RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балет–көслө рухлылар һөнәре

13.02.2015 Балет–көслө рухлылар һөнәре

Балет–көслө рухлылар һөнәреАуыл малайының юғары сәнғәт өлгөһө булған балетта дан ҡаҙаныуы – бер аҙ ситен күренеш. Ул өс йыл элек үк “Балет. XXI век” Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашып, 2-се дәрәжә диплом яуланы. “Йәшлек”тең бөгөнгө ҡунағы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бейеүсеһе, Спартак, Бахрам, Парис партиялары менән билдәлелек яулаған Рөстәм ИсХаҠов.

– Рөстәм, гәзит уҡыусылар менән үҙеңде бер аҙ таныштырып үт әле.
– Көйөргәҙе районының Яҡшем­бәт ауылында тыуып үҫтем. Ата­йым – ауыл хужалығы белгесе, фермер, әлеге ваҡытта шәхси хужалыҡта мал үрсетә, әсәйем ауыл мәҙәниәт йортонда эшләй, Стәр­летамаҡ мәҙәниәт техникумының театр бүлеген тамамлаған. Атайым менән олатайымдың тирә-яҡҡа йырсы булараҡ даны таралған. Ғаиләлә ике малай үҫтек, ҡустым Рәмил Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Бала сағым матур иҫтәлектәр, һынауҙар менән һә тигәнсе үтеп тә китте. Хәҙер инде сәхнәлә һәм тормошта үҙемде эҙләү өҫтөндәмен.

– Ауыл малайында балетҡа һөйөү ҡайҙан барлыҡҡа килде?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, училищеға уҡырға килгәнсе балеттың нимә икәнен дә белмәй инем. Хатта видеояҙмалар аша ла күргәнем булманы. Бәлки, фотоларҙа күргәнмендер, тик иҫтә ҡалмаған. Ә ауылда уҡыған саҡта халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләндем, әсәйем мәҙәниәт йортонда эшләгәс, көс күберәк миңә төшә торғайны. Концерттарҙа сығыш яһаным. Ауылда 4-се класты тамамлағас, Өфө хореография колледжының халыҡ бейеүҙәре бүлегенә уҡырға индем. Бер аҙ уҡығас, уҡытыусыларым, һәләтең һәм ты­рыш­лығың бар, тип, балет бүлегенә күсергә тәҡдим итте. Балалыҡ менән ризалаштым. Башҡортос­тан­дың ха­лыҡ артисы Елена Фомина класында уҡырға тура килде. Хәҙерге аҡылым булһа, кем белә, бәлки, балет бүлегенә күсмәҫ инем.

– Тимәк, был юлдан киткәнегеҙгә үкенгән осраҡтар булып тора?
– Әлбиттә. Барыһына ла ҡул һелтәп, хатта ҡайҙалыр сығып китке килгән осраҡтар күп булды. Тәү сиратта төрлө тән йәрәхәттәре алған саҡта. Бейеү сәхнәнән генә матур күренә бит. Ә беҙгә уның өсөн көнө буйы шөғөлләнергә, тир түгергә тура килә. Күнекмәләр, репетициялар ваҡытында төрлө хәл була. Ун йыл эсендә алған тән йәрәхәттәренең иҫәбен оноттом инде. Аяҡтарҙан күк киткәне юҡ. Ауыртыуҙарҙы онотоп, сәхнәгә сығырға тура килә. Учи­лищеның һуңғы курсында уҡығанда тубыҡ һөйәгем һынып, бер йыл буйы өйҙә ятырға ла тура килде. Шул арауыҡта киләсәгем тураһында ныҡ уйландым. Икенсе һөнәр буйынса белем алып, тормошто үҙгәртергә лә әҙер инем. Ә күңел йәрәхәте тән йәрәхәтенән дә ҡурҡынысыраҡ. Ул да мине ситләп үтмәне. Уҡыу ваҡытында күпкә еңелерәк булғанын театрҙа эш башлағас ҡына аңланым. Уҡыған саҡта уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә ярҙам итергә әҙер, һиңә балаға ҡараған кеүек ҡарай, ҡурсалай. Ә театрҙа эшләй башлағас, үҙ аллы кешегә әүереләһең. Бар булмышың менән сәнғәткә бирелеү, ошо йүнәлештә генә эшләү күпкә ауыр. Балалыҡ ваҡытым булдымы икән, тип үҙ-үҙемә һорау биргән ваҡыттар ҙа булды. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, бейеүгә һөйөү көслөрәк: мин һаман да сәхнәлә. Бергә уҡыған байтаҡ егет-ҡыҙ ауырлыҡтарға түҙмәй, икенсе юл менән китте. Балет – көслө рухлылар өсөн, көсһөҙҙәр түҙә алмай.

– Ә балет булмаһа, һин ниндәй юлды һайлар инең?
– Белмәйем. Бер яҡтан, балетты шул тиклем күрә алмайым. Сөнки көн һайын 5 – 6 сәғәт станокта шө­ғөлләнәбеҙ, репетиция яһайбыҙ, унан тыш, спектакль булһа, 2 – 3 сәғәт сығыш яһарға кәрәк. Икенсе яҡтан, балеттан, бейеүҙән тыш үҙемде күҙ алдына ла килтермәйем. Шуға күрә һаман да икенсе һөнәрҙе ниндәй йүнәлештә һайларға белмәй яфаланам. Миңә әле 23 йәш, 11 йылдан хаҡлы ялға сығам. Ә 35 йәштән өйҙә ултырып булмай бит, икенсе йүнәлеш буйынса белем алырға кәрәк. Тормошта үҙемде эҙләү тигәнем шул икенсе һөнәр һайлау тураһында ине. Әлеге ваҡытта үҙем уҡыған хореография училищеһында уҡытыусыларға дәрестәр һәм репетициялар үткәрергә ярҙам итәм. Был тик яҡшыға ғына булды: уҡытыу­сылыҡ минең ҡулдан килерлек эш түгел икәнен аңланым. Бейеүҙән уҡытыу өсөн ҡаты холоҡло булырға кәрәк. Йәлләү тойғоһо бында артыҡ. Ә мин улай ҡаты була белмәйем. Башҡаларға ҡарата талапсанлыҡ юҡ.

– Карьераһы үҫһен өсөн балет бейеүсеһенә, таланттан тыш, нимәләр кәрәк? Театрҙа конкуренция һиҙеләме?
– Тырышлыҡ һәм талант мөһим. Тышҡы ҡиәфәт, пластика ҙур роль уйнай, мөмкинлектәр булыуы кә­рәк. Һине аңлаған, ауыр саҡтарҙа терәк булырға әҙер тормош иптәшең бар икән – оло бәхет. Сөнки ғаилә проблемалары арҡаһында бейеүҙе ташлаған талантлы кешеләр күп. Һәм, әлбиттә, үҙеңде күрһәтә белеү ҙә мотлаҡ. Ә конкуренцияны һиҙмәйем. Тама­шаны ҡуйыусы хореографтар һәр бейеүсенең мөмкинлектәрен яҡ­шы белә. Шуға күрә һәр бейеүсе үҙенә тейеш ролде ала. Мин бер ваҡытта ла роль һорап йөрөмәнем, шул уҡ ваҡытта эшһеҙ ҙә ултырғаным юҡ. Үҙ-үҙемә юғары талаптар ҡуям, әммә ялҡаулығым да бар. Был ҡайһы саҡта миңә ҙур ҡамасау булып тора.
Ә беҙҙең труппа үҙ-ара дуҫ, татыу ғүмер итәбеҙ. Байрам­дарҙа бергәләшеп ял итәбеҙ, тыуған көндәрҙә табын ҡорабыҙ. Кемдер ауыр хәлгә осраһа, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ. Ғәйбәт­тәргә ҡолаҡ һалмаһаң, үҙеңдең ҡарашыңды башҡаларҙыҡынан өҫ­төн ҡуйып, дөрөҫлөк юллап йөрөмәһәң, һәр коллективта һыйышып эшләргә була.
Үҙ-ара татыу булған труппаның гастролдәр мәле күңелле сәйәхәткә әүерелә. Ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе, бер-береңде шаяртыуҙарҙы йыйһаң, китап яҙырлыҡ.

– Буласаҡ ҡатыныңды нисек күҙ алдына килтерәһең? Әлеге мәлдә дуҫлашҡан ҡыҙың бармы?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәхси тормошто ҡорор өсөн ваҡыт кәрәк. Ә минең ваҡытымдың күп өлөшөн эш ала. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым юҡ әлегә. Ә буласаҡ кәләшемде мотлаҡ яратырға тейешмен. Мөхәббәт ул йәште, милләтте, матурлыҡты һорап тормай килә бит. Шуға күрә кемгә ғашиҡ булырымды алдан әйтә алмайым.

– Бейеүсенең көнө сәғәт нисәлә башлана һәм нисәлә тамамлана?
– Мин тәбиғәтем менән “өкө”, йоҡларға һуң ятам. Иртәнсәк сәғәт 10-да торам, 11-гә эшкә киләм һәм алтыға тиклем – репетициялар. Кис спектакль булһа, ҡайтып тормайым, сығыш яһарға ҡалам. Ә буш булған осраҡта ҡайтып ял итәм, ашарға бешерәм. Һуңғы тапҡыр ҡасан китап уҡығанымды хәтерләмәйем, концерт-спектаклдәргә лә күптән бар­ғаным юҡ. Хатта дуҫтарым менән дә һирәк осрашабыҙ. Күп ваҡытта ауыр физик күнекмәләрҙән һуң тынлыҡта ял итәм. Эш бөтә ваҡытты ала. Телевизорҙан тарихи фильмдар ҡарайым, музыка тыңлайым. Тышта, саф һауала оҙаҡ итеп йөрөргә яратам.

