҙ итеүсе тамашасыларымды 28 мартта концертымда көтөп ҡалам.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы