RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Диктор, актер һәм тыр-тыр

16.01.2015 Диктор, актер һәм тыр-тыр

йәки Фирҙәт Ғәлиевтың 70 төрлө һөнәре

Диктор, актер һәм тыр-тырБыл шәхесте республиканың һәр кешеһе йөҙгә белә, тауышынан таный. Актер, диктор, төрлө саралар­ҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, тележурналист… Был исемлекте тағы ла әллә күпме дауам итергә булыр ине. “Йәшлек”тең бөгөнгө ҡунағы – үҙенең бәрхәт кеүек йомшаҡ тауышы менән меңәрләгән радио тыңлаусыға хәйерле иртә, хәйерле көн теләүсе Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев.

– 50 йәшкә еткән Фирҙәт Ғәлиевтың елле генә мәле, тиҙәр. Алтын юбилейығыҙға ниндәй хеҙмәт юлдары менән килдегеҙ?
– 1982 йылда, Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылынан килеп, Өфө дәүләт сәнғәт институтына һынауҙарҙы уңышлы үтеп, студент булып киттем. Илсур Хәбиров, Резеда Фәхруллина, Хөрмәт Үтәшев, Зилә Дибаева, Гөлназ Алсынбаева, Иҙрис Кә­лимуллин, мәрхүм Ринат Басариев кеүек тырыш, егәрле талант эйәләре менән бергә уҡыу бәхете тейҙе. Ауылдан килгән 17 йәшлек егеткә сәхнәгә, актер һөнәренә һөйөү уятҡаны, тәүге оҫталыҡ дәрестәре өсөн курс етәксеһе Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимоваға ҙур рәхмәтлемен. Иҫ киткес киң күңелле, талапсан, эҙләнеүсән һоҡланғыс уҡытыусы ул. Икенсе курсты тамамлауға, илдә юғары уҡыу йорто студенттарын хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында указ ҡабул ителде. Һәм беҙҙең курстан дүрт егетте армия сафтарына саҡырттылар. Ярты йыл Мәскәү өлкәһендә, йыл ярым Белоруссияла хеҙмәт итергә тура килде. Ҡайтҡас, уҡыуымды Ғабдулла Ғабдрах­ман улы Ғиләжев курсында дауам иттем. Ғөмүмән, уҡытыусыларымдан уңдым, тип һис арттырыуһыҙ әйтә алам. Бейеүҙән Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина, сәхнә теленән Илшат Хәлил улы Йомағолов (уның кеүек таҙа телле, матур тауышлы кешеләр бик һирәк), Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова уҡытты. Сәхнә кешеһе булараҡ, улар мине үҫтерҙе, ысын актер итте. Уҡыуҙы Зифа Дәүләтбаева, Рәсимә Ғәйфуллина, Әлфирә Ғәлләмова, Зимфира Хөсәйенова, Әмир Зәйнәғов, Альберт Шәйхетдинов менән бергә тамамланым. 1989 йылдың 1 сентябрендә әлеге Милли йәштәр театрында (ул ваҡытта Йәш тамашасылар театры) эш башланыҡ. Мин унда ун йыллыҡ хеҙмәт юлын үттем. Өйләндем, ике бала үҫеп килә, дөйөм ятаҡ бүлмәһе…
1996 йыл булды шикелле, яңылышмаһам, труппа менән Ҡазан ҡалаһынан гастролдән ҡайтып төштөк. Шул төндө театр бинаһы янып китте. Ошо мәлдән филармония, инвалидтар мәҙәниәт йорто, театрҙарҙың бәләкәй залдарында өйҙәш булып көн итеү башланды. Үҙебеҙҙең бина булмағас, ҡайҙа буш сәхнә табабыҙ, шунда сығыш яһай торғайныҡ. Тап шул ваҡытта мине радиоға эшкә саҡырҙылар. Ғаиләмде, балаларымды уйлап, театр­ҙағы билдәһеҙлектән арып, тәҡдимгә риза булдым. Ике йыл үткәс, филармония директоры Зимфира Тимерхан ҡыҙы Әбделмәнова үҙенә концерттар буйынса урынбаҫар итеп эшкә саҡырҙы. Актерҙан – дикторға, диктор­ҙан директор урынбаҫарына һикереү шулайыраҡ килеп сыҡты. Йыл ярым эшләп, һөнәремдең бөтә нескәлектәрен өйрәнеп, миңә Мәскәү ҡалаһына продюсерлыҡҡа уҡырға йүнәлтмә юлланып бөткәс, күңелем сәхнәгә кире тартыла башланы. Күңел талпына, ижад таптыра. Тап шул саҡта мине Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырҙылар. Эштән китеү тураһындағы өс ғаризам сүп кәрзиненә осҡандан һуң филармония етәкселәре менән һөйләшеү булды. Сәхнәгә тартылыуымды аңлап, эштән китеүемә риза булдылар. Дүрт йыл ул театрға хеҙмәт иткәндән һуң, төрлө тормош сәбәптәре арҡаһында һәм тағы ла саҡырыу буйынса, ҡабат ҡайтып, хәҙер инде “Юлдаш” радио каналында эшләй башланым. Миңә Европа халҡының, кеше бер урында оҙаҡ эшләргә тейеш түгел, тигән фекере оҡшай. Бер урында оҙаҡ тапанһа, кеше мүкләнә, тыныслана. Ә мин – энергиямды ҡайҙа ҡуйырға белмәгән, әллә күпме хыял, идея менән янып йөрөгән, үҙемде төрлө яҡтан һынай торған кеше. Хатта уҡы­тыу­сым Ғабдулла Ғиләжевтың саҡырыуы буйынса үҙем уҡып сыҡҡан сәнғәт институтында эшләп алдым. Сәхнә теле буйынса курс уҡытып сығарҙым. Гөлдәр Ишҡыуатова, Гөлшат Ғайсина, Фирүзә Аллаярова, Ишбулат Иҫәнбаев минең мәктәпте үтте. Шулай итеп, үҙемде уҡытыусы булараҡ та һынап ҡараным. Артабан да ошо йүнәлештә эшләй алам. Һүҙ, тел ҡәҙерен белергә, дикция өҫтөндә эшләргә, тауыш ҡуйырға өйрәтә беләм.

Диктор, актер һәм тыр-тыр– Тимәк, радиола үҙегеҙҙе мүкләнә башлаған кеүек тоя башлаһағыҙ, уҡытыу эшенә тотонорға уйығыҙ бар?
– Мин әлегә эшемдән ҡәнәғәтмен. Йөҙөп йөрөп эшләрлек мөмкинлектәрем бар. Эшкә алған ваҡытта, Рәмис Рәжәп улы Дәүләтбаев менән һөйләшеү булды. “Минең башҡа сараларҙа, байрамдарҙа сығыш яһауыма, фильм­дарҙа ҡатнашыуыма ҡаршы төшмәҫһегеҙме?” – тип һорағас, ул: “Теләгең булһа, йөрө, ҡат­наш”, – тине. Һәм ул ошо көнгә тиклем һүҙендә тора, теләгән һәр сарала ҡатнашам, дәүләт концерттары менән Төркиәлә, Ке­мерово өлкәһендә сығыш яһаным, фильм­дар­ҙа уйнайым, тапшырыуҙарҙа ҡатнашам. Аяҡ-ҡулым радиоға ғына бәйле түгел. Шуға күрә үҙемде сәхнәнән, театрҙан алыҫлаштым тип әйтә алмайым. Һаман да ижад итәм.

– Актер булып эшләү дәүерендә ниндәй ролдәрегеҙ иҫегеҙҙә ҡалды?
– Актер яҙмышымдан, театрҙа уйнаған ролдәремдән уңдым. Улар шул тиклем күп, төрлө характерҙа, төрлө яҙмышлы булды. Иң тәүге ролем Йәш тамашасылар театры асылыу менән ҡуйылған “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маян­һылыу” спектаклендәге Ҡуҙыйкүрпәс булды. Йәш актер өсөн ауыр, әммә ҡыҙыҡлы роль ине ул. Бик күп кеше мине тап ошо роль менән хәтерендә ҡалдырҙы. 1996 йылда Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһында Байыш тархан ролен уйнаным. Һәм төп ролдәрҙе башҡарған дүрт актерға: Рәсүл Ҡарабулатовҡа, Азат Йыһаншинға, Рушана Бабичеваға һәм миңә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырҙылар.
Нисәнсе йыл икәнен хәтерләмәйем, театр­ҙа Илшат Йомағоловтың “Буш сәңгелдәк” комедияһын әҙерләнек. Өс кеше уйнаған спектаклде тәүҙә тапшыра алманыҡ. Худ­совет ҡабул итмәне. Ул ваҡыттағы художество етәксебеҙ Олег Ханов өс көн ваҡыт һораны. Мин бына ошондай өс көндөң һәр актер яҙмышында булыуын теләйем. Сөнки йо­ҡоһоҙ, ялһыҙ эшләгән өс көн һәм өс төндөң ижадын, шатлығын, һөҙөмтәһен һүҙ менән генә аңлатып булмай. Өс тәүлектә Олег Закир улы беҙҙең менән өр-яңы спектакль әҙерләне. Уны Илсур Хәбиров, Сара Буранбаева менән йылдар дауамында уйнаныҡ. Күңелде ярып инә торған, ғаилә проблемаһын сағылдырған комедия ине ул.
Эшләү дәүерендә миңә ниндәй генә рол­дәр­ҙе уйнарға тура килмәне… Хатта Розалия Солтангәрәеваның “Аҡбуҙатҡа атлан, башҡортом!” тамашаһында Аллаһы Тәғәлә ролен уйнаным. Үлем фәрештәһе роле өсөн халыҡ-ара фестивалдә махсус призға лайыҡ булдым. “Ен алыштырған” спектаклендә – Ен, ә академтеатрҙа эшләгән саҡта “Ҡаты­нымдың исеме Морис” комедияһында ҡатын-ҡыҙ булып та уйнарға тура килде. Ижади яҙмышым зарланырлыҡ түгел.

