20.02.2015 Күңеленән урғыла моң , халыҡсан моң
Район мәҙәниәт һарайы тамаша залының шығырым тулған сағы бик һирәк була. Һуңғы йылдарҙа Красноусолда йәшәүсе халыҡ концерттарға бик йөрөп бармай. Ә бына билдәле композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Ғимраниҙың үҙенең юбилейы алдынан ижадташ дуҫтарын йыясағы хаҡында ишеткәс, район үҙәге халҡы ғына түгел, төрлө ауылдарҙа йәшәүсе моң һөйөүселәр ҙә концертҡа эркелешеп килде. Мәҙәниәт һарайында алма төшөрлөк тә урын ҡалманы.
Эйе, халыҡсан йырҙар ижад иткән композиторҙы халыҡ ярата. Был көндө йыр-моң һөйөүселәрҙең өмөтө аҡланды – иҫ киткес матур концерт ҡарап ҡайттылар. Композиторҙың ижад кисәһенә арналған сараны Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Фәрүәз Урманшин менән район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Эльвира Насирова бик матур итеп алып барҙы.
Ысынлап та, Рәмил Ғимраниҙың йырҙарын халыҡ яратып ҡабул итә һәм уларҙы бик күп популяр артист башҡара. Башҡортостан һәм Татарстандың билдәле эстрада “йондоҙ”ҙары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй Ғимрани. Йәш йырсыларҙы үҙ кәңәштәре менән дәртләндереп, уларҙың ижадын һәр саҡ хуплап, үҙ баһаһын бирергә лә өлгөрә талантлы композитор. Тамашасылар был көндө йәш йырсылар – Өфө ҡалаһынан килгән Зилиә Бәхтиева, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Юлай Аҙнағолов башҡарыуындағы йырҙарҙы ҙур кинәнес менән тыңланы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ысын мәғәнәһендә райондың халыҡ артисына әүерелгән сәхнә ветераны Әнүәр Ғәзизовты иһә ҡат-ҡат саҡырып сығарып йырлаттылар.
Районыбыҙҙың күренекле йырсыһы Рәмил Сәйфуллин яңыраҡ ҡына ижад ителгән “Мырҙаҡай” йырын йырлап ишеттерҙе. Концертта халыҡ шулай уҡ Хызыр Нәзиров, Рәмил Ҡотдосов башҡарыуындағы йырҙарҙы ла көслө алҡыштарға күмде. Композиторҙың Бишбүләк районында йәшәүсе ижадташ дуҫтары – Зөлфиҙә һәм Ғаяз Муллағәлиевтар башҡарыуындағы “Көҙгө ямғыр”, “Ҡайтырһың бит”, “Йәшлегем тирәктәре”, “Ғүмерем миҙгелдәре” кеүек йырҙар тамашасы күңеленә хуш килде. Ә инде райондың афған һуғышы ветерандары советы рәйесе, билдәле йырсы Марс Хәйруллиндың “Ҡайтырмын, әсәйем” йырын рус телендә башҡарыуы кисәгә йәм өҫтәне. Стәрлетамаҡ филармонияһы артисы Инсаф Ғәлимовтың сығышы ла алҡыштарға күмелде. Рәмил Мөхәмәтхәй улының йөрәгенән сыҡҡан йырҙарын халыҡҡа еткереүсе йырсылар бихисап. “Башҡортостан” дәүләт телевидение-радио компанияһы фонотекаһында уның йөҙгә яҡын йыры һаҡлана. Был композитор өсөн үтә лә ҡиммәтле. Көн дә тиерлек радио, телевидение аша халыҡҡа еткерелә. Ошо өлкәлә эшләүсе яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, “Ашҡаҙар” радиоһының алып барыусыһы, билдәле йырсы Урал Ниғмәтуллин районыбыҙ шағиры Фәрғәт Ғәлин һүҙҙәренә яҙылған, Ғимрани ижад иткән йырҙарҙы башҡарҙы.
Рәмил Ғимрани тыуған ауылында Шәжәрә байрамын уҙғарыуға ла, боронғо ауыл урынында үҙ башланғысы менән һәйкәл төҙөтөп ҡуйырға ла өлгәште. Шуға ла уны ауылдаштары хөрмәт итә. Элекке уҡытыусыһы Фәриҙә Ильясова, ижадташ һәм бала саҡ дуҫы, рухи таянысы, шағир Фәрғәт Ғәлин, Флүрә Ғәзизова, Илфат Ғәлин, ауылдаштары исеменән сығыш яһап, күренекле яҡташтарын ҡотланы, шағирә Фәүзиә Ҡотлогилдина ла ҡәләмдәшенә изге теләктәрен еткерҙе.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшиндың сығышы, һәр ваҡыттағыса, алҡыштарға күмелде. Талантлы бейеүсе Илшат Хәбибуллин, “Красноусол” шифаханаһының халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығыштары ла концертты байытып ебәрҙе. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, былтыр район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров тәҡдиме менән Рәмил Ғимрани Ғафури районының үҙ гимнын яҙған. Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури һәм билдәле шағир Фәрғәт Ғәлин һүҙҙәренә көй яҙып, бынамын тигән гимн барлыҡҡа килгән. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре башҡарған Ғафури гимнын халыҡ аяҡ өҫтө баҫып тыңланы. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һигеҙ китап авторы, ике тиҫтәнән ашыу аудио-кассета һәм компакт-диск сығарыусы Рәмил Ғимрани, шулай итеп, үҙенең алтмышына ҙур уңыштар менән артыла. Ошондай бай йөкмәткеле концерттар менән артабан да тамашасыларҙы һөйөндөрөп торорға яҙһын.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Ғафури районы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»