– Балет бейеүселәре һәр ваҡыт диета тота, тигән хәбәр дөрөҫмө?
– Башҡаларҙы белмәйем, мин бер ҡасан да үҙемә сикләү ҡуйғаным юҡ. Ҡасан һәм күпме теләйем, ашайым. Йоҡларға ауыр булғаны өсөн генә, кис етһә, ашамаҫҡа тырышам. Ауылға әсәйем бешергән ризыҡтарҙы һағынып ҡайтам. Ғөмүмән, ашамаған ризығым юҡ. Һөттә бешкән бутҡанан башлап бишбармаҡҡа тиклем яратып ашайым. Сит илдәргә гастролгә сыҡҡанда һәр халыҡтың аш-һыуын тәмләп ҡарайым. Үҙем айырыуса билмән бешерергә яратам, дуҫтарым да, тәмле, тип маҡтай. Калориялар оҙайлы физик күнекмәләр ваҡытында юҡҡа сыға. Ә ашамай йөрөһәң, киреһенсә, бейергә, ауыр хәрәкәттәрҙе эшләргә, һикерергә хәл ҡалмаясаҡ. Егеттәргә бейеү барышында күп тапҡыр партнерҙарын күтәрергә тура килә. Шуға күрә ашауҙы сикләргә ярамай.

– Ә тыуған яҡтарыңа йыш ҡайтаһыңмы?
– Йылына 4 – 5 тапҡыр мотлаҡ ҡайтам. Йәйге ялдарымды ла бесән сабып, балыҡ тотоп ауылда үткәрәм. Бәләкәйҙән ситтә булғас, ауылды, өйҙө, атай-әсәйҙе һағынам. Труппа менән йыл һайын сит илдәрҙә, Рә­сәйҙең күп ҡалаһында сығыш яһар­ға тура килә, ваҡыт табып йөрөгән ерҙәрҙең иҫтәлекле урындары ме­нән танышабыҙ. Шуға күрә отпуск ваҡытын да ситтә үткәрге килмәй. Балет бейеүсеһе булараҡ, ауылда миңә айырым ҡараш. Ғорурла­налар, ҡыҙыҡһыналар, эшем хаҡында күп һорашалар.
Санкт-Петербург ҡалаһын яратам, унда бергә уҡыған дуҫтарым йәшәй. Уларға оҙайлы ялдар мәлендә ҡунаҡҡа барам, эштәре менән танышам, бейегәндәрен ҡарайым.

– Күп талантлы балет артистары сит өлкәләргә, башҡа ҡалаларға эшкә китә. Һиңә саҡырыуҙар бармы?
– Екатеринбург һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан саҡырыу алғайным. Күп дуҫтар, курсташтар, саҡырыуҙарҙы ҡабул итеп, эшкә китте. Мин, әллә яҙмыш ҡушыуымы, әллә илһөйәрлек тойғоһо көслө булыпмы, үҙ еремдә тороп ҡалдым. Үкенмәйем, шаулы ҡалалар минең өсөн түгел. Өфө – сағыштырмаса бәләкәй, тыныс ҡала.

– Бейеүсенең эш хаҡы ҙурмы?
– Йәшәргә етә. Нисек йәшәүгә ҡарап, әлбиттә. Әммә хыялдарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлектәр әлегә юҡ. Киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап йәшәйем. Ҡайһылыр театр­ҙар менән сағыштырғанда әҙ, ә ҡайһылары менән сағыштырһаң, шөкөр итергә кәрәк. Бөгөнгө заманда бер кем дә ҙур эш хаҡы менән маҡтана алмайҙыр. Үҙемә килгәндә, миңә әлегә тәжрибә туплау мөһимерәк. Камиллыҡтың сиге юҡ, тиҙәр бит. Бейеү сәнғәтендә айырыуса. Оҫтара килә эш хаҡым да артыр, моғайын.

– Ә ниндәй хыялдар менән йәшәйһең?
– Ҡаланан ситтә ер алып, өй һалырға теләйем. Тыныс ерҙә, шау-шыуҙан арыраҡ булғым килә. Характерымдың бер яғы бар – тынлыҡ яратам. Ауыр мәлдәрҙе лә кемгәлер һөйләп түгел, ә тып-тын бүлмәлә уйланып, үҙ-үҙемә бикләнеп үткәрәм. Сәнғәт кешеһенә хас булмағанса, миңә яңғыҙлыҡ яҡын. Ҙур компанияларҙа, шау-шыу күп булған ерҙә үҙемде ауыр хис итәм.
Холҡом менән реалисмын, ерҙән барам. Хыялланыуға ҡарағанда ни­мәлер башҡарһаң, һөҙөмтә ҙурыраҡ була. Төрлө яҙмышлы кешеләр ме­нән аралашырға тура килә, улар­ға ҡарап, күп осраҡта бөгөнгө көн менән йәшәргә кәрәк, тигән уйҙамын. Сөнки иртәгә нимә булырын бер кем дә белмәй. Нимәлер килеп сыҡмаһа, ниәттәрем тормошҡа ашмаһа, күңел төшөнкөлөгөнә би­релмәҫкә тырышам. Бейеүсе өсөн сәләмәтлек мөһим, һаулыҡ булһа, барыһы ла була.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы