20.02.2015 Ашыҡма, ваҡыт, туҡта саҡ ҡына...
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә ҡуйылған “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” спектакле, дөрөҫөн генә әйткәндә, актерҙар өсөн дә, тамашасылар өсөн дә оло яңылыҡ булды.
Был үҙенсәлекле, уйландырғыс, беҙҙең йәмғиәт хаҡындағы сәхнә әҫәренең авторы – “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, танылған яҙыусы, журналист Мөнир Ҡунафин. Ә пьесаны тамашасы хөкөмөнә тәҡдим иткән режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов. Улар менән булған әңгәмәнән бөтә һорауҙарығыҙға үҙегеҙ яуап табырһығыҙ, тип ышанам.
– Тәүҙә әҫәрҙе яҙыу тарихына күҙ һалайыҡ. Мөнир Сәхиуллович, һеҙҙе был темаға тотонорға нимә этәрҙе?
– Күҙ асып йомған ара был ғүмер. Кешегә лә, хатта ғаләмгә лә. Сөнки уның асылын аңлауы ауыр, барған һайын серҙәре лә күбәйә. Ҡайһы саҡ хатта тормошобоҙ хаталарҙан ғына торған кеүек тә булып китә. Ул хаталарҙы булдырмаҫҡа, булғанын төҙәтергә мөмкин. Төҙәтә алмаҫтайы булһа… Әйтәйек, ҡабатланмаҫ, китһә, кире ҡайтмаҫ кеше ғүмере. Кеше ғүмере. Бар хәҡиҡәт, фанилыҡ асылы тик ошо ике һүҙҙә. Уға бер кем дә орона алмай. Хатта һин үҙең дә. Кеше күктән, Хоҙайҙан шулай программаланған, маңлайына тәҡдире шулай яҙылған. Ә беҙ төҙәтергә маташабыҙ, ҡасып ҡарайбыҙ яҙмыштан… Тик ниндәй генә хәлдә булһаҡ та, Алла эшенә, хөкөмөнә бер кем дә дәғүә итә алмай. “Алла – хәҡиҡәттең үҙе” – ана шул хәҡиҡәтте аңлатҡы килгәйне.
– Рөстәм Милләтович, был пьеса һеҙҙе нимәһе менән арбаны?
– Пьесаны уҡып сыҡҡас, оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Тәү сиратта, мине, тамашасы был әҫәрҙе ҡабул итә алырмы, тигән һорау борсоно. Сөнки халыҡ башлыса сәхнәлә күңел асыуға ҡоролған, йыр-бейеүҙәр менән оҙатылған, илатҡансы көлдөргән спектаклдәрҙе үҙ итә. Ә был сәхнә әҫәренең үҙенсәлеге шунда: пьесала беҙҙең йәмғиәтебеҙ тураһында һүҙ бара, йәғни әлеге көндәге ысынбарлыҡ, йәшәйеш, уның проблемалары, кешеләрҙең бер-береһенә булған мөнәсәбәте һүрәтләнә. Быларҙың бөтәһе лә фәлсәфәүи уйланыуҙарға алып барып тоташтырыла.
– Тимәк, автор пьесала әйтергә теләгәндәр менән тулыһынса килешәһегеҙ…
– Тулыһынса тигән һүҙ, бәлки, урынлы ла булмаҫ, сөнки Ер йөҙөндә нисә кеше, шунса фекер ҙә бар. Тормошҡа ҡараш та төрлөсә. Тик мин дә, автор кеүек үк, беҙҙең йәмғиәткә инеп оялаған яуапһыҙлыҡҡа, мин-минлеккә, мәғәнәһеҙлеккә, буш һүҙлелеккә, ҡаты күңеллелеккә, бәғерһеҙлеккә бер нисек тә битараф ҡала алмайым. Беҙ үҙебеҙҙең Ер кешеләре икәнлегебеҙҙе, мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында онотоп барабыҙ шул. Бөтә нәмәне аҡсаның күплеге менән үлсәйбеҙ. Тәбиғәтте, бер-беребеҙҙе рәнйетеүҙән дә ҡурҡмайбыҙ, кешенең баһаһын ергә һалып тапайбыҙ. Ысынбарлыҡты йәшерер өсөн яһалмалылыҡ күрһәтеп, үҙ уңайыбыҙҙы ҡайғыртабыҙ. Проблема килеп тыуа икән, уны хәл итеү урынына күберәк ҡысҡырабыҙ, буш вәғәҙәләр менән туйындырабыҙ. Көндәлек мәшәҡәттәр, үҙебеҙҙең генә ихтыяждар менән күҙҙәр ҡамалана. Һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашығабыҙ, ашығабыҙ ҙа, һөҙөмтәлә “ваҡыт аҡҡанын да тыңларға онотабыҙ...” Кешелектең ҡайҙа тәгәрәүен аңлар өсөн аҙға ғына туҡталып, бөтә мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып, тормошҡа икенсе күҙлектән баҡһаң, ул бит шундай матур, рәхәт һәм хозур! Әгәр ҙә тамашасы күңеленә ошоларҙы еткерә алһаҡ, беҙ барыбыҙ ҙа ысынында бәхетле булыр инек.
Мөнир Ҡунафин. Бер генә фекерҙе өҫтәгем килә: заманды беҙ тыуҙырабыҙ ҙа һәм үлтерергә лә мөмкинбеҙ. Нисек? Бер-беребеҙгә булған, эргә-тирәләге барған ваҡиғаларға ғәмһеҙ ҡарашыбыҙ менән. Рөстәм, үҙ эшенең оҫтаһы, әҫәрҙе ҡарап сыҡҡас та, ауыр әҫәр, ләкин кәрәк пьеса, тип нарыҡланы. Ул хаҡтыр…
– Спектаклдең уңыш нигеҙен актерҙарҙы дөрөҫ һайлап алыу ҙа тәшкил итә, тиҙәр...
– Эйе, сәхнәлә спектаклдең уңыш ҡаҙаныуының 80 проценты актерҙарға ролдәрҙе дөрөҫ бүлеп биреүгә бәйле. Сөнки ролен яратып башҡарһа, артист бар булмышын, талантын, күңелен эшкә егәсәк. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актерҙарына ошо пьесаны сәхнәләштерергә теләгемде әйткәс, шул тиклем ихлас ҡабул иттеләр. Бындай тәрән фәлсәфәүи әҫәр өҫтөндә эшләү улар өсөн дә яңылыҡ булды. Әлбиттә, Башҡортостандың халыҡ артистары Рауил Ғәлин һәм Физәлиә Рәхимова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Рәхимов, шулай уҡ театрҙа үҙ урынын һәм асылын табып өлгөргән Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Марат Зөбәйеров, Айҙар Зарипов, Рәсил Сынбулатов, Зиләрә Юлтаева, Гилүс Минһазов, Гөлйемеш Ибраһимова кеүек артистарҙың үҙ аудиторияһы бар. Ә ошо спектаклде ҡарағандан һуң, уларҙың тамашасылары тағы ла күбәйгәндер, тип ышанам. Сөнки улар уйнаған геройҙар хәлендә һәр беребеҙ ҡалғаныбыҙ бар, бындағы һәр һүҙ, һәр хәрәкәт тормоштан...
– Пьесаның исеме тәңгәлендә бәхәс оҙаҡ ҡына барҙы. Нимәгә бәйле?
Мөнир Ҡунафин. Бәхәс тип әйтеү дөрөҫ үк түгелдер. Мин “Ғәмәл ҡәләмдәре…” йә әлеге исемде тәҡдим иткәйнем. “Илсе Ғайса” тигән халыҡ йырыбыҙҙағы “Ғәмәл ҡәләмдәре миндә булһа,/ Былай яҙмаҫ инем яҙмышты…” тигән иҫ китмәле мәғәнәле һүҙҙәрҙе иҫтә тотоп, шулай тип атағайным. Тик, алда әйтеүемсә, ғәмәл ҡәләмдәре кеше ҡулында түгел. Рөстәм, Ваҡыт төшөнсәһе аңлаған кешегә оло-ғара мәғәнә лә бирә, ғүмер, үлем үлсәмдәрен дә аңлата ала, тигәс, әлеге исемдә туҡталдыҡ. Унда полиция капитаны 3600-гә тиклем һанарға булып китә. Ә уйлаһаң, ысынлап та, беҙ ваҡыттың аҡҡанын да белмәйбеҙ. Уны эргәнән, күктән китеп бара тип хис итәбеҙ. Ә ул беҙҙең мейенән, күңелдән аға.
Рөстәм Хәкимов. Эйе, Мөнир “Ғәмәл ҡәләмдәре...” тип атағайны. Мин бына режиссер булараҡ әйтәм, был исемде ҡабул итеүе ауырыраҡ. Шуға берҙәм ҡарар менән “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” тигән исемгә туҡталдыҡ. Был исемгә шул тиклем оло мәғәнә һалынған. Ваҡыт аҡҡанын тыңлай белеү, тимәк, бер генә бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәү. Ошо хаҡта уйланырға саҡырған пьесаның исеме эстәлегенә тап килһен тинек.
– Ни өсөн Стәрлетамаҡ сәхнәһен һайланығыҙ?
Рөстәм Хәкимов. Был театр сәхнәһе миңә таныш һәм күңелемә яҡын, артистарҙы ла яҡшы беләм. Улар менән эшләүе шул тиклем еңел. Стәрлетамаҡ тамашасыларының ихласлығына, театрҙы яратыуҙарына һоҡланам. Шуға ла спектаклде тап улар “хөкөмөнә” сығарырға булдым.
Баш ҡалабыҙ тамашасыһы ла спектаклгә шулай уҡ дәррәү килер, ҡарар һәм үҙ һүҙен әйтер тип ышанам. Түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ.
Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА
яҙып алды.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
26 февралдә Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры сәхнәһендә спектаклде Өфө тамашасыһына тәҡдим итмәксебеҙ. Бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, киске сәғәт 7-лә, “Күңелле йәшәйбеҙ” тележурналы, “Бәхет ҡошо” һәм “Сируси” телесериалдары “йондоҙ”ҙары – Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актерҙары менән осрашыуға рәхим итегеҙ!
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»