01.02.2015 Фестиваль йылдың мәҙәни сараларына юл асты
Бөрөлә «Керәшен һыуыҡтары –2015» асыҡ эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы уҙҙы. Бәйгелә үҙ бәхетен һынап ҡарау өсөн Өфө, Дүртөйлө, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Учалы, Ағиҙел, Бөрө, Баймаҡ, Нефтекама, Салауат ҡалаларынан, шулай уҡ Мәскәү өлкәһенең Дубна ҡалаһынан 300-гә яҡын кеше килгәйне. Туймазы, Дыуан, Краснокама, Әбйәлил, Бөрйән, Кушнаренко, Мишкә, Благовар, Дәүләкән, Ҡариҙел райондарынан да вәкилдәр булды.
«Эстрада йыры» номинацияһында 63 яңғыҙ башҡарыусы ҡатнашты. Фестивалдең гран-прийына Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама филиалының тарих факультеты студенты Ринат Сәлихйәнов лайыҡ булды.
«Эстрада бейеүе» һәм «Инструменталь коллективтар» номинацияларында гран-при тапшырылманы. Стәрлетамаҡтан «Антре» һәм «Урам тормошо» бейеү коллективтарына I дәрәжә лауреаттар исеме бирелде. Төркөмдәр араһында беренсе урынды Өфөнән «My Magic. Eskimos» һәм Благовещендан «Near to Paradise» бүлеште.
«Керәшен һыуыҡтары» фестиваль-конкурсы үҙенең күп төрлөлөгө һәм юғары башҡарыу оҫталығы менән тамашасыларҙы йәлеп итә. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөрө районы хакимиәте республикала йәшәүселәр өсөн күңелле байрам ойошторорға тырыша. Фестивалдең төп йолаларының береһе – Рәсәй «йондоҙҙары»н саҡырыу. Был юлы унда танылған йырсы Андрей Державин сығыш яһаны. Байрам, ғәҙәттәгесә, «Керәшен һыуыҡтары» фестиваленең гимнын башҡарыу менән тамамланды.
Республикала быйыл 21-се тапҡыр үткәрелгән йыр-моң йыйыны мәҙәни сара ғына түгел, ә фекер алышыу майҙансығы ла булды.
«Медиаполигон» тип аталған дискуссия ултырышында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов, БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Радик Гәрәев, Туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Вячеслав Ғиләжетдинов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы начальнигы Борис Мелкоедов, журналистар ҡатнашты. Унда республика төбәктәрендә туристик маршруттар булдырыу, брендтарҙы танытыу хаҡында һөйләштеләр.
С. НИЯЗОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»