14.03.2015 “Хистәрҙән шоу яһарға кәрәкмәй”
Бар донъяға ҡысҡырып йәки күрһәтеп кенә яратыу тойғолары сағыуланмай, тип иҫәпләй йәш артистар Нәркәс һәм Мирас Йомағужиндар.
Салауат башҡорт дәүләт драма театры актерҙары Нәркәс һәм Мирас Йомағужиндарҙың ғаилә тормошон тын күлдә йөҙгән кәмәгә оҡшатырға мөмкин. Һәр ваҡыт иренә ышаныслы терәк булырға ынтылған сабыр хужабикә лә, тәүәккәл, һәр нәмәгә айыҡ аҡыл менән ҡараған ғаилә башлығы ла тормош юлдарынан бәрелмәй-һуғылмай ғына, һәлмәк итеп үтергә тырыша.
– Мирас – тормошта реалист, ниндәйҙер ҙур, көтөлмәгән ҡылыҡтар эшләп бармай. Һәм тап ошо холҡо менән дә ышаныслы тормош иптәше булып тора. Уның янында үҙемде һәм балаларымды яҡлаулы, ҡараулы тип хис итәм. Ижад кешеләренә хас булған романтик хыялдар менән йәшәмәй, – ти Нәркәс ире тураһында.
– Күңелемдәге хистәремдән, ҡатынымды, балаларымды яратыуымдан шоу, тамаша яһарға яратмайым. Икәүҙән-икәү ҡалған саҡта, әлбиттә, яратыуымды мотлаҡ әйтеп торам. Хистәремде эш менән иҫбатларға тырышам. Ғаилә тормошо, мөхәббәт хистәре тик беҙҙең икебеҙҙеке генә булып ҡалыуын теләйем. Бар донъяға ҡысҡырып йәки күрһәтеп кенә яратыу тойғолары сағыуланмай. Атай-әсәйемдән, ҡәйнәм менән ҡайнымдан үрнәк алам. Улар тәү ҡарашҡа ябай ғына ғаилә, әммә бер-береһен ярты һүҙҙән, хатта күҙ ҡарашынан аңлап торалар. Ҡатыным менән улар кеүек матур итеп йәшәгем килә, – тип хыялдары менә бүлешә ғаилә башлығы.
Был парҙың һөйөү тарихы ла үҙенсәлекле. Күптәргә хас булғанса, улар бер-береһенә тәү ҡараштан ғашиҡ булмай. Дуҫлыҡ хистәре йылдар үтеү менән генә яратыуға әйләнә. Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында тыуып үҫкән Нәркәс бала сағынан табип булырға хыяллана. 10-сы класта уҡығанда ҡапыл күңеле сәнғәткә тартыла башлай. Үҙ-үҙенә артыҡ ышанмайынса ғына, йылдар үткәс: “Их, шул ваҡытта имтихандар биреп ҡараманым бит!” – тип үкенеп ултырмаҫ өсөн генә Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетына документтарын тапшыра. Мирас та, яҡын дуҫтарының кәңәшен тотоп, ошо уҡ уҡыу йортона имтихандар бирмәксе була:
– Бер ваҡытта ла, актер булам, тип хыялланып йөрөмәнем. Мәләүез ҡалаһында урта мәктәпте тамамлағас, һөнәрселек лицейында электрикка уҡыным. Өфөгә барыуҙы шаярыу кеүек кенә ҡабул иткәйнем, уҡырға ингәндәр исемлегендә фамилиямды күреп, ғәжәпләнеп киттем. Дуҫтарым, күрәһең, һәләтем, талантым барлығына үҙемдән дә нығыраҡ ышанғандыр. Нәркәс менән шул ваҡытта танышҡайныҡ. Дүрт йыл буйы бергәләшеп Салауат башҡорт дәүләт драма театры өсөн йыйылған махсус курста, Әхтәм Әбүшаһманов класында уҡыныҡ. Бер-беребеҙҙең шәхси тормошо менән әллә ни артыҡ ҡыҙыҡһынманыҡ, бары курсташтар булараҡ, дуҫтарса аралаштыҡ. Уҡыуҙы тамамлап, театрҙа эш башлағас ҡына уға нисектер икенсе күҙлектән ҡарай башланым. Сит ҡала, туғандар ҙа, таныштар ҙа юҡ. Әллә шул ваҡыттағы яңғыҙлыҡ тойғоһо беҙҙе берләштерҙеме, белмәйем, Нәркәс менән бер-беребеҙҙе яҡын күреп, дуҫлашып киттек.
Ярты йыл үтеүгә йәштәр ошо уҡ театрҙа эш башлаған курсташтары Рафаэль Ғәйнуллин менән Рәмзиә Мәҡсүтованың туйына шаһиттар булып бара. Нәркәс менән Мирас та оҙаҡҡа һуҙмай, өйләнешергә ҡарар итә. Бөгөн инде улар ике ҡыҙ – Таңсулпан менән Алтынайҙы үҫтерә.
– Бөгөнгө замандың ҙур проблемаһын – торлаҡ мәсьәләһен нисек хәл иттегеҙ?
Мирас:
– Ғаиләнең матди хәле ир иңендә икәнен аңлайым. Эш хаҡы етмәй башлағас, театрҙан китергә ҡарар иттем. Йәшерен-батырыны юҡ: мәҙәниәт өлкәһендә быға тиклем эш хаҡы әҙәм ышанмаҫлыҡ әҙ ине. Тәүге һөнәремде иҫкә төшөрөп, Себер тарафтарына сығып киттем. Тик оҙаҡ йөрөргә тура килмәне, сөнки икенсе бала тыуыр көндәр еткәйне, Нәркәскә ауыр булыр тип, ҡайттым. Атайым менән шәхси эш асып ебәрҙек. Ул ремонт эштәрен дә өйрәтте. Үкенмәйем, сөнки бөгөн бар эштең дә нескәлектәрен беләм. Әммә, бала саҡтан актер булырға хыялланып, янып йөрөмәһәм дә, дүрт йыл буйы белем алып, аҙаҡ эшләп, ҙур һөйөү барлыҡҡа килгән икән. Ике йыл ситтә йөрөнөм дә, үҙ театрыма ҡайтырға булдым. Беҙгә дөйөм ятаҡтан бүлмә биреп, театр етәкселеге һәм ҡала хакимиәте ҙур ярҙам күрһәткәйне, былтыр шул бүлмәне һатып, “әсәлек капиталы”н ҡушып, ипотекаға фатир алыу бәхетенә ирештек. Әлбиттә, атай-әсәйҙәрҙең дә ярҙамы ҙур булды.
Әйткәндәй, Мирас – тамырҙары менән Күгәрсен районының Бикес ауылынан, уға биш йәш булғанда ата-әсәһе Мәләүез ҡалаһына күсә. Ошо ҡалала үҫеп, белем алыуына ҡарамаҫтан, ул үҙен Күгәрсендеке тип иҫәпләй. Ҡартәсәһе, туғандары янына ашҡынып ҡайта. Баймаҡ яҡтарына ла юлды һыуытмайҙар.
Йомағужиндарҙың бергә уйнауын Островскийҙың “Һуңлаған мөхәббәт” (Николай һәм Людмила) һәм “Риүәйәт” (Ихтыяр менән Наҙлыгөл) спектаклендә ҡарарға була.
– Ниңәлер беҙгә партнер булараҡ уйнарға ролдәр һирәк бирелә. Әммә киләсәктә бергәләп яңы образдар тыуҙырырбыҙ тигән ышаныстабыҙ.
– Ирең менән бергә эшләү еңелме? Йә, киреһенсә, ауырлыҡ килтерәме?
Нәркәс:
– Мирас менән бергә эшләүемә ҡыуанам. Сөнки эштәге проблемаларымды унан да һәйбәт аңлаған кеше юҡ. Әгәр ирем башҡа һөнәр кешеһе булһа, актер булыуҙың үҙенсәлектәрен аңламаҫ ине.
Мирас:
– Ә миңә, ҡатыным менән бер эштә эшләмәһәм, өйҙә һөйләшергә уртаҡ һүҙҙәр ҙә булмаҫ кеүек тойола. Күп осраҡта театрҙа булған хәлдәрҙе, режиссерҙың кәңәштәрен өйгә ҡайтҡас, тыныс мөхиттә икәүләшеп тағы ла бер һөйләшеп, һығымталар яһап ҡуябыҙ. Репетиция мәлендә килеп сыҡмаған хәрәкәттәрҙе шымартабыҙ. Икәү бергә өйҙән сығып китеп, бергә ҡайтып инеү ҙә күңелгә рәхәтлек тойғолары бирә. Икебеҙ ҙә театрҙа эшләүҙең бер генә ҡыйынлығын беләм: балалар бәләкәй саҡта спектаклдәр, гастролдәр ваҡытында кемгә ҡалдырырға белмәй яфаландыҡ. Сөнки Салауатта беҙҙең бер генә туған да, хеҙмәттәштәрҙән тыш таныштар ҙа юҡ ине. Ярай Мәләүез яҡын, күп осраҡта атай менән әсәй балалар менән ултырырға мөмкинлек таба ине. Хәҙер өйҙә икәүһе генә лә ҡала башланы.
– Күңелле студент йылдары үткән Өфө ҡалаһы һағындырамы?
Нәркәс:
– Тәүге айҙарҙа һағынып илап ултырған ваҡыттар булды. Ярай әле курсташтар бергәләп килеп эш башланыҡ, юғиһә бөтөнләй ҡыйын булыр ине. Улар менән аралашып, ҡатышып, дуҫ, татыу йәшәй башланыҡ. Яңғыҙым ғына килгән булһам, бәлки, был ҡалала оҙаҡ тормаҫ инем. Хәҙер, әлбиттә, юл төшкәндә Өфөгә барабыҙ, премьералар ҡарайбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ менән осрашабыҙ. Тик Салауатты һағынып ҡайтып китәбеҙ.
Мирас:
– Беҙҙең театрҙа ҡыҙыҡ хәл булғайны. Өфөнән бер егет йомала килеп эшкә урынлашты. Дүшәмбе театрға килде лә: “Салауатта күңелһеҙ, ҡайтам”, – тип эштән китергә ғариза яҙҙы. Шуның кеүек, кемдер өсөн бында күңелһеҙҙер, ә миңә был ҡала тыныс булыуы менән күңелемә яҡын.
Йомағужиндар ғаиләһенә һоҡланмайынса ҡарау мөмкин түгел. Аҙ ғына ваҡүыт аралашҡанда ла уларҙың бер-береһенә булған ихтирамы күҙгә салына. Нәркәс, әҙәпле башҡорт ҡатындарына хас булғанса, Мирастың һәр һүҙенә иғтибарлы. Ә ғаилә башлығы тәү сиратта ҡатынының фекерҙәренә ҡолаҡ һалып эш итә. Матур ғаилә – ил күрке, тигәндәй, уларҙың ғаиләһе менән хеҙмәттәштәре лә һоҡлана, уларҙы үрнәк итеп ҡуя.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»