27.02.2015 Сәхнәлә – Учалылар
Яҙҙың тәүге тамсылары тамып торғанда, баш ҡала тамашасыһына бүләк эшләмәксе булып, Учалы яҡтарынан матур концерт “ылауы” юлға сыға.
Учалы муниципаль филармонияһы артистары “Тыуған ерем – изге бишегем” тигән программаһы менән Өфөлә йәшәүсе яҡташтарын ҡыуандырмаҡсы. Улай ғына ла түгел, “Килегеҙ, күрегеҙ, ситтә ятып ҡалмағыҙ!” тигән шаян саҡырыу барыһына ла ҡағыла.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залы, моғайын, 13 мартта, йомала, шаулап-гөрләп торор. Кем әйтмешләй, учалылар йыр-моңға бай ул!
Республика тамашасыһына таныш ижадсылар киләме, тип тә һорар берәү. Илдар Жамаловты күптәр яратып тыңлай, “Уралтау” бейеүселәрен дә һоҡланып ҡарайҙар. Бынан тыш, “Башҡорт йыры” конкурсында ҡатнашҡан йырсылар ҙа бар. Ысынлап та, барайыҡ, күрәйек, йәмәғәт.
А. АҠБУЛАТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»