– Һеҙҙе урта быуын тамашасылары Аҡбай, йәштәр Тыр-тыр булараҡ белә. Ә бит, уйлап ҡараһаң, бындай оҙон ғүмерле образдар әлегәсә булғаны юҡ. Актер оҫталығынан киләме был, әллә балалар психологияһын төплө белеүҙәнме?
– Ысынлап та, күптәр мине Аҡбай роле менән иҫтәренә төшөрә. Туфан Миңнул­линдың “Ауыл эте Аҡбай” заманында бик популяр спектакль булды. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһаҡ та, шығырым тулы залдар йыйылды, балалар ғына түгел, ололар ҙа яратып ҡараны. Аҙаҡ уның икенсе, “Аҡбай ниңә күңел­һеҙ?” тигән өлөшөн дә сәхнәгә сығарҙыҡ. Фирҙәүес Харисова телевидение өсөн “Тәмлетамаҡ менән Аҡбай мажаралары” тип исемләнгән телеспектакль ҡуйҙы. Балалар­ҙың тормошо ла, тормошҡа ҡарашы ла бөтөнләй икенсе төрлө. Улар өсөн уйнау өлкәндәргә ҡарағанда күпкә ауырыраҡ. Был мин асҡан ҡанун, дәлил түгел, быуын-быуынға күскән театр фәлсәфәһе. Сөнки улар алдауҙы, яһалмалыҡты ҡабул итмәй. Ихласлығың менән ышандыра алмайһың икән, улар тамаша дауамында битараф йөҙ менән һағыҙ сәйнәп, ашанып, һөйләшеп ултырасаҡ. Ә инде һинең уйыныңдың ихлас икәненә ышанһа, улар геройың менән бергә уйнай, ярһый, ҡайғыра, көлә. Телевидениелағы тәүге сығышым да (1983 йылда) балалар өсөн булды. Мәғәфүр Хисмәтуллиндың ҡатыны Сөйөмбикә апай тапшырыуҙарында әкиәттәр уҡый торғайны. Мине ул ошо тапшырыуға әкиәттә уйнарға саҡырҙы.
Ә Тыр-тыр ролен Гөлназ Ҡолһарина тыуҙырҙы. Тәүге ниәт буйынса ул бер тапҡыр уйнала торған герой ине. Тыр-тыр – һәр нәмәгә өлгөрә, ҡыҫыла торған һәм үҙ фекере булған эскерһеҙ герой. Балаларҙың күңеленә ул ныҡлы инде, тапшырыуҙан һуң бик күп хат килде. Уларҙың теләген иҫәпкә алып, 17 йыл буйы Тыр-тыр роле менән кескәйҙәргә тыныс йоҡо теләнем. Бер осор, ваҡыт еткерә алмай башлағас, ул ролде улым башҡарҙы. Тыр-тырҙың бала сағына ҡайтыуы, аҙаҡ кире ҙурайыуы хаҡында махсус сценарий яҙылды. Миңә күп кеше, ихласһың, ти. Бәлки, ошо ихласлығым менән дә балаларҙы үҙемә ылыҡтырамдыр. Ҡасандыр Аҡбайҙы ҡараған балалар ҙурайып, башлы-күҙле булып, улар­ҙың балалары Тыр-тырҙы ҡарап үҫте. Быны мин Аллаһы Тәғәләнең оло бүләге тип ҡабул итәм.

– Һеҙҙең дингә ҡарашығыҙ нисек?
– Миңә күп дин әһеле: “Ниңә дингә күсмәй­һең? Һиндә бит дингә тартылыу бар”, – ти. Кеше дингә тулыһынса таҙарынып, әҙер булып килергә тейеш. Әммә Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышанам, ислам ҡанундарын тоторға тырышам. Дингә тартылыу тигәндән, яҙмыштың бер ҡыҙыҡлы осрағы ла булды. 2009 йылда Мәскәү ҡалаһынан шылтыратып: “Бик күп тауышты тыңланыҡ, һеҙҙең тауышығыҙ беҙгә ныҡ оҡшаны. Ҡөрьән Кәримде тулыһынса аудиояҙма өсөн уҡырға ризаһығыҙмы?” – тип һоранылар. Дини белемем булмауын әйткәс, миңә белемле, диндар булған, намаҙ уҡыған, ислам ҡанундары буйынса йәшәгән уҡытыусы беркетеп, һәр һүҙҙе, һәр хәрефте дөрөҫ әйтергә өйрәтәсәктәрен белдерҙеләр. Бөтә Рәсәй буйынса минең тауышымды һайлағандар икән, был юҡҡа ғына түгелдер, тип ризалыҡ бирҙем. Шулай итеп, изге китабыбыҙ минең уҡыуҙа илебеҙ буйлап диск булып таралды. Тик бер генә кәмселеге бар: ул DVD форматында сыҡҡан һәм һәр магнитолала тыңлап булмай. Алла бирһә, үҙемдең юбилей кисәһенә тиклем MP3 форматына үҙгәртеп сығарырға ниәтләйем.

– Юбилей саралары ҡасан, ҡайҙа була?
– 24 ғинуарҙа “Башҡортостан” концерт залында утәсәк. Әлеге ваҡытта сараға бик ҡыҙыу рәүештә әҙерлек эштәре бара. Нисек үтерен әлегә әйтмәй торам, ижадымды үҙ итеүселәр килһен, үҙ күҙҙәре менән күрһен. Кисәлә уҡыусыларым, курсташтарым һәм, әлбиттә, “Тамыр” телеканалының “йондоҙҙары” ҡатнашасаҡ. Матур йырҙар менән күңелле тамаша көтөлә.

– Балаларығыҙ актер булырға теләмәнеме? Кескәйҙәр яратып өлгөргән бәләкәй Тыр-тыр ни хәлдә?
– Минең көндәр буйына өйҙә булмауыма, оҙайлы гастролдәрҙә йөрөүемә ҡарап, балаларым актер һөнәрен һайламаны. Ҡыҙым Санкт-Петербург ҡалаһында Кино һәм телевидение университетының 5-се курсында белем ала. Ойоштороу һәләте һәм энергетикаһы буйынса тулыһынса миңә оҡшаған. Тәүге курстан уҡ башҡорт-татар концерттарын, дискотекаларын ойоштора, байрамдар үткәрә. Ә улымда бик ҙур актерлыҡ һәләте бар, хатта мине лә йомшаҡ йәйеп, ҡатыға ултыртып ҡуйырға күп һорамай. Ул Башҡорт дәүләт университетының 2-се курсында белем ала, буласаҡ хоҡуҡ белгесе.

– Ә шулай ҙа һәр быуындың яратҡан актеры, сағыштырмаса ҡыҫҡа ижад ғүмерендә ҙур танылыу яулаған талант эйәһе ни өсөн театрҙан китте?
– Театрҙан китте, тип әйтеү бик үк дөрөҫлөккә тап килмәй. Театрҙан китеү сәхнәнән китеү тигән кеүек яңғырай. Ә мин, әйтеүемсә, һаман да ижад менән йәшәйем. Академия драма театрынан китеүҙең үҙенә күрә бер сәбәбе булды. Үҙ принциптарыма ҡаршы бара алмағаным өсөн, тип тә аңлатырға була уны. Ул йылдарҙа театрҙа профком рәйесе вазифаһын башҡара инем. Һәм минән, ошо вазифам менән файҙаланып, бер кешене эштән бушатыуымды һоранылар. Әлбиттә, баш тарттым. Бәлки, һаман да театрҙа эшләп йөрөгән булыр инем, ләкин ошо ҡылығыма яуап итеп үҙемә “хуш” тинеләр. Әммә үкенмәйем. Мин уны тормош тәжрибәһе һәм кешелекле булыуыма һынау тип ҡабул итәм. Намыҫыма тап төшөрмәнем. Тормошта һәр нәмәгә үҙ ҡарашым, үҙ фекерем һәм үҙ һүҙем бар. Кешегә насарлыҡ ҡылмаҫҡа тырышам. Бер нәмәне яҡшы беләм: кешегә ҡылған насарлыҡ үҙеңә йә балаларыңа кире әйләнеп ҡайта.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы