23.01.2015 Киләсәккә илтер тәүге аҙымдар
Былтыр, Мәҙәниәт йылында, байтаҡ мәҙәни сара булды. Айырыуса йәш таланттарҙы үҫтереүгә оло иғтибар бүленде. Милли драматургияны үҫтереү буйынса режиссер Зиннур Сөләймәнов, Әлиә Яхина һәм БР Мәҙәниәт министрлығы эксперты Эльвира Исҡужина ҡатнашлығында ойошторолған «Хәҙерге драматургия һәм режиссура» семинар-лабораторияһы – үрҙә әйтелгәндәргә асыҡ миҫал.
Өс этаптан торған «Хәҙерге драматургия һәм режиссура» семинар-лабораторияһы йыл башында иғлан ителеп, юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Конкурста 45 йәшкә тиклем быуын, үҙен драматургия өлкәһендә һынап ҡарарға теләгән йәштәр һәм профессиональ авторҙарға ҙур мөмкинлектәр асылды. Семинар-уҡыуҙарҙы Мәскәү һәм Өфө ҡалаларының театр белгестәре алып барҙы.
Семинарға үткән ун дүрт йәш авторҙың пьесаларын Мәскәү ҡалаһынан саҡырылған абруйлы белгестәр: «Хәҙерге драматургия» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, театр тәнҡитсеһе Валентина Федорова, «Халыҡтар дуҫлығы» журналы редакторы Фәрит Нәғимов, шулай уҡ үҙебеҙҙең республика театр белгестәре – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты, сәнғәт ғилеме кандидаты Галина Вербицкая, Өфө «Нур» татар дәүләт театры директоры урынбаҫары Динә Дәүләтшина һәм белгесе Рида Буранова баһаланы.
– Мәҙәниәтте күтәреү һәм үҫтереү маҡсатын ҡуйған дәүләт идаралығы һәм мәҙәни үҫешкә үҙ өлөшөн индергән ижади кешеләр араһында бергәлектең булыуы иғтибарға лайыҡ. Башҡортостанда башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләүсе көслө яҙыусыларҙың һәм өмөтлө йәштәрҙең булыуы икеләтә ҡыуаныс, – тине Мәскәүҙән килгән билдәле драматург Фәрит Нәғимов.
Тәүҙә семинарҙа ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу өсөн интернет селтәрендә махсус бәйләнеш төркөм булдырылды. Илле эштән уңышлы ун дүрт пьеса һайлап алынып, апрель башында беренсе этапта һынау тотто. Сара программаһына ярашлы, уҡыуҙар иртәнән алып кискә тиклем дауам итте. Һәр көн, 2 – 3 авторҙың пьесаһын тикшереүҙән тыш, ҡатнашыусылар драма төрҙәрен, төҙөлөшөн билдәле драматургтарҙың әҫәрҙәре менән берлектә сағыштырма рәүештә өйрәнде. Бынан тыш, улар үҙ геройҙарын З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары тарафынан уйналған өҙөктәрҙә күрҙе. Шулай уҡ семинарҙа ҡатнашыусыларҙың береһе – Владимир Аношкиндың «Урал батыр» пьесаһы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ҡуйылды. Авторҙарҙың эштәре тикшерелеп бөткәс, уларға киләһе этапҡа тиклем үҙ әҫәрҙәрен камиллаштырырға йә яңынан яҙырға ҡушылды.
II этап 23 – 27 июнь арауығында үтте. Тәүге этаптан айырмалы рәүештә, унда режиссерҙар, сценограф, художник, композиторҙар һәм М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт һәм рус труппаһы актерҙары ла ҡушылды. Шулай уҡ режиссерлыҡ һөнәре буйынса Мәскәү ҡалаһынан кино һәм театр режиссеры А. Казанцев һәм М. Рощин исемендәге драматургия һәм режиссура үҙәгенең әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Ольга Субботина килде. Уның етәкселегендә режиссерҙар берлеге төҙөлдө.
Был этаптың аҙағында киләһе осрашыуға театр директорҙарына сәхнәлә күрһәтеү өсөн уңышлы тип табылған биш пьеса һайлап алынды. Йәш драматург Шәүрә Шәкүрова: «Эшебеҙҙең тәүге һөҙөмтәләрен күреүебеҙ дөрөҫ юлдан барыуыбыҙҙы күрһәтте. Ойоштороусылар бер нисә пьесаны йә бер нисә авторҙы табыу менән генә сикләнмәһен ине. Ауаздаш профессионалдарҙы ижади үҫтереп, туплап, бергә ижади эшләү зарур», – тине.
Семинар-лабораторияның өсөнсө, йомғаҡлау этабы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр һәм «Нур» татар дәүләт театрҙарында 7 – 9 ноябрҙә юғары кимәлдә уңышлы үтте. Йомғаҡлау этабына, тәнҡитсе, белгестәрҙән тыш, билдәле режиссерҙар, театр директорҙары ла саҡырылды. Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры Азат Йыһаншин (бөгөнгө көндә милли йәштәр театрында эшләй), Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры Ғәфүр Хәйетҡолов, Сибайҙан А. Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры режиссеры Вадим Ғилманов, Сибай дәүләт театр-концерт берләшмәһе режиссеры Борис Мәхмүтов сараның төп ҡунаҡтары булды. Семинарҙың был этабында ҡатнашыусы драматургтар Салауат Әбүзәр, Шәүрә Шәкүрова, Дамир Йосопов, Ангиза Ишбулдина, Игорь Яковлевтың әҫәрҙәре йәш режиссерҙар, сценограф, актерҙар ярҙамында әҙер пьеса кимәленә еткерелеп, тамашасы-ҡунаҡтарға пьесанан алынған эскиздар рәүешендә тәҡдим ителде. Бигерәк тә икенсе этапта барлыҡҡа килгән спектакль-коллажды яңы форматта күреү һәм уның Милли йәштәр театры репертуарына тәҡдим ителеүе – ҡыуаныслы хәл.
Семинарҙың тағы бер нисә еңеүен әйтеп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, драматург Игорь Яковлев Рәсәй кимәлендә үткән Волошин исемендәге конкурста 3-сө урын яуланы, Шәүрә Шәкүрованың китабы донъя күрҙе, Ангиза Ишбулдина киносценарийҙар конкурсында еңеүгә өлгәште.
Һуңғы көндә семинарҙа ҡатнашыусыларға һәм өс этап дауамында драматургия, режиссура, сәхнә оҫталығы серҙәренә төшөндөргән ихтирамға лайыҡ уҡытыусыларға республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығының бүләктәре, сертификаттар тапшырылды. Йомғаҡ яһалып, хәҙерге драматургия һәм режиссура семинар-лабораторияһын йыл да үткәреү кәрәклеге тураһындағы тәҡдим индерелде. Бөгөнгө заман әҙәбиәтенә яңы һулыш өрөр йәштәр уның йыл да уҙғарыласағына һәм изге йолаға әүереләсәгенә ҙур өмөт бағлай. Һис шикһеҙ, оло маҡсаттарҙың үтәлешенә тәүге аҙымдарын яһаған, мәҙәниәтте үҫтереүгә булышлыҡ итерҙәй бындай мәртәбәле һәм үҙенсәлекле сара милли драматургиябыҙҙың йөҙөн билдәләй. Республика кимәлендә үткән «хәҙерге драматургия һәм режиссура» семинар-лабораторияһын ойоштороусылар – Салауат башҡорт дәүләт драма театры режиссеры Зиннур Сөләймәновҡа, Әлиә Яхинаға, БР Мәҙәниәт министрлығы белгесе Эльвира Исҡужинаға һәм бөтә уҡытыусыларыбыҙға, семинарҙа ҡатнашыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Р. ЗАРИПОВА,
З. САФИНА, Т. РӘХМӘТУЛЛИН.